Ә бына мин иң яратып иҫкә алғаны, һис шикһеҙ, ГДР-ҙа хеҙмәт иткән сағыма тура килә. Ул көндө беҙгә иртәнсәктән тулы ял бирҙеләр, көндөҙ ҙур командирҙар килеүе ихтимал, биткә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ инде ҡойто ғына шыршы табынығыҙ менән, тип киҫәтеп тә ҡуйҙылар.
Күңелле генә әҙерләнеп ҡайнашып йөрөгән саҡта, Яңы йыл тыуыуға сәғәт-сәғәт ярым ваҡыт ҡалгас, бөтә гарнизонда ут һүнде. Тәүге бер-ике минут беҙ ҡаушап ҡалдыҡ, ул нисек була инде ул... Бына һиңә туғандаш ГДР (ут менән беҙҙе улар тәьмин итә). Шул саҡ "ҡарт" сержантыбыҙ иң беренсе булып аңына килде: “Тыңлағыҙ минең әмерҙе! Алты һалдат, тиҙ генә автопаркка йүгерегеҙ, егерме минуттан өс танк аккумуляторҙары ошонда теҙелеп торорға тейеш!”
Ана шунда күренде лә инде һалдаттарҙың хәрби әҙерлеге. Байрамды ҡаршы алыуға егерме минут ҡалғанда беҙҙең казарма элеккеһенән дә яҡтыраҡ балҡып тора ине инде. Үҙебеҙҙең сослоҡҡамы, әллә беҙгә боҙоҡлоҡ ҡылып маташҡан немецтарҙың уйы килеп сыҡмауына ҡыуаныпмы, беҙ ул байрамды бик матур итеп үткәрҙек. Ә теге һүнгән яҡтылыҡҡа килгәндә инде, Яңы йыл тыуып ярты сәғәт үткәс, уны кире бирҙеләр, йәнәһе, станция байрам алдынан артыҡ ныҡ көсөргәнеш күргән. Ә беҙ бит яҡындағы ҡаланың уттары бер ниндәй көсөргәнешһеҙ йымылдауын күреп торҙоҡ.
Әхәт ИШБУЛАТОВ,