+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Февраль , 17:00

Алыпһатар

Район үҙәге баҙарында йәшелсә һатып ултырған Ғәли бабайға таныш бул­маған ир һүҙ ҡушты:– Ғәли бабай, һинме был? Әстәғәфи­рулла, ҡатыныңды әйтер инем, ҡарт көнөңдә йәһәннәмдәге баҙарға ебәр­мәһә? Ҡабат килеп йөрөмә, һатаһы әйберҙәреңде миңә ҡалдыр. Ауылдаш­тарыңа ла әйт, иртәгә машина менән алыпһатар килә, хаҡын икеләтә түләй, тиң. Һиңә лә шулай түләйем.

Алыпһатар
Алыпһатар

Ғәли бабай аҡсаны алғас, алыпһатарға рәхмәт уҡый-уҡый, автобус туҡталышына ашыҡты. Өйөнөң тупһаһына баҫыу менән һөрәнләне:
– Хәҙисәкәйем, беҙ байыныҡ! – Ул яңылыҡтарын тиҙ генә һөйләне лә, юлдан һыуһап ҡайтһа ла, сәй ҙә эсеп тормай, урамға сығып китте.
Иртәгеһен ауыл халҡы Ғәли бабайҙың ҡапҡа төбөндә гөж килде. Хатта күрше ауылдан атын егеп Искәндәр бабай ҙа килеп еткән. Пеләш башына бер ни ҙә кеймәгән, ашыҡ­ҡандыр, күрәһең. Имай ҡарт унан көлмәксе булды:
– Искәндәр түбәтәйен онотоп ҡалдырған. Аҡсаһын ҡайҙа һалыр икән?
– Аҡсағыҙға урын тапмаһағыҙ, миңә бирегеҙ, кеҫәләрем күп, – тип яуапланы Искәндәр бабай.
Уның сираты еткәндә пеләш башын ҡояш нурҙары арыу ғына ҡыҙҙыра башлағайны. Башыңа эҫе ҡапмаһын, тип әлеге Имай ҡарт гәзиттән түбәтәй яһап бирҙе.
– Мин хәҙер байыйым, аҡсалы бабайҙың башында халыҡ ҡағыҙ тү­бәтәй күрһә, бот сабып көлөр. Мине ҡайғыртыуыңа рәхмәт, – тип бабай түбәтәйҙе Имайға кире бир­ҙе.
Ике сәғәт эсендә алыпһатарҙың ма­шинаһы һыртлап тейәлгәйне. Һөйләшеү буйынса алған тауары өсөн хаҡын икеләтә түләне. Күктән төшкән аҡсанан файҙаланып, берәүҙәр газ керетеүселәргә бурысын түләне, икенселәр магазиндан тормош кәрәк-ярағы алды.
Алыпһатарҙың халыҡҡа йәшелсә өсөн түләгән аҡсаһы ялған икәнлеге ике көндән һуң ғына асыҡланды. Аҡсаның файҙаһын күргәндәр шатлыҡтан сәпәкәй итте, отол­ғандар йөрәген тотоп ергә ҡоланы.

Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН.

 
Автор:
Читайте нас: