+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
17 Ғинуар 2024, 09:00

Йырсы ҡарға

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Мәҫәл) Көндәрҙән бер көндө Ҡарға Ҡарсығаның кейәүе булып алған. — Мин иҫән саҡта һиңә уҡырға кәрәк, кейәү балаҡай! — тигән Ҡарсыға. — Һандуғастар төбәгендә йырсылар мәктәбе бар. Шунда уҡырға кер. Атҡаҙанған йырсы булырһың. — Алмаҫтар — һәләт юҡ. — Алмай ғына ҡараһындар! Мәктәптәре-ниҙәре менән бергә ояларын пыр туҙҙырырмын.

Йырсы ҡарғаЙырсы ҡарға
Йырсы ҡарға

Икенсе көндө улар һандуғастар төбәгенә осоп киткән.

Мәктәп менән үҙ ояһы араһында кәләп һалып йөрөй торғас Ҡарға үҙ теләгенә ирешә — юғары музыкаль белемле йырсы тигән диплом ала. Икенсе көндө үк ағас башына белдереү яҙып элә:

— Мин, йырсы Ҡарға, үҙ ҡанатым аҫтында ҡарсанбль ойошторам. Теләге булған былбыл, һандуғас һәм турғай кеүек ҡоштарҙы ҡабул итәм, — тип яҙылған унда.

Йырсы ҡоштар ошо иғлан янына йыйыла. Ағас башында ултырған ғорур Ҡарға уларҙы айырым-айырым һайратып ҡарай — һай, йолҡоштар, береһенең дә моңо, музыкаль һәләттәре юҡ табаһа! Ҡарҡылдай белмәйҙәр бит. Уның үҙенә етәме һуң! Бабаһы Ҡарсыға:

— Йырсы булғас бар донъяны моңға күмдең, кейәү балаҡай, — тип шатланып дәһшәтле томшоғон йыра.

Шулай итеп, Ҡарғанан да талантлы йырсы ҡалмай. Яңғыҙ Ҡарғанан торған ҡарсанбль көн-төн урман-яланды яңғырата.

Көндәрҙең береһендә ҡарт Ҡарсыға мәңгелеккә күҙен йомғас Ҡарға яп-ябай бер ҡош булып ағас башында һерәйеп ҡала. Һайрамаҡсы була ул — ҡар-р, ҡар-р...

Был ауазды ишеткән һандуғастар: “Ҡар-р”, тип ҡарсанбленә саҡыралыр, ахыры, — тиҙәр. Ә былбылдар: “Бабаһы Ҡарсығаның исемен әйтеп беҙҙе ҡурҡытмаҡсы ла бит, тик теле генә “ҡар-р”ҙан артыҡҡа етмәй, — тип ауыҙ йыралар. Күңелдәре булғансы һайрайҙар. Ҡарғаның ҡарҡылдауы йыр булып яңғырамай хәҙер.

Фото: kartinki.pibig.info

Автор:
Читайте нас