Ул хәмер, тәмәке менән дуҫ түгел, ауылда уның уңғанлығына һоҡланмаған кеше юҡ. Гәзиткә белдереү биргән сибәркәй Саматты йылы ҡосағына алырға тейеш. Тик нисек итеп ҡыҙ ҡаршыһына барып баҫырға? Саматтың ошо йәшкә етеп ҡатын-ҡыҙҙы бер үпкәне, хатта ҡапҡа төптәренә ҡәҙәр оҙатҡаны ла булманы. Үтте ғүмере балта сабып. Артта — бушлыҡ. Янында таянырҙай яҡын кешеһе юҡ. Баштарынан һыйпап иркәләргә балалары ла юҡ. Алда — ҡараңғы ҡартлыҡ. Юҡ, унда яңғыҙ барырға ярамай, өйләнергә, кәләш алырға кәрәк! Мөхәббәт тигән нәмә тора-бара килер. Булмаһа — мөхәббәтһеҙ генә йәшәрҙәр. Мөхәббәт һуңынан барыбер ыҙғыш-талашҡа әйләнә, тиҙәр. Ниәтләнек.
Самат, белдереү баҫылған гәзитте түш кеҫәһенә һалып, ҡалаға сәфәр сыҡты. Кәләш алырға.
Кәрәкле урам, йортто тиҙ тапты ул. Тик ҡыҙ йәшәгән фатирҙың звонок төймәһенә баҫыуҙары ғына бик ҡыйын булды. Әйтерһең дә, көтөп кенә торғандар, ишек тиҙ асылды.
Сөбханалла, күҙ генә теймәһен! Белдереүҙе ошо йән эйәһе биргән булһа, ҡарап туйғыһыҙ ҙа ул: килешле генә ҡара ҡаш һәм төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр, нескә бил һәм билдең нескәлеген һыҙып тороусы йомро янбаш, ә иң күркәме, күҙҙе иң иркәләгәне, ҡатындың асылыбыраҡ торған иҙеүҙәре һәм шунан күренеп тороусы ап-аҡ ике ярым шар. Күкрәк түгелдер ҙә, ожмах емештәрелер ул. Нишләп быға ҡәҙәр уларҙы тәмләй-тәмләй ашап бөтөрмәгәндәр?! Самат бәхетенә ҡалғандыр ул. Их, шуларҙы һыйпап ҡарайһы ине, шуларҙы йомарлап-йомарлап йоҡлайһы ине. Ярабби, күренеп торғандары телдән ҡалдырырлыҡ, ә күренмәҫтәйҙәре һушыңдан яҙҙырырлыҡтыр.
Самат, башы әйләнеп, ишек яңағына һөйәлде, тик шулай ҙа кеҫәһендәге гәзитте сығарып күрһәтерҙәй көс тапты ул.
— К-килдем... Белдереү... Һеҙме? Мин...
Зәңгәр күҙҙе ҡаймалаған ҡара керфектәр һирпелеп ҡуйҙы.
— Дөрөҫ килгәнһегеҙ. Мин. Әйҙә, үтегеҙ! Ғәфү итегеҙ, беҙҙә ремонт. Белдереүҙе подружка һүҙен тыңлап ваҡытһыҙ бирҙем, ахыры. Ҡыйынһынмағыҙ, үтегеҙ!
Тауышҡайҙары — һандуғас һайрауы. Бында килеп яңлышмаған Самат! Тутый ҡош эләктерә ахыры ул. Хәйерлегә булһын.
Самат тупһаны атлап керҙе. Тимер ишек шалтырап ябылды. Һандуғас һайрауын белә.
— Залға үтегеҙ! Беспорядок, извините!
Ысынлап та, бында шайтан аяғын һындырырлыҡ. Иҙәндә таҡта, плинтус киҫәктәре аунап ята, буяу банкалары. Бер стенала обой ҡуптарылған, икенсеһенә шкаф һымаҡ нәмә эшләнә башлаған да ташланған. Иҙән яңы, ләкин йүнле-рәтле йәйелмәгән, баҫҡан һайын шығырҙап тора. Таҡта араларына бармаҡ һыйырлыҡ. Ошолай эшләйҙәрме инде?!
— Кем? — тип һораны Самат, иҙәнгә төртөп күрһәтеп.
— Бер алкаш. Өс көн замучил. Наконец ҡыуҙым, ә обой йәбештергән мужик урындыҡты урлап ҡасты. Потолок буярға бер ир килгән ине, уныһын милиция алып китте. Төрмәнән ҡасҡан икән. Пажалыста, диванға ултырығыҙ! Извините, һеҙҙе кем тип белергә?
Самат, ыҡы-мыҡы килеп, үҙе тураһында һөйләне һәм һүҙен, зал ишегенә табан күрһәтеп:
— Оҙаҡламай ҡалтая, — тип теүәлләне.
Сибәркәйҙең күҙҙәре шар булды.
— Почему... ҡалтаяһығыҙ?
— Юҡ, мин түгел, зал ишеген әйтәм. Сей ағастан эшләнгән. Тотҡа ла кәрәк түгел.
— Тотҡаһыҙ ишек буламы ни?
— Була. Зал ишеге ике яҡҡа ла асылһа әйбәт, — тине Самат һәм өҫтәп ҡуйҙы:
— Тотҡа-неважны. Өйҙә ишектең тауышһыҙ асылып ябылыуы важны! Ишек-барометр, ғаиләлә дауыл яҡынлашыуын күрһәтә ул.
Белдереү хужаһы сәпәкәй итте.
— Браво! Ир менән ҡатын асыуланышһа, ишек шаҡылдай башлай. Грозаны белдерә. Шәп. Ярай, юлда арығанһығыҙҙыр. Бына һеҙгә коньяк, ҡараштыра тороғоҙ, ә мин сәй әҙерләйем.
Көмөшкә эсеп өйрәнгән ауыҙға коньяктың тәме бик һиҙелмәне һиҙелеүен, шулай ҙа көҙрәт өҫтәне. Теле сиселеп китте егетебеҙҙең.
Сәйләп-мәйләп оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Ҡыҙҙың исеме Гөлзифа икән. Беҙҙеңсә әйткәндә — Гуля. Самолетта оса — стюардесса. Оса-оса квартира, машина алған. Баҡсаһы ла бар, шунда өй һалмаҡсы. Ҡаршыһындағы сибәркәйҙе Самат ҡыҙғанып ҡуйҙы. Өй һалыу ошо һылыу эшеме ни инде! Бармаҡтарын ғына ҡара һин уның — ниндәй нәфис! Кирбес, таҡта тота торған ҡулдармы ни? Юҡ!
— Аллам һаҡлаһын, һинән өй һалдырмайым, Гөлзифа! Үҙем эшләйем, кәртинкә итәм, — тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ҡыҙып алған Самат һәм шып туҡтап ҡалды, сөнки уның ҡыҙ-ҡырҡын ҡаршыһында былай күп итеп асылып бер ҙә һөйләгәне юҡ ине.
Гөлзифа, башын аҫҡа эйеп, керфектәрен дерелдәтте.
— Һеҙ... Что һеҙ?.. Әле танышып та бөтмәнек, уже миңә дачный домик строить итмәксеһегеҙ. Һеҙгә ышанһаң, тәҙерә төбө һайын бала ла ултыртып ҡуйырһығыҙ әле.
— Уныһы ла бер беҙҙән генә ҡалмаған. Һөйләшәйек, аңлашайыҡ!
— Вот именно аңлашырға кәрәк, Самат, — ти Гуля сәғәтенә ҡарай-ҡарай. — Әллә һин ваҡытһыҙ килдең, әллә инде минең рейс невовремя. Короче, миңә осорға. Нишләйбеҙ?
Ҡыҙҙар шулай инде, ҡосаҡҡа керҙем тигәндә генә осалар ҙа китәләр. Ә Гөлзифаны ысҡындырмаҫҡа ине. Ҡыҙ үҙе лә егетте оҡшатҡан кеүек. Күҙ ҡараштарынан, һөйләшеүенән шулай һиҙелә. Юҡҡа ғына ҡыҙ бала:
— Һеҙ өйҙә ҡалаһығыҙмы һуң? Мин рейстан ҡайтҡас, һөйләшербеҙ, — тимәй инде.
Самат ҡуш ҡуллап риза булды.
Гөлзифаны оҙатҡас, күп тә үтмәй бер бәндә үҙ асҡысы менән ишекте асып керҙе. “Гуляның дядяһы”, — тип таныштырҙы ул үҙен. Ваҡытлыса бында йәшәй икән. Самат уға әйләнеп тә ҡараманы, ташып сыҡҡан шатлығынан йырлағыһы, бейегеһе килә ине уның. Тимәк, ҡыҙ уны оҡшатҡан! Оҡшатмаһа, фатирынан ышанып сығып китәме ни инде? Юҡ. Ярабби Хоҙай, Самат, бәлки, ошо өйҙә йәшәр. Өнмө был, төшмө? Йылы ҡуйын күрмәй юҡҡа ғына ошо йәшкә тиклем йөрөмәгән, әсәһе юҡҡа ғына: “Яңғыҙың ҡуҡырайып ҡалдың инде, балаҡай”, — тип уфтанған икән.
Квартирала үҙен хужа итеп тоя башлаған оҫта Самат еңдәрен һыҙғанды. Гуляһы рейстан ҡайтыуға ремонт-рәтләү эштәрен теүәлләргә ниәтләне ул. Ҡурсаҡ өйө булһын, һөйөклөһө менән гөр килеп йәшәйһе оя бит был.
Арымай-талмай көнө-төнө эшләне Самат. Гөлзифаһы, (тфү, тфү) маладис, бөтә кәрәк-яраҡты хәстәрлекләп ҡуйған. Ә бына уның дәдәһе ялҡау. Телевизор ҡаршыһындағы креслонан һимеҙ артын айырып алалмай. Тәмәке тартҡан арала Саматтың эшен күҙҙән кисерә лә: “Ҡулың алтын икән, егет! Пажалуй, Гуля эләгер һиңә”, — тип мыйыҡ аҫтынан көлә, ҡәһәрең. Саматтың, бер ҡатлы ауыл малайының, күңеле тағы ла күтәрелеп китә. Тахтаның ҡаҡшаған таҡталарын нығытҡанда ла әллә ниҙәр уйлап бөттө ул.
Ниһайәт, ремонт тамам. Квартира көлөп тора. Түшәм, иҙән, стеналарҙан оҫтаның ҡул йылыһы һиҙелгән кеүек.
— Дә-ә, ауылда әрәм булып ятҡанһың икән егет. Ҡулдарың алтын бит һинең, — тип Гуляның дәдәһе маҡтап бөтөрә алмай.
Эх, тиҙерәк Гөлзифа ҡайтһын ине. Самолет тауышы ишеткән һайын Самат тәҙерәгә ҡаплана, әйтерһең дә һауаларҙа Гуляһы, бер күреүҙә ғашиҡ иткән Гөлзифаһы, күренә инде. И, мөхәббәт! Кешеләрҙе һантыйҙарға һабыштырыр өсөн генә барҙырһың һин.
Гөлзифа ҡайтманы. Бары тик почтанан ғына унан ҡот осҡос хәбәр-телеграмма килтерҙеләр.
“Самат извини не жди я встретила другого. Ключ передай дяде”, — тип яҙылған ине ул ҡәһәрле ҡағыҙға.
...Ҡайғыларҙан ҡара көйгән Самат, ауылдарына ҡайтып ауғас, һулыны, кипте. Телдән яҙҙы. “Өфөләрҙә ни эшләтеп ҡайтарҙылар улымды?” — тип әсәһе бошона төштө. Башлы-күҙле итергә кәрәк был баланы. Яңғыҙлыҡтан ыҙалана уның йөрәге. Утыҙға етеп, ни ҡатының, ни балаң булмаһын инде. Аҡылыңдан яҙырһың. Мөхәббәт кенә тимәгән. Заманалар икенсе. Хәҙер белдереү буйынса ла өйләнешәләр. Бына, бөгөн килгән гәзиттә берәү баҫылған. Саматтың бәхетелер ул.
— Улым, улым — тип һаҡ ҡына һүҙ башланы әсәһе. — Бына гәзиткә яҙылған — бик тә уңған Гөлзифа исемле бер ҡыҙ үҙенә тормош иптәше эҙләй икән. Эсеү, тартыу менән мауыҡмаған, ағас эшен, бигерәк тә бура бурай белгән ир-егеткә ҡулымды бирәм, тигән. Хас һиндәй егет кәрәк инде был балаға. Ишетәһеңме, улым?
— Ишетәм, — тине Самат, иларҙай булып. — Уға баҡса өйөн башҡа дурак эшләһен инде. Мейес сығарыусы ла кәрәк булыр әле ул заразыға.
— Әстәғәфирулла, ниндәй баҡса өйө тағы? Ниндәй мейес? Һаташа был бала. Әйтәм уны һуңғы арала үҙен бик сәйер тота. Духтырға күрһәтергә кәрәк. Хәҙер үк, нимидлә!
Әсә өҫтөнә кейенә башланы...
И, әсә, борсолма һин, бер ҡайҙа ла барма! Улыңдың аҡылы, зиһене камил, тик беҙ йәшәгән замананың ғына шөрөптәре бушай төшкән.