Сөнки арыным, ялҡтым, бүктем ауыл тормошонан. Хәлем бөттө, сиктән сыҡтым, һанһыным. Ауылдың бер ҡыҙығын да, ымһындырырлығын да, ылыҡтырырлығын да, йәмен дә, тәмен дә, татын да тапмай башланым. Көн дә шул бер эш: тейен тәгәрмәсте әйләндерә лә әйләндерә, әйләндерә лә әйләндерә. Тейен тигән булам – һыйыр. Иртән дә, төш тә, кис тә – һыйыр. Тиҙҙән мин дә уға ҡушылып баҡыра башлаһам, башығыҙға тотонорһоғоҙ – һуң булыр. Шуға киттем мин яҙыу эҙләп. Ҡалаға.
Килеп төшөү менән, күҙемә иң беренсе булып, бөтәһе лә табылыр, индекс, тигән яҙыу салынды. Хәрефтәре ҙур булһа ла, күҙлегемде онотоп ҡалдырғас, етә күрмәйем шул. Әһә, тимәк, мин дөрөҫ килгәнмен, индекс менән йәшәү урынын билдәләйҙәр бит. Миңә тигән мөйөш бар, былай булғас. Кәйефтәр күтәрелеп китте, автобусҡа ла ултырып тормайынса, тротуарҙан йәйәү атланым. Осраған магазинға инеп сығайым тип, тотҡаһына тотонғайным, быяла ишегендәге һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡығанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым – “Барыһы ла тормошҡа ашасаҡ”. Һы, мына бит! Шәп былай булғас. Ярай, тегенеһендә нимә һатыла икән? Аҙыҡ-түлек, шикелле. Вәт замана: шыуып ҡына алдан асып, арттан ябып та ҡуйҙы. Кәрзинемә кәрәклеләрен тултыра-тултыра йөрөп ятһам, радиоһы һөйләй башлағанға, терт итеп ҡалдым: “Һеҙҙең өсөн йән атып – бир биште!” Яҡлаусыһыҙ ҙа түгелмен икән был донъяла. Кемдеңдер һине ҡайғыртыуын белеү күңелгә йылылыҡ өҫтәй шул.
Тамаҡ ялғап, хәл алып, аяҡты һона биреп эскәмйәлә ултырһам, ҡаршылағы кибеттең исемен күреп ҡалдым: “Сәнғәт өсөн кухняла – сытно”. Һиҙенә йөрөй инем инде былай йырға барымым бар икәнлеген. Йондоҙ сәғәтем һуғыр тиҙҙән, ахырыһы. Телевизорҙан мине ҡарап, ҡуша йырлар көндәрегеҙ алда әле. Тик нимәгә кухняла ла, нимәгә “сытно”? Туҡ тамаҡҡа йырлап булалыр шул!?
Аһ-аһ, бынысама ҙур экранды нимәгә урамға сығарып, элеп ҡуйҙылар икән? Әллә кинотеатрҙыҡын “списать” итеп, тауышы сыҡмаһа ла, һүрәтен булһа ла ҡарап йөрөһөндәр, тинеләрме икән? Шулайҙыр. “Тәмле аҙыҡ тиҙ бөтә. Һөтлө фермер”. Һы, быныһы нимәгә ишара икән? Кит, минән ниндәй фермер сыҡһын? Ҡайтмайым мин кире ауылға. Ҡайҙан ғына уҡыным. Йөрәгемә шом һалмаҡсыһыңмы, килеп сыҡмаҫ, тип олоғара телевизорға йоҙроҡ төйҙөм дә, белдереүҙәр йәбештерелгән бағаналарҙы барлап киттем. Берәй ерҙә төнәр кәрәк бит. Тәк, тәк... “Йоҙаҡтарҙы асам”... кәрәкмәй, икенсе бағанала... Туҡта әле, йоҙаҡтарҙы асам? Бушҡа ғына был белдереүгә юлыҡмағанмындыр бит: билдә был, билдә. Шул ваҡытта башыма аттың тояғы килеп бәрелдеме ни: минең өйҙө өптәргә йыйыналар. Эйе, тап шулай. Табанға төшөп барған йөрәгемде усыма йомарлап тотоп алдым да, саптым вокзалға. Теге экран тағы ла осраны әле, унда бер малай көлә-көлә шикалат ашай: “Яйлама – сникерсла!!!”
Сникерсламаһам да, шәп йүгерәм мин. Көн һайын һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ ашағас ни, көс тә бар, дәрт тә ашып-ташып тора. Йүгереп барған ыңғайы эремсекте һауытҡа өйөп һалған күҙлекле әбейҙе яҙа-йоҙа күреп ҡалдым: “Һәйбәт ауылда өйөң булыуы”. Дауна шайтып әйтәләр уны! Һәптәнләмәгән дә булыр инем. Ахылдап-ухылдап вокзалға килеп инһәм, өлкән плакат, стенаның яртыһын ҡаплап, эленеп тора: “Тәмле сырҙың тәбиғәте. Бәләбәй районы”. Ҡуй башымды бутама, Бәләбәй ҡайҙа ята? Мин үҙ өйөмдә, үҙ кухнямда, үҙемдең һыйырымдан һауып алынған ҡуйы ғына һөттән эшләйем ул тәмле сырҙы. Шунан һеҙҙе лә ҡунаҡҡа саҡырып алырмын әле. Ҡайтып ҡына етәйем.
Дилә СӘЛИХОВА.