+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Февраль , 18:00

Кредитҡа – мөхәббәт

Бына Батырхан үҙенең биләмәһе – ҙур баҙар буйлап әкрен генә атлап килә. Бөтә нәмә үҙ урынында, баҙар­сы­лар ашығып әйберҙәрен әҙерләй, һәр береһе табыш алырға тырыша. Йылмайышып сәләмләйҙәр, ҡул биреп күре­шәләр. Көн дә үтә һатыу рәт­тәре буйлап, шунһыҙ булмай, тәртип кәрәк бар ерҙә, тәртип. Ҡәнәғәт Батырхан, ныҡ тота баҙарҙы, уны Хан тип кенә йөрөтәләр, абруйы ҙур.

Кредитҡа – мөхәббәт
Кредитҡа – мөхәббәт

Шулай көндәрҙең береһендә уның эш бүлмәһенә ипле ишек шаҡып һылыу ҡатын килеп инде. Креслоһында ҡайҡая биреп ултырған Батырхан, уны күргәс, ҡалҡына биреп тертләп китте. Тертләрлек тә ине шул, бындай матур ҡатынды ғүмерендә тәү тапҡыр күрә тиһәң дә хата булмаҫ. Үҙенең һөйгәне лә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ та ул, ләкин был нисектер икенсе төрлөрәк, ымһындырып тора.
– Эйе, тыңлайым һеҙҙе, әйҙә ултырығыҙ – тип ҡаушауын белдермәҫкә тырышһа ла, үҙен был ханым алдында йәш егет кеүек хис итте. Тыйнаҡ ҡына килеп өҫтәл эргәһенә ултырғас, был яҡтарға яңы ки­леүен, баҙарҙа эш башларға теләүен белдерҙе ханым. Ныҡ булырға тырышты, бында урын һорап көнөнә ҡырҡ кеше килә, бөтәһен дә ҡабул итә башлаһаң, тәртип булмаясаҡ, тип уйланы ул эстән генә. Әммә булдыра алманы, иретте уның туң йәрәген был һылыу, нисек икәнен үҙе лә аңламаны.
Башланып китте уҡыуҙар тигән кеүек, шул көндән, юҡ шул минуттан башланды. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, башкөллө ғашиҡ булды Хан шәреҡ һылыуы Әсмирәгә. Нимәһе менән әсир иткәндер, әммә ул үҙен тыйып торорлоҡ хәлдә түгел ине. Шул тиклем ҙур баҙарҙы тотҡан Батырхан уның алдында йыуаш малайҙай ебене лә төштө. Бар йомошон үтәргә әҙер, күктән йондоҙ һораһа, һис шикһеҙ, менер, әмәлен табыр ине. Ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерҙе Батырхан бындай сибәрҙең үҙенеке булыуынан. Хатта егерме биш йыл бергә торған ҡатынын айырып, уның менән йәшәп китеү хаҡында ла уйҙар сыуалды башында, ҡаршы ла килмәгән кеүек Әсмирәһе. Бәхетле минуттар, бергә үткәргән көндәр бер-бер артлы оса торҙо. Баҙарҙағы иң үтем­ле урын, әлбиттә, Әсми­рәнеке ине, сауҙа­һы шуға ла бик уңышлы барҙы.
Бер көн иртүк, ҡобараһы осҡан һөйгәне килеп инде. Батыр­хан­дың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды.
– Ни булды? – тиеп һикереп торҙо ул урынынан. Күҙ йәш­тәрен сығарып уның түшенә башын һалып үкһергә тотондо Әсмирә. Бер тынала, бик яҡын туғанының ҡаты ауырып китеүе, дауаланыуға күп кенә аҡса кәрәклеге тураһында теҙеп һалды шәреҡ һылыуы. “Әлбиттә, әлбиттә бирә­сәкмен аҡсаны, күпме кәрәк – шунсаны, һинең өсөн йәнемдә йәл түгел”, – тип теҙҙе албырғап ҡалған баҙар хужаһы.
– Ни саҡлы сумма кәрәк?
– Биш йөҙ мең – тине, һулҡылдап, һылыу ҡатын.
– Булыр! – тине ышаныслы итеп Хан.
Тик уның ҡулаҡсаһы юҡ шул, барыһы ла әйләнештә йөрөй, тауарға һалынған. Ҡурҡыныс түгел, банкир дуҫтары бар, һә ти­гәнсе кредит бирерҙәр, тип уйланы эстән Батырхан. Ул фараз иткәнсә булды ла. Кискә уның ҡулында биш йөҙ мең түгел, бер миллион ине.
Аҡсаны ҡулына алғас, Әсмирәнең ҡай­ғылы йөҙө асылып киткәндәй булды, Батырхан да еңелерәк һулап ҡуйҙы.
– Бер айҙан килермен, барыһында ҡайтарырмын, – тине тамам тынысланған ҡатын.
Иртән юлға оҙатып, самолетҡа ултыртып ебәргәс, Батырхандың күңелендә икеле-микеле уйҙар хасил булды. Булмаҫ, алдамаҫ, насар кеше түгел, бер-береһенә ысынлап ғашиҡтар бит, китаптағыса... Ундай уйҙарҙы ситкә ҡыуып, елле маши­на­һының газына баҫты.
Бер түгел, алты ай үтеп китте, әммә Әсмирәнән бер хәбәр ҙә килмәне. Шәреҡ һөйөүенән башын юғалтҡан Батырхан төпһөҙ кәмәгә ултырыуын аңла­ғайны.
Башҡа бер ҡасан да иҫһеҙ ғашиҡ булмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ биреп, шул тиклем отолоуына йәне көйөп, сираттағы кредитын түләргә банкка табан атлауы әле.
Ә был ваҡытта Әсмирә бер ҙур ҡаланың, ҙур баҙар хужаһының ишеген ипле генә шаҡый ине.

Хәмит ӘБҮБӘКЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: