...Был юлы ысынлап тотондолар, шикелле. Тәүҙә социаль селтәрҙәрҙә имеш-мимеш кенә йөрөһә, уның артынан илдең бөтә төбәктәренә иң ҙур кеше ҡул ҡуйған ҡағыҙ килеп етте. Ул бер биттән генә торһа ла, өҫтән аҫҡа төшкән һайын ҡалыная барып, беҙҙең ойошмаға килеп еткәнсе көс еткеһеҙ папкаға әүерелгәйне. Һәр бер етәксенең үҙен эшлекле һәм кәрәкле икәнен күрһәтергә тырышыуы һөҙөмтәһе инде, беҙҙә зирәк кеше менән донъя тулған бит ул.
Директор ашығыс кәңәшмә йыйҙы.
– Хәл бик киҫкен, – тип башланы ул һүҙен. – Элеккесә ябай отписка менән ҡотолоп булмаҫ. Ун коррупционер табырға, уларға ниндәй яза бирелеүе тураһында хәбәр итергә кәрәк. – Ул ауыр папка өҫтөнә усы менән бер нисә тапҡыр һуғып алды ла, асып ебәрҙе. – Бына бында вис яҙылған.
– Уны нишләп эҙләп торорға, беҙ бында теп-теүәл ун кеше, – кадрҙар бүлеге мөдиренең шаяртып һөйләшеүенә өйрәнеп бөткәндәр, барыһы ла дәррәү көлөп ебәрҙеләр.
Директорҙың ғына төҫө үҙгәреп китте.
– Һеҙ бында туғыҙ, унынсыһы мин буламдыр инде, шулай бит? Һеҙ миңә бер ниндәй дәлилһеҙ ауыр ғәйеп ташланығыҙ, мин һеҙҙе судҡа бирәм. Минең һигеҙ шаһитым бар. – Ул ҡарашын залға йүнәлтте. Әле генә көлөшөп ултырыусылар тын ҡалып, баштарын аҫҡа эйгәйне.
Кадровик, ултырғысына кнопкалар һибелгәндәй, тыпырсына башланы.
– Мин шаяртып ҡына әйттем бит, ғәфү итегеҙ, – тине ул, тотлоға-тотлоға. – Бүтән мәңге шаяртмайым, валлаһи, ант итәм.
– Һеҙ барып эләгәсәк ерҙә шаяртыусылар бик һирәктер ул, – директор үҙенекен ҡуйманы. – Яла яғыусыға ун йыл төрмә, ә унда ҡораллы кешеләр генә шаярта.
Кадровик ап-аҡ булды. Яҡлаусы эҙләп тирә-яғына күҙ һалды, барыһы ла үҙҙәренең ботинкаларын күҙәтеү менән мәшғүл ине.
– Тынысланығыҙ, мин дә шаярттым, – директор ихлас йылмайҙы. Үҙенең коррупционер түгел икәнлегенә барыһын да ышандырҙы, шикелле. Юҡһа бит, балыҡ башынан серей, тиерҙәр ҙә... Артабан нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс.
Залдағыларға ла йән керҙе. Барыһының да аяҡ кейеме үҙ урынында икәнлеге асыҡланды, артабан күҙәтеүҙең кәрәге юҡ. Кадровикка валерианка һалып бирҙеләр. Директор ҙа киң күңелле кеше икән, һис тә үс тотмай, артабан да шаяртырға рөхсәт итеү генә түгел, барыһы исеменән үҙе һораны. Кабинет тамам элекке хәленә ҡайтты, тиерлек. Тик тынысланырға иртәрәк булып сыҡты.
– Әйткәндәй, – тине директор, папка эсенән тағы бер ҡағыҙ килтереп сығарып. – Бында яҙылған, һәр ойошмала ун процент коррупционер була, тигән. Тимәк, беҙҙең арала әле бер ришүәтсе ултыра. Уны хәҙер үк фашларға кәрәк.
Ул тағы кадровикка күҙ һалды.
– Йә, бурҙың бүрке янамы?
Валерианка күберәк булған, ахрыһы, кадровиктың төҫө бер ҙә үҙгәрмәне.
– Улай тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, тип уйлайым, – тине ул тыныс ҡына. – Беҙ бит бында төрлө ерҙән йыйылған. Әйҙә, былайтайыҡ. Беҙҙең ойошмала ун бүлек бар. Папканың күсермәләрен эшләп, бүлектәргә таратып сығайыҡ. Өс көн эсендә берәр коррупционер табып бирһендәр. Бүлектәр ҙур, бер кеше табыуы ҡыйын булмаҫ.
– Әлдә үҙеңде ултыртып өлгөрмәнек, – тип тағы шаяртты директор. – Ҡотҡарҙың бит беҙҙе.
Барыһы ла, өҫтәренән тау төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, һәр кем үҙенең дә, эргәһендә ултырыусыларҙың да нәҡ шул уғры икәнен бик яҡшы белә ине.
Шул көндә үк папкалар бүлектәр буйлап таралды. Ундағылар нишләгәндер, әйтеүе ҡыйын, әммә өс көндән яуаптар йыйылды. Ҡыҙыҡ, уларҙың барыһы ла бер төрлө булып сыҡты.
Юғарыға яуап шул көндә үк китте. Уның йөкмәткеһе...
Коллективта ун коррупционер табылды, улар эштән ҡыуылды, улар урынына сит илдән намыҫлы урам һепереүселәр һәм иҙән йыуыусылар алынды. Беҙ коррупцияны пландан өс көнгә алданыраҡ еңдек!
Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Фото: polinka.top