Бер килке ваҡыттан теге ҡатынға, мин дә иптәшем менән һеҙҙең һымаҡ һөйләшеп ҡарайым әле, тием. Ҡатын көлә-көлә ризалығын белдерә. Бына хәләлем шылтыратты.
– Тыңлайым, һөйөклөм, һағынып та бөттөм үҙеңде, йәнем, – тинем. Телефондың теге яғында шомло тынлыҡ урынлашты, күпмелер ваҡыттан һуң Әсҡәтем телгә килде:
– Әйкәйем, әллә килеп алып ҡайтайыммы үҙеңде? Һөйләшеүеңдең бер ҙә генә рәте юҡ бит?
Беҙҙең һөйләшкәнде ишетеп, палаталаштарым тәгәрәп ятып көлдө.
Гөлнира СИРУСИНА.