Тик ике йылдан һуң, Әминә апайға бер хат килеп төшә. Унда банкка 24 мең һум бурысы барлығы хаҡында иҫкәртелгәйне. Был ни хәл? Ни өсөн унан тағы ла өҫтәмә аҡса һорайҙар? Хатты тотоп банкка килгән Әминә апайға былай тип аңлаталар: кредит суммаһы теүәл һандарҙа ғына булмаған, һәр ай һайын 6450 һум 56 тин түләргә, тиелгән. Бына шул 56 тин ике айҙа түләнмәй ҡалған һәм бурыс булып арта барған...
Түләнмәй ҡалған тиндәр ҡалманымы, кредиттың беҙ күрмәй ҡалған шарттары булманымы икән тип борсолоп йөрөгәнсе, уны япҡас та, банктан шарттар үтәлгән, кредиттың түләнеп бөткәнлеге хаҡында справка алығыҙ.
Кредитты түләп бөткәндән һуң да, түләү ҡағыҙҙарын өс йыл һаҡларға кәңәш итә белгестәр.
Фото: https://vk.com/chayanmagazine