+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Март , 09:00

«Кемдең ире?»

Айныҡ саҡта Ринаттан да тәүфиҡлы ир юҡ. Әммә эсеп алдымы, әйтерһең, уны алмаштырып ҡуйғандар. Бигерәк холоҡһоҙ инде.Туй бара. Арыу ғына «ҡыйыш тейәгәс», Ринат үҙенең холоҡһоҙлоғон күрһәтә башланы. Һуғышмай ҙа ул, әммә ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе майлап ташлаһаң, эт тә ашамаҫ.

«Кемдең ире?»
«Кемдең ире?»

Һүгенеп ултырыуына уңайһыҙланып, ҡатыны Әсимә:
− Эй, Хоҙайым, ҡоҙасалар! Кемегеҙҙең ире был? Ҡолаҡ маҙаһы ҡалманы бит. Тыйығыҙ әле шул ирегеҙҙе, − тип өндәште, аҙарынып.
Шул һүҙҙән һуң Ринат ҡатынына күҙҙәрен тултырып ҡараны ла шым булды. Туй бөткәнсе ипле генә һөйләшеп ултырҙы. Ауыҙынан бер насар һүҙ сыҡһасы.

«Беҙҙең урам түгел икән…»

Туй бара. Туйҙа туҡмаҡ аунаған тигәндәй, бөтә ир-ат иҫерек. ҡыйыш-мыйыш булһа ла, атлап йөрөүселәр күренгеләй. Аяғында баҫып тора алмағандар имгәкләй. Берәүҙәр үҙ алдына һөйләнә, икенселәре йоҡлап ултыра.
Фәррәхетдин ағай уянып китте лә ҡатынын эҙләй башланы. Әллә ҡайҙа булғансы Ғәмбәриәһе.
− Ғәмбәриә, тим. Ғәмбәриә, һин ҡайҙа?
Яуап юҡ. Өҫтәл аҫтындағы аяҡтарҙы һәрмәкләп ҡараниһә: «Ағай, ни эшләйһең? Бында мин бит», − тип сәрелдәй һеңлекәштәре.
Фәррәхетдин ағай имгәкләп өҫтәл осона барып етә. Ғәмбәриәһе күренмәй. Аяҡ өҫтө баҫып ҡарар ине, баҫырлыҡ та, әҙәм танырлыҡ та хәлдә түгел шул. Имгәкләгән килеш мейес артына барып инә лә башы менән «шаҡ» итеп стенаға бәрелә.
− Аһ, был беҙҙең урам түгел икән, − тип мейес артынан әйләнеп сыға. Шулай имгәкләп тағы өҫтәл янына килә.
Фәррәхетдин ағайҙың ошо һүҙе ағай-эне араһында лаҡап булып ҡалды. Яңылыш йөрөлгән юл булһа: «Беҙҙең урам түгел икән», – тиҙәр хәҙер.

«Таймырҙа һыуытҡан»

Көтөү ҡаршылар мәл яҡын­лаш­ҡанлыҡтан, ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сығып ултырҙым. Күп тә үтмәне, Люциә апайым сыҡты ла эргәмә килде. Кис һайын беҙ шулай эскәмйәлә һөйләшеп-көлөшөп ултырабыҙ.
− Әстәғәфирулла, Мәҙинә туғаным, шыр яланғас ултыраһың да инде, өшөмәйһеңме? − тип һүҙ башланы апайым.
ҡараһам, үҙе аяғына йөн ойоҡбаш, гамаш, өҫтөнә йөн кофта кейгән, башында яулыҡ, яулыҡ тышынан шәл ябынған.
− Юҡсы, ни эшләп өшөйөм, ти. Көн йылы ла инде. Урамда июнь айы бит. Аяғыма ут ҡапҡанмы ни, ҡыҙып тора әле, − тип яуаплайым.
− Таймырҙа һыуытҡан, ти бит. Рәшит ағайың телевизорҙан тыңлаған.
− Таймырҙа һыуытһа ни? Таймыр ҡайҙа ла, Башҡортостан ҡайҙа, − тип ҡулдарым менән картанан күрһәткән хәрәкәттәр яһайым. − Таймырҙа һыуытҡанға шулай ҡат-ҡат кейенеп сыҡтыңмы ни?
− Эйе, уны-быны уйлап торманым. Таймырҙың һыуығы беҙгә лә килеп еткәндер тип, ошолай кейенеп сыҡтым, − тип, кейемдәренең ҡатын күрһәтергә тотондо апайым. Бик мәрәкә кеше инде ул.
Эй көлөштөк рәхәтләнеп. Әле лә ҡалыныраҡ кейенгәнебеҙҙе күрһәк: «Таймырҙа һыуытҡанмы ни?» − тип көлөшәбеҙ.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2012-01-27/huzha-be-e-arala-515792

 

Автор:
Читайте нас: