+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
4 Ғинуар 2024, 09:30

"Бәхетле" манты

Яңы йылдан һуң дуҫтарыбыҙға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Өҫтәл артында ултырабыҙ, ашайбыҙ, эсәбеҙ, ҡайнар аш килтергәндәрен көтәбеҙ. Бына хужабикә – әхирәтем өҫтәлгә манты ҡуйҙы. Һөйләшеүҙәр тынды, барыһы ла ризыҡҡа үрелде. Мин дә ситтә ҡалманым. Тәмләп ҡарар өсөн береһен тәрилкәгә күсерҙем. Бүлеп ҡаптым. Һмм... Әсерәк. Йә, ярай. Икенсе киҫәкте ҡабыуым булды күҙҙәремде йәш ҡапланы. Әсе! Ныҡ әсе!

"Бәхетле" манты"Бәхетле" манты
"Бәхетле" манты

Күҙҙәремдән йәш аға. Сәйнәй торғас, көс-хәл менән йотоп ебәрҙем дә йәштәремде һөрттөм. Әхирәтемде йәлләп ҡуйҙым: күпме көс һалып әҙерләгән ризыҡты исрафлаған. Борослағанда ни ҡараны икән? Онотоп, әллә ике тапҡыр боросланымы икән?
Башҡа ҡунаҡтарға күҙ һалам. Ашайҙар. Ҡайһы берәүҙәр хатта өҫтәмә алды. Әхирәтемде үлтереп маҡтайҙар. Әсе хәҙер миңә ярамайҙыр инде, ә уларҙың тамағынан үтә, тип уйлайым. Маладистар! Тәрилкәмде ситкәрәк этеп ҡуйҙым, өҫтәмәнән баш тарттым, әхирәтемдең кулинар оҫталығын маҡтаным (тәрбиәле кешемен дә баһа!), башҡаларҙың әсе мантыҙы нисек ашауҙарына аптыраным.
Ярты сәғәт самаһы ваҡыт уҙҙы. Өҫтәлдә өс-дүрт кенә манты ҡалды. Ауыҙ эсем тынысланды, хатта утлы мантыҙы онота башланым... Көтмәгәндә әхирәтем уфтанып ҡуйҙы:
– Йәл, бәхетле манты бер кемгә лә эләкмәне.
Күҙҙәрем тартыша башланы. Ҡалтыранған тауыш менән һорайым:
– Ниндәй мәғәнәлә бәхетле?
Аңлап тороуығыҙса, манты яһағанда әхирәтем береһенә борос тултырған. Кемгә эләгер икән, тип ҡунаҡтарын күҙәткәндер. Әммә бәхетле манты миңә – идиоткаға – эләкте, улар минән: “Нимә эшләнегеҙ, хәшәрәттәр, ауыҙымды саҡ яндырманым!” – тигән һүҙҙәрҙе көтөп ала алманы.
Әммә һуңынан барыһы ла рәхәтләнеп көлдө!

Т. ҒАЙСАРОВА.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:
Читайте нас