Концерт бөтөүгә сибәр ҡыҙ күренмәгәс, егеттәр, артистар төшкән фатирға килеп, хужаларҙан да тартынып тормай, ишекте дөбөрҙәтә башлай. Йорт хужалары эштең нимәлә икәнлеген һиҙенеп, Рәшиҙә апайҙы тиҙ арала йәшерергә ҡарар итә. Тик ҡайҙа? Баҙға? Шкаф эсенә? Һәм уйлап табалар. Карауаттың юрған ҡатламы араһына бейеүсенең тал сыбығындай кәүҙәһен һуҙып һалалар ҙа, өҫтөнә юрған-түшәк өйөп, мендәрҙәрҙе ҡабартып, йыйыштырып та ҡуялар. Егеттәр, өйгә атылып килеп инеп, Рәшиҙә апайҙы таптыра башлай. Беҙ уны алып ҡалабыҙ, тиҙәр.
Рәшиҙә апайҙың ул ваҡытта буласаҡ ире Әнүәр Ишбирҙин менән дуҫлашып ҡына йөрөгән мәле була. Егеттәрҙең һөмһөҙлөгөн күреп, Әнүәр ағайҙың күҙҙәре маңлайына менеп үк китә. Утынлыҡта торған балтаны ала ла, өйгә инеп: