05.30
Төндө ҡайҙалыр үткәреп, һәм, күрәһең, бик арып, кәйефһеҙ ҡайтып килгән ике ата бесәй тап подъезд алдында осрашып һуғышты ла китте бит. Уйнап ҡына йәки исем өсөн генә лә түгел, ә ысынлап, йән-тәсмән. Ә тауыштары! Арыҫлан менән юлбарыҫ алышамы ни? Таз да тоз, мау ҙа мау киләләр генә. Был дау нимә менән тамамланыр ине икән, икенсе ҡаттың балкон тәҙрәһе асылып китеп, кемдеңдер иҫке тәпешкәһе осоп килеп сыҡмаһа. Хатта ки, осоп барып теге ике януарҙың ҡай ерҙәренәлер теймәһә. Ә ул осоп барған саҡта тағы икеме-өсмө тәҙрәнән аҡырҙылар ҙа:
– Перес-с-с!
– Ҡәҫәр ҫуҡҡырҙары!
06.00
Мине өҫкө ҡаттағы ҡыҙыҡай уята. Бына ул карауатынан шыуып төшә лә суйын тояҡтарын кейеп алып, өй буйлап йүгерә һәм, моғайын, берәй ботлоҡ шарҙарҙы тәгәрәтә башлай. Ул шулай кискә тиклем сабып йөрөй ала. Түҙемһеҙлек менән был сабыйға өс йәш тулғанын һәм уны балалар баҡсаһына йөрөтә башлғандарын көтәм.
Аҫҡы ҡаттағы һаңғырау ҡарсыҡ уяна ла, радиоһын ҡабыҙа. Уныһының тауышы, әлбиттә, бөтә көсөнә асылған. Һуң, әбекәй ишетмәй бит! Ә беҙ бына ишетәбеҙ һәм теләйбеҙме-теләмәйбеҙме тыңлайбыҙ.
06.30
Ванна бүлмәһендә ике яҡ стена вибрацияла. Сөнки фендар, кер йыуыу машиналары, душтар бер юлы геүләй, зырлай һәм шөптөрләй. Һин дә шуларға ҡушылып китәһең.
Ун һигеҙ ҡатта ла пышылдатып, сыжылдатып, бығырлатып нимәләрҙер ҡайната, бешерә, көйҙөрә башлайҙар.
07.00
Теге перфораторлы әҙәм уяна ла, күҙҙәрен дә асмаған килештер, моғайын, инде йоҡартып бөткән, моғайын, стенаһына тотона. Уны йөҙәрләгән фатирҙарҙан күп ҡатлы йорттарҙа ғына була торған бик боронғо яман әр менән һүгәләр.
Ҡапыл ғына бөтәһенең дә телефондары таныш булмаған шылтыратыуҙарҙан зыңлай башлап, хатта тотош өйҙә бер геү барлыҡҡа килә. Был банктар эш башлай ҙа, беҙҙе тиҙерәк яҡшы хәбәрҙәр менән ҡыуандырырға теләй.
Хәйерле иртә менән!
Сәйҙә ҒАРИПОВА.
Фото: pictures.pibig.info