– Бар ине әле, ҡәһүә лә етерлек.
– Ҡәһүәне бик күп эсмә, ҡан баҫымын күтәрә. Ана, берәү, өс сынаяаҡ кофе эскән дә үлгән дә ҡуйған, ти!
– Ашарға бик күп һалмаһаң да була инде. Унда май менән колбаса ла бар әле.
– Ашарға кәрәк! Ҡара уны! Ашауыңды ла онотоп, һеләгәйеңде ағыҙып, офис бисәләренә тексәйеп ҡарап ултырма, йәме! Ирҙәр, үлгәндә лә “ҡыҙ-ҡыҙ” тип үлә, ти.
– Эй, унда йүнле ҡатын-ҡыҙ бармы ни? – тигән булды Ғәлүән. – Лапырайтып ҡаш төшөрөп ҡуялар, сәстәр ала-сола, керпектәре йәбештерелгән, тырнаҡтар ҡарсығаныҡы кеүек. Ҡот осмалы. Ә бына һин үҙ матурлығың менән натуральный. Тик бына йыуанайып киттең, буғай!
– Ярар, күп һөйләнмә, юлыңда бул. Бынау ҡый тултырылған ҡара пакетты ла юл ыңғай ташлап кит әле.
Ғәлүән, береһенә ризыҡ менән дарыу, икенсеһенә ҡый-һай тултырылған пакеттарҙы алды ла, сығып китте. Йорт ҡаршыһында торған ҙур тимер контейнерға тоҡсайҙың береһен ырғытты ла эшенә табан атланы.
Офисҡа барып етеп, алмашсыһынан посты ҡабул итеп алды ла, пакеттағы әйберҙәрҙе һыуытҡысҡа ҡуям тип ҡулын тыҡҡайны, аптырап китте. Эсендә бәрәңге, йомортҡа ҡапсыҡтары, тағы әллә нимәләр… Ғәлүән, биш ҡатлы итеп һүгенде лә, ҡатынына шылтыратты:
– Ҡара әле Ғәтиә! Мин сүп контейнерына дарыу менән ризыҡ һалынған пакетты ташлап киткәнмен бит. Тиҙ генә сығып ҡара әле, ятһа алып кил бында.
– Ғәлүән түгел – болван һин! – тине лә Ғәтиә, тиҙ генә кейенә һалып тышҡа сыҡты ла, контейнерҙарҙы ҡарай башланы. Тапты. Бушаған контейнерҙың төбөндә генә ҡара пакет ята ине. Ғәтиә, буйы бәләкәй булғас, күпме генә үрелеп ҡараһа ла, ҡулы етмәне. Һикерә торғас, үҙе контейнерҙың эсенә төштө лә китте. Йыуан аяҡтары ғына һерәйеп тарбаңлап ҡалды. Ғәтиә: “Помогите!”, “Ҡотҡарығыҙ!” тип бар көсөнә ҡысҡыра башланы. Ғәтиәнең сүплектә соҡонғанын тәҙрәнән ҡарап торған күршеләр шаҡ ҡатты. Ғәтиә был хәлдә күпме торор ине, ярай әле урам һепереүсе Гриша ярҙамға килде. Ғәтиәне ҡый һауытынан һөйрәп сығарҙы, тоҡсайын да алып бирҙе. Ғәтиә Гришаға рәхмәт әйтте лә, тоҡсайын тотоп, иренең эшенә йүгерҙе.
Харис ШӘРИПОВ.
Фото:gdekartinki.ru