+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
10 Ғинуар 2024, 10:00

Балалар, вахта, Анапа

Кәләше ауырға ҡалғас, Фәнүрҙең башына күңелһеҙ уйҙар килә башланы. – Минән алдараҡ өйләнгән иптәш­тәрҙең барыһы ла зарлана. Бала илай, ҡатын игәй, өйҙә бер тынғы юҡ. Ҡабаланма, һин бит әле йәш, тип гел әйтеп килделәр. Хәҙер бы­на үҙем дә улар хәленә төштөм.

Балалар, вахта, АнапаБалалар, вахта, Анапа
Балалар, вахта, Анапа

Фәнүр, ир-ат бергә йыйылған саҡта күп ваҡыт шаяртып һөйләшеүҙәренә күнегеп бөтһә лә, был һүҙҙәрҙе ысынға алды, ты­уа­­саҡ улын алдан уҡ хәүефләнеп көтә баш­­ланы. Ҡурҡып ҡына йөрөүҙең фай­ҙа­һыҙ икәнен белә, берәй нәмә уйларға кә­рәк. Әмәлгә ҡалғандай, шул осорҙа подъезд ишегенә йәбештереп ҡуйылған иғланға иғтибар итте. Уҡып бөтөр-бөтөр­мәҫ­тән уны ишектән ҡуптарып алды ла, елдәй елеп дүртенсе ҡатҡа менеп тә китте.
– Ҡара әле, Гөлдәр, ҡара, вахта эшенә са­ҡыралар, – тип бүлмә эсендә зыр әйлә­неп алды. – Һин аҡсаһын ҡара, аҡсаһын. Мин иҫәпләнем инде, – иғланды бер минут элек кенә күреп ҡалғанын онотто. – Ике йыл эсендә бөтә финанс проб­ле­мала­ры­быҙ­ҙы хәл итеп буласаҡ... – Фәнүр ул аҡса­ға нәмәләр алып була икәнен ҡысҡырып һанарға кереште.
– Ә мин бында бер үҙем бала менән ниш­ләйем? – Гөлдәр иренең шатлығын уртаҡ­лашырға ашыҡманы.
– Әсәйем ярҙам итер. Пенсияға сыҡты, үҙенә лә күңеллерәк булыр.
– Үҙең беләһең бит инде, ул мине яратмай. Уға ышаныс юҡ.
– Һине яратмаһа, мине ярата, ейәнен дә яратыр. Беренсе ейәне, күреп тор, барыһы ла һәйбәт булыр...
Гөлдәрҙең ай-вайына ҡарамай, Фәнүр вах­таға китеп тә барҙы. Биш ай эшләргә лә, бер ай ғына ял. Улы донъяға килеүен дә телефон аша ғына белде. Әсәһе бер килеп ураған да, юҡ булған, Гөлдәр һөй­ләш­кән һайын зарлана, кире ҡайт, ти. Ә Фәнүр карточка аша аҡса ебәреү менән генә сикләнде, үҙен бик бәхетле тоя ине ул. Ғаиләне тәъмин итеп тороусы хәстәрле атай бит ул. Эше лә бик ауыр булмай сыҡты. Йәшәргә йылы урын, һәйбәт ашхана, телевизор, интернет. Ял көндәре күңел асып та алалар.
Биш ай үтеп тә китте, Фәнүрҙе ҙур ҡу­наҡ кеүек итеп ҡаршы алдылар. Гөлдәрҙең йөҙө ҡояштай балҡый, әсәһе лә йүгереп килеп етте, улын һағынған, өрмәгән ергә ултыртмай. Бала илай, әлбиттә, ярай, бер айға түҙермен әле, тип йыуатты үҙен Фә­нүр. Гөлдәр, бүтән йөрөмә, һағынам, ба­ла менән бер үҙемә ҡыйын, ҡәйнәм ярҙам итмәй, тип мыжып ҡараһа ла, Фәнүр би­реш­мәне. Өйҙә үткәргән бер ай уға вахта­лағы биш айҙан ҡыйыныраҡ тойолдо.
Балаға ике йәш тә тулып өлгөрмәне, Гөл­дәр тағы “декретҡа” китте. Ситтә йөрөр­гә өйрәнеп бөткән Фәнүр иптәштәре алдында маҡтанып алырға ла онотманы. Үҙе ике бала атаһы булырға торһа ла, йәш егеттәр кеүек йәшәп ята, күҙ ҡыҙырлыҡ та шул.
Бер-бер артлы ике бала тапҡан Гөлдәрҙең дә холҡо үҙгәреп китте. Кесе улына ике йәш тулған көндә ҡаты ғына әйткеләшеп тә алдылар. Фәнүр түҙмәне, әйберҙәрен йыя башланы.
– Һин ҡайҙа, беҙҙе ташлап китәһеңме? – Гөлдәр ҡурҡып китте.
– Юҡ, ташламайым. Арыным, Анапаға китәм, ял итергә. – Фәнүр сумкаһын тултырып та ҡуйҙы.
– Һин түгел, мин арыным. – Гөлдәр саҡ түҙеп тора ине. – Һин дә юҡ, ҡәйнәм дә ярҙам итмәй. Биш бала үҫтерҙем, миңә бер кем дә ярҙам итмәне, ти.
– Дөрөҫ һөйләмәйһең, Гөлдәр. Әсәйҙе лә бында ҡыҫтырмайыҡ. Мин дүрт йыл вахтала йөрөнөм, ял итергә хаҡым бар.
– Минең дә ял иткем килә. Әллә мин дүрт йыл тик ултырған, тип уйлайһыңмы?
– Һин дә ял ит. Вәт, мин китермен дә, рәхәтләнеп ял ит.
– Әйҙә икәүләп ял итәйек ошонда рә­хәт­ләнеп. Ниңә бер үҙемде ҡалдыраһың?
– Ошондамы? Өйҙәме? Шул ял була­мы ни?
– Әле генә миңә рәхәтләнеп ошонда ял ит тинең бит...
Һүҙ оҙаҡҡа китте, береһенең дә еңелеп ҡалғыһы килмәй ине.
– Ярай, – тип ҡул һелтәне Фәнүр. – Бы­йыл мин барып киләйем дә Анапаға, икенсе йыл һин барырһың. Балалар ҙа әҙерәк ҙурайыр. Ғәфү ит, минең самолет төндә, әҙерәк серем итеп алырға кәрәк. – Ул йоҡо бүлмәһенә инеп тә китте.
Гөл­дәр шул арала ҡәйнәһенә шылтыратты.
– Фәнүр ҡайтҡас та, әйт, тигәйнең, ул ҡайтты, килегеҙ.
Хәлисә апай тиҙ арала килеп тә етте.
– Фәнүр йоҡлай, балалар ҙа. Уятайыммы?
– Юҡ-юҡ, арыған кешене бимазалама. Бер ҙә улыма тынғы бирмәйһең, килен. Ул һеҙ тип тырыша, вахтаға йөрөй... – гел әйтә торған һүҙҙәрен әйтеп бөтөрҙө лә, залға кереп, телевизор ҡарарға ултыр­ғайны, ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Шул мәлдә Гөлдәр, ҡәйнәһе юлда саҡта әҙерләгән сумкаһын алды ла, сығып та китте.
Иң беренсе уянған Хәлисә апай өҫтәлдәге записканы күреп ҡалды.
“Мин Анапаға киттем. Балаларҙы ҡарау буйынса инструкция һыуытҡысҡа магнит менән беркетеп ҡуйылған. Вахтаңды ташларға риза булһаң, өс аҙнанан ҡайтырмын, риза булмаһаң, хуш... Татыу йәшәгеҙ...”
Әсәһе уятҡас, Фәнүр бер килке күҙҙәрен сылт-сылт итеп торҙо ла, телефонға йәбеште. Гөлдәрҙең телефоны һүндереп ҡуйылғайны.
– Мин хәҙер, ул аэропортта булырға тейеш, – тине лә Фәнүр, сығып йүгерҙе. Әҙер­ләп ҡуйған сумкаһын да алырға онотманы.
Фәнүр әсәһенә бер нисә сәғәттән генә шылтыратты.
– Әсәй, балаларҙы ҡарап тор инде. Гөлдәр китеп өлгөргән. Мин дә Анапала, эҙләп табып, ҡайтарып ебәрермен... – Ләкин Фәнүр өс аҙнанан һуң ғына, Гөлдәр менән бергә, ҡайтып төштө. Ишек асылыу менән Хәлисә апай, ирешергә лә онотоп, өйҙән сығып йүгерҙе.
Фәнүр, интернет аша ғына хәбәр итеп, вахта эшенән сығып, ҡалала урынлашты. Анапала өс аҙна йөрөү бушҡа китмәгән, ваҡыты еткәс, Гөлдәр тағы “декретҡа” китте. Кәләшен юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡҡан Фәнүр хәҙер өс бала менән дә ултырырға риза, был эш үҙенә лә оҡшай башланы. Бер аҙна ла үтмәне, Хәлисә апай, уф, һағындым бәпестәремде тип, килеп тә етте.
Хәҙер Фәнүр менән Гөлдәр йыл һайын бергәләп Анапаға ял итергә йөрөйҙәр.

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас