+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
1 Февраль 2024, 11:00

Ғәләмәт бит

15 йәшлек Себер үҫмере  “Зыян күреүсенең ярҙамһыҙ хәлен ҡулланып, енси характерҙағы башҡа ғәмәлдәр” маддәһе буйынса енәйәт эшендә ғәйепле тип табылған. Уны ике йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм иткәндәр. Тик..

Ғәләмәт битҒәләмәт бит
Ғәләмәт бит

Бәлиғ булмаған егет социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандан 10 һәм 11 йәшлек ҡыҙҙар менән аралашҡан. Ул уларҙан интим фотоларын ебәреүен һораған. Шул уҡ мәлдә ҡыҙҙары ла бит үҙҙәренең ысын йәштәрен арттырып күрһәткән. Үҫмерҙең үтенесен кире ҡаҡмай, асыҡ фотоһүрәттәрен ебәргәндәр. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе эштең ниҙә икәнен һиҙеп ҡалып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.

Адвокат билдәләүенсә,  дәүләт эксперты судҡа тәү тапҡыр ғәйепләнеүсенең ғәйепһеҙлеге хаҡында шаһитлыҡ биргән һәм быны фәнни нигеҙләгән. Белгес 15 йәшлек үҫмерҙең “Үҙенең енси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатынан түгел, ә үҙ-үҙен үҫтереү һәм әйләнә-тирә донъяны танып-белеү маҡсатынан” эш иткәненә дәлилдәр килтерә, сөнки уның, имеш тәбиғи йәштәге етлекмәүлеге арҡаһында етерлек тормош төжрибәһе булмаған, имеш.

Шул ыңғайҙан суд йомшаҡ хөкөм сығара.

Фото: riakursk.ru

Автор:
Читайте нас