+30 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
30 Декабря 2023, 09:00

Мөғжизә көткәйнегеҙме?

Бер йылды Яңы йыл алдында булған мәрәкә хәл иҫкә төштө. Яңы йылды апайымдарға барып, улар менән ҡаршыларға булдыҡ. Салат-малат, торт, емештәр тейәнек, ике төрлө бәлеш менән манты ҙа бешергәйнем. Бөтәһен сумка-пакеттарға тултырып, бер аҙ төшөрөп тә өлгөргән иргә күтәртеп, балаларҙы эйәртеп, сығып киттек.

Мөғжизә көткәйнегеҙме?Мөғжизә көткәйнегеҙме?
Мөғжизә көткәйнегеҙме?

Апайымдар Өфөнөң икенсе осонда йәшәй, автобустан автобусҡа күсеп бара башлаһаң, сәғәт ярымдай ваҡыт үтә. Унда көтәһең автобусты, бында көтәһең, ике сәғәтләп тә булып китте. Шулай итеп, төнгө 12-гә бер сәғәт ҡалғанда ғына барып еттек. Инде кәрәк йорт яғына боролған ғына инек, юлыбыҙҙы быуып тигәндәй, шый итеп милиция машинаһы килеп туҡтаны. Сержант килеп сыҡты. Беҙгә табан атлай.
Милиция күрһәң, күңелгә шом инә инде. Нимә кәрәк икән быға? Аҡса эшләргә сыҡтымы икән? Артыҡ аҡса булһа, тейәнешеп, күтәренеп, автобустан автобусҡа ла йөрөмәҫ инек, моғайын, таксиға ултырып, ялп иттереп кенә килер ҙә етер инек. Әбизйәниккә алып китмәҫ тә инде? Ҡулыбыҙҙа – урландыҡ нәмәләр түгел, ир эсеңкерәгән дә һуң, был көндө бар халыҡ әҙме-күпме уртлаған булалыр инде. Сержант беҙгә тиклем дүрт-биш аҙымды баҫҡансы ошондай уйҙар баштан үтеп өлгөрҙө.
– Сумкаларығыҙҙы ҡуйығыҙ, – тине сержант. Ҡуйҙыҡ.
– Ҡулыңды һуҙ, – тине иремә. Һуҙҙы.
– Усыңды бир. – Ирем усын йәйҙе.
Теге кеҫәһенән бер ус кәнфит сығарҙы ла иремдең усына һалды. Шунан машинаһы яғына боролоп китте. Машина ишеген асҡас, беҙҙең яҡҡа боролдо:
– Яңы йылдан берәй мөғжизә көткәнһегеҙҙер бит? Ҡыш бабай күстәнәсе икән, ти!

Әлфиә АҠБУТИНА.

Автор:
Читайте нас