+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Март , 13:25

Һары автобус осраштырҙы...

Тиҫтәләгән йылдар китеп барабыҙ шул һары автобуста: – Өфөнөң бер осонан икенсеһенә тиклем йөрөй торған 29-ынсы һанлы һары автобуста башланды, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы Фәриҙә ханым. –

Һары автобус осраштырҙы...
Һары автобус осраштырҙы...

Филармонияға эшкә саҡырыу алғас, Борайҙан КамАЗ-ға ултырып килдем. Ҡайҙандыр бик ҡаты ел өрҙө, аяҡтар туңып, боҙ булды. Гоголь урамында урынлашҡан филармония бинаһына килеп кергәндә лә эремәгән ине әле улар. Мине йырлатып ҡарарға булдылар. Баянсы итеп шунда бер бүлмәлә репетициялағы егетте саҡырып сығарҙылар. Тал сыбығы кеүек нескә генә, ҙур күҙле, ҡарағусҡыл йөҙлө бер малай килеп сыҡты. Ул уҡыуын дауам итеп, бер юлы эшләп тә йөрөүсе Роберт Тимербаев булып сыҡты. Йырланым, мине эшкә алдылар. Филармониянан бергә сыҡтыҡ, һәм, бер яҡка ҡайтаһы ла икән. 29-ынсы автобусҡа ултырып, оҙаҡ ҡына бергә барҙыҡ та, шунан һуң айырылышманыҡ та инде, тиҫтәләгән йылдар китеп барабыҙ шул һары автобуста.

Сығанаҡ: https://tamasha-rb.ru/

Фото: Vk

Автор:
Читайте нас: