+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
13 Ғинуар 2024, 05:00

Текәлек бәләһе

(Иҫке әкиәткә яңыса ҡараш) Борон-борон заманда түгел, ә нәҡ беҙ йәшәп ятҡан осорҙа, Йоморо икмәк, әбей менән бабайҙың йоҡларға ятыуынан файҙаланып, өйҙән сығып ҡаса. Бара, ти, был тәгәрәп, үҙе ижад иткән йырҙы йырлай-йырлай. Аҙмы-күпме бара торғас, бының юлында Ҡуян тап булған:– Йоморо икмәк, мин һине хәҙер ашайым

Текәлек бәләһеТекәлек бәләһе
Текәлек бәләһе

– Хәҙер ашалып торам, ти, һинең кеүек асарбаҡтан! “Кәрәкле урын”ға оҙатмаҫ элек, тай бынан. Юғиһә ҡылый күҙҙәрең туп-тура ҡарай башлаясаҡ!
Ҡуян “эт менән эт булмайым” тип, ҡасып киткән. Ә беҙҙең йомроҡай юлын артабан дауам иткән. Күпмелер бара торғас, быға Бүре тап булған, ти:
– Йоморо икмәк, мин һине хәҙер ашайым!
– Ха-ха-ха! Мине теге ваҡыт ашай ал­ма­ғаныңды, хәҙер булдырырһыңмы икән, эшһеҙ? Юлымды бушат, меҫкен эт ишараты!
Бүре лә, үҙ башына бәлә килеүен те­лә­мәй, ҡойроғон һыртына һалырға мәжбүр булған. Йоморо икмәк аҡырып йырлай-йырлай юлын артабан дауам иткән. Шул саҡ бының ҡаршыһына сит ил автомо­би­лен­дә Айыу килеп туҡтаған.
– Сәләм, Йоморо икмәк! Бына мин Се­бер­ҙән ҡайтып киләм, вахтанан. Күрә­һең­ме, мин ниндәй “текә” машина алдым! Асығып ҡайтып килә инем, самай тап бул­дың әле. Хәҙер мин һине ашайым рәхәт­ләнеп тороп!
– Алтмышҡа етһәң дә аҡыл кермәгән икән һиңә, тайыштабан! Мин хәҙер һиңә шундай йыр йырлаясаҡмын, һинең хатта барлыҡ йөндәрең ҡойолоп бөтәсәк!
Көтөлмәгән “сәләм”дән Айыуҙың ҡотҡы­найы ботҡа киткән. Ул машинаһын ташлап ҡасып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, ти. Йомро икмәгебеҙ йәһәт кенә рулгә менеп ултырған. Үҙе йырлай, ти:
Әбей-бабай ғына түгел,
Ташланым мин барын да.
Ҡулға машина эләккәс,
Ҡыҙҙар эҙләп барам да!..
Йөҙөнсө саҡрымда геройыбыҙға юл сатында Төлкөбикә осраған:
– Ой, Йоморо икмәккәйем, тәмлекәйем! Һин ҡайһылай “текә” булып киткәнһең! Һин миңә бик оҡшайһың. Ауыҙ һыуҙарым ағып китте. Әллә үҙеңде тәмләп кенә бер йотаһы инде.
– Хәҙер, тороп тор! Һинең һымаҡ валюта өсөн үҙҙәрен һатыусы “күбәләк”тәрҙе күргән бар. Кит юлдан, тапап иҙмәҫ элек!
– Ой, йәнекәйем-татлыҡайым. Миңә, ҡатын-ҡыҙ затына, берүк улай ауыр һүҙҙәр әйтмә инде, йөрәккәйем! Белгең килһә, мин һиңә үлеп-үлеп ғашиҡ булдым, йомроҡайым. Һин шундай “текә” ирһең! Мин һине бик ныҡ яратам! Әйҙә берҙе генә булһа ла үпәс итеп алайымсы үҙеңде, йәнем...
Ҡатын-ҡыҙҙар шундай сихри көскә эйә. Улар ҡап-ҡаты ҡая таштарҙы ла емерер, баш бирмәҫ ирҙәрҙе лә туҡтатыр. Бына беҙҙең әллә кем булып ҡыланған Йоморо икмәкте лә хәйләкәр Төлкөбикә шулай үҙенә ымһындырып, ашаған да ҡуйған, ти. Әкиәт тамам.

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас