-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Март , 11:00

Өйрәнгән тормош

(Хикәйә) Улар яратышып өйләнеште. Ике йыл эсендә ҡаланың ситендә өй төҙөп керҙеләр. Икеһенең дә эше ауыр, шулай ҙа аҡсаны мул түләнеләр. Бер-бер артлы ике улдары тыуҙы. Гәрәй уйынлы-ысынлы, әйҙә, тағы берәүҙе тәүәккәлләйек, тип ҡараһа ла, Зөһрәһе баш тартты. Был икәүҙе тәүҙә эш итергә кәрәк әле, – тине.

Өйрәнгән тормош
Өйрәнгән тормош

Ун йыллап ғүмер шулай үтте лә китте. Гәрәй иртән китә, кисен ҡайта. Ҡайтыуына өҫтәлдә аш һоҫолған, ит туралған, икмәк киҫелгән. Һөтлө сәйе ҡойолған. Киске тамаҡты ашағас телевизор ҡарап ултыралар. Ара-тирә Гәрәй малайҙарының уҡыуы менән ҡыҙыҡһына. Көн һайын шулай. Бер көн Гәрәй барыһын аптыратып эсеп ҡайтты. Улар эшләгән филиалда бер шоферҙың тыуған көнө булғайны. Шул тейәнеп килгән, үҙенә эйәреп ҡатыны, ҡатынына тағылып әхирәте килгән. Уныһы үткер бер нәмә, һәр береһен үҙе йөрөп, һыйлап сыҡты. Автобус саҡырып, төн уртаһы еткәс кенә таралыштылар.
Гәрәй иртән эшкә килһә, телефоны шылтыраны. Теге Флүрә исемле яңғыҙ ҡатын икән. Кисә телефондарын алышҡандар, имеш. Юҡты бар итеп, һөйләштеләр-көлөштөләр. Гәрәйҙең күңелендә ниндәйҙер ут тоҡанғандай булды, шәмбе иртүк килергә вәғәҙә итте.
Аҙна үтте лә китте. Һылтауын табып, тәғәйен адрес буйынса Флүрәгә ыңғайланы. Ҡаланың уртаһында тип әйтерлек бер бүлмәле фатирҙа йәшәп ята. Донъяһы етеш, балалары юҡ. Гәрәй үҙен яңы бер донъяға килеп ингәндәй тойҙо. Өтәләнеп тора, колбасаһын телеп һалды, йомортҡаһын ҡурҙы, ялтыр башлыһын сығарҙы. Буйтым булдылар, серҙәре беректе. Икенсе аҙнала Гәрәй ғүмерҙә булмағанса командировкаға ебәрәләр, тип ҡуна килде. Тәүҙә ҡатыны хәҙер командировкалар ҙа буласаҡмы, тик аптыранды, шулай ҙа күнде. Ике ай шулай үтеп киткәйне, бөтәһе лә көйлө ине һымаҡ, ләкин ҡатын-ҡыҙҙы алдап буламы?
Зөһрә бер көн туранан-тура, һинең бер кемең бар шикелле, мин һине тотмайым, – тип туранан-тура әйтте. Гәрәй әллә ҡыуанды, әллә ҡайғырҙы. Ике сумаҙанға кейем-һалымын тултырып сығып китеүҙән башҡа юл тапманы. Хатта тауыш-тынһыҙ ҡотолоуына ҡыуанғандай ҙа булды.
Шулай итеп, өс ай ваҡыт үтеп тә китте. Кешене белер өсөн бер бот тоҙ ашарға кәрәк, тиҙәр. Флүрәне аңлар өсөн бер нисә грамм тоҙ ашау ҙа етте. Үҙ яйына йәшәп өйрәнгән ҡатын икән, ашхана тирәһендә технолог булып эшләгәс, өйҙә бешеренеү ике ятып бер төшөнә лә инмәй. Эшләгән ерендә ашап-эсеп ҡайта ла, фатирында кәрәкһә ҡоро-һары ҡапҡылап, сәй эсеү менән сикләнә. Ә Гәрәйҙең эше ауыр. Ул көнө буйы аяҡ өҫтө, объекттан-объектҡа саба, кешеләр менән әрләшә, көн аҙағына арый, саҡ ҡайтып ҡолай. Ҡайтыуҙан ни фәтүә, әгәр һине тәмле аш, яҡты күңел менән көтөп тороусы булмаһа.
Гәрәй түҙҙе, был һынау бер йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Ҡатыны, малайҙары төшөнә инеп йонсота. Йәнде көйҙөрөп Зөһрәһе, исмаһам, алиментҡа бирһәсе? Яңы йылға ҡотлайым тип барғайны, малайҙарын алып Янғантауға ял итергә киткән. Яңы йыл ҡаршылағанда эсеп иҫереп Флүрә менән һүҙгә килеште. Уныһы участковыйҙы саҡырта һалды. Төндө полицияла үткәрергә тура килде. Ҡайтыуына ике сумаҙаны ла ишек төбөндә тора ине. Гәрәйгә күптәнге бер дуҫына барып йоҡлауҙан башҡа сара ҡалманы.
Интернетта ҡатынының сәхифәһе барлығын белә ине. Инеп ҡараны. Эйе, Янғантауҙа ял итәләр, бик матур фотолар ҡуйғандар. Гәрәй фотоларҙы ентекләп ҡарағайны, кемдер башына күҫәк менән тондорған һымаҡ булды. Зөһрәһе эргәһендә уның биленән тотоп бер ир тора ла баһа. Суҡынғыр, етмәһә, тимер тештәрен ыржайтып йылмайған була бит әле. Гәрәй көнләшеүенән шартлай яҙҙы.
Кисен тағы эсеп иҫерҙе. Иптәше менән урамға сыҡҡайнылар, Гәрәйҙең аяҡтары үҙенән-үҙе элекке өйөнә алып килде. Бына тимер ҡапҡа, уны Гәрәй эшләтеп ҡуйғайны. Кеҫәһендәге асҡысты алып борғайны, ҡапҡа асылды ла ҡуйҙы. Ир ышанмай тупһаға менде. Ишекте этә биреберәк борғайны, уныһы ла еңел генә асылды ла ҡуйҙы. Өйгә инһә, илап ебәрә яҙҙы. Күңелгә яҡын, йылы, күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Ҡуй инде, ошондай ҙа донъяны, әллә кемгә ташлап кит инде. Бында һәр ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ ярылып ята. Флүрәлә бер йыл йәшәп, иҙән йыуғанын, өй йыйыштырғанын күрмәне.
Өйрәнгән урынына ятып йоҡланы. Үҙе төш күрә, эргәһендә ҡатыны ҡайнар тәне менән һыйынып ята, имеш, малайҙары шым булырға тырышып йүгереп уйнай.
Ике көндән ял итеүселәр ҡара «крузак»та ҡайтып төштө. Йөҙҙәре шат, кәйефтәре күтәренке, хатта Гәрәйҙең өйҙә булыуын да күрмәмеш булдылар. Гәрәй залда телевизор ҡарап ултырған була. Ҡатыны аш бешерә башланы. Бүлмәгә тәмле еҫ таралды. Малайҙарының кесеһе телевизор ҡарарға сыҡҡайны, Гәрәй яратып, арҡаһынан һөйәм тигәйне, тегеһе ҡулын этеп сыҡты ла юғалды. Шым ғына ултырып ашанылар. Гәрәй ҡабаланмай ашарға тырышты. Ләкин танһыҡ ашты алдап буламы? Һоғаланып ашап ала ла китә.
– Нимә, – тине ҡатын мәрхәмәтле ҡарап, – әллә күптән ашағаның юҡмы?
– Һинән киткәне бирле, – тине Гәрәй итен сәйнәй-сәйнәй.
– Күреп торам, – тине ҡатын. – Мунса яғылған, кейемдәрең шунда.
Мунсанан һуң сәй эсерҙе. Быныһын Гәрәй ярашыуға бер аҙым һымаҡ ҡабул итте һәм ҡатындың ҡулынан тотоп ҡарамаҡ булды.
– Юҡ, – тине ҡатын ҡаты итеп. – Беҙ айырылышабыҙ. Малайҙарың Әнүәр ағайҙы ҡабул итте, улар дуҫлашты. Беҙ киләһе аҙнаға Әнүәрҙең коттеждына күсенәбеҙ. Һин үҙ иркендә, теләһәң ошонда ҡалаһын, теләмәһәң, йортоңдо малайҙарыңа яҙам. Һиңә беҙ бер бүлмәле фатир алып бирәбеҙ. Шуның менән һөйләшеү бөттө.
Гәрәй бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Үҙенең ғүмерендә иң ҙур юғалтыуға дусар булыуына ғына төшөндө.

Р. МӘҮЛИТҠОЛОВ.

 

Автор:
Читайте нас: