+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
12 Ғинуар 2024, 06:00

Һыйырҙы юртаҡ итеп булмай

Әҙис инде иллегә етһә лә, мотоцикл түгел, велосипед рулен дә тотоп ҡарағаны юҡ. Автомашинаны тракторҙан китапҡа ғына ҡарап айыра ул. Бына шул кеше һыйырын һатып машина алды. Ялтырауыҡ, теҙгенде саҡ ҡына ебәрһәң дә елдертә торған “Жигули”ҙы Әҙистәрҙең ихатаһына керетеп ҡуйҙылар. Таҙа булһа ла, йыуҙылар.

Һыйырҙы юртаҡ итеп булмайҺыйырҙы юртаҡ итеп булмай
Һыйырҙы юртаҡ итеп булмай

Үҙе генә ҡалған Әҙис, ауылды бер урап киләйем әле, тип машинаһына ултырҙы ла тиҙлеккә һалды — машина урынынан һикереп ҡуҙғалды һәм ҡапҡа бағанаһына барып бәрелде. Артыҡ зыянлы түгел, әле йөрөрлөк.

Үҙе генә ихатанан сығырына ышанмағас, күршеһенән (ул шофер булып эшләй) машинаһын урамға сығартты һәм китте Әҙис урам буйлап. Артынан туҙан ғына өйөрөлә, юлдағы ҡош-ҡорттар, пырылдап, ситкә оса, кешеләр саҡ йүгереп юл биреп ҡала. Иллә рәхәт машинала елдереүҙәре! Һабантуйҙа сабышҡан юртаҡтарың ситтә торһон.

Инде кирегә боролорға ла ваҡыт — Әҙис шартлатып тормозға баҫты ла рулде ҡырт һулға борҙо. Аптырап ҡалған машина, шып туҡтап, шәп айғырҙар һымаҡ, артын өҫкә сөйҙө.

Әҙис, йәнселгән, иҙелгән машинаһын тракторға тағып, өйөнә алып ҡайтып бара ине. Урамдағы халыҡ, уны ҡыҙғанып, баш сайҡай. Ә кемдер шул саҡ:

— Һыйырҙы юртаҡ итеп булмай шул, — тигән, имеш.

Ғ. ҒАТАУЛЛИН.

Фото: ftabs.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас