+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
7 Март , 09:20

ҒӘФҮ ИТ, ТАНЫМАНЫМ...

Урта йәштәрҙәге бер ҡатынға инфаркт булған. Операция өҫтәлендә табиптар уның ғүмере өсөн көрәшкән ваҡытта ул Аллаһты күргән. - Үләмме? - тип һораған ҡатын. - Юҡ, - тигән Аллаһы Тәғәлә. - Әле һинең 40 йыл да өс көн, 8 сәғәт ғүмерең бар.

ҒӘФҮ ИТ, ТАНЫМАНЫМ...
ҒӘФҮ ИТ, ТАНЫМАНЫМ...

Ҡатын наркоздан уянғас, дауаханала ятыуын иҫәпкә алып, табиптан битендәге йыйырсыҡтарын бөтөрөүен һораған. Бер ыңғайҙан түштәрен ҙурайтыуын, билендәге майҙарын кәметеүен дә үтенгән. Дауахананан сығыр алдынан яңы халәтенән ҡыуанған ҡатын парикмахер саҡыртып, сәстәрен һары төҫкә буятҡан, уға маникюр, педикюр яһағандар. Әммә донъянан шул тиклем дә ҡәнәғәт булған ҡатын дауахананан ҡабаланып сығып килгәндә машина аҫтында ҡалған. Һәм тағы ла Аллаһ алдына баҫҡан. - Эй, Аллам! - тип ҡысҡырған ҡатын, - Һин бит минең 40 йыл ғүмерем бар тинең! - Ғәфү ит, таныманым, - тигән тауыш ишетелгән...
Шулай итеп...
Кинәйә - ишара ғына, уның аҙағын беҙ үҙебеҙ фекерләп бөтөрөргә тейешбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар асыуланмаһын, кинәйәнең мәғәнәһен енескә айырып ҡарарға кәрәкмәй. Бында һаулыҡ һәм уға ҡарата беҙҙең мөнәсәбәтебеҙ нисек булыуы тураһында һүҙ бара...

 

Автор:
Читайте нас: