– Ҡыҙыҡ ҡына түгел, ҡыҙғаныс та... Теге, Сәғирәне инде... Анау коронавирустан һуң хәтерем сәпсим хөртәйҙе.
– Уны һин әйтәһеңме, мин әйтәйемме, бөтөнләй иҫ тарала хәҙер. Шул арҡала бер көн саҡ ҡазаға ҡалманым. Сүп-сарҙы сығарырға, бер ыңғай магазинға ла барырға булғайным. Йәнәһе, ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотам.
Бер ҡулыма сүп-сар һалынған шыптырҙаҡты, икенсеһенә сумкамды тотоп урамға сыҡтым. Шыптырҙаҡты сүп багына елгәреп, “Байрам”ға индем. Икмәк, һөт-маҙар алып, кассаға сиратҡа баҫтым. Түләргә картамды алдан әҙерләп ҡуяйым тип, ҡулымды сумкаға тыҡһам, тоҡсайы менән янсығым юҡ! Урлатҡанмын, тип уйланым тәүҙә! Улай сумкамды абай тотҡайным, берәү ҙә йылышманы ла, сиратта аҙаҡҡымын. Бәлки, фатирҙа ҡалғандыр? Кәрзинде алмай, магазиндан сыға һалдым. Фатирҙың аҫтын-өҫкә килтереп күпме генә эҙләһәм дә тоҡсай табылманы. Хәтеремде аҡтарып, уйлана һалдым: ҡайҙа ҡалдырҙым һуң? Сығып китер алдынан ҡулымда тоттом да баһа... Туҡта-туҡта, сумкаға һалам тип, сүп-сар шыптырҙағына тыҡманыммы икән?
Шунан йәнә елдерҙем сүп багы янына. Сүп-сарҙа соҡоноусы һуҡбайҙар быуа быуырлыҡ, теймәһәләр генә ярай ҙа... Ҡараһам – шыптырҙыҡ йылтырап ята, эсендә – әрселгән картуф ҡабығы араһында – “Сбер” карталы тоҡсайым. Бына шулай, әхирәт. Ярай, һау бул, һөйләшербеҙ әле.
– Ҡайҙа ҡабаланаһың, ут сыҡмағандыр ҙа ул. Мин һине тыңланым да баһа. Сәғирәне һөйләрмен тигәйнем бит...
– Ҡайһы Сәғирәне әйтәһең? Беҙҙең ауылда улар икәү ине бит.
– Ҡайһы Сәғирә тип ни... Тыҡрыҡ буйындағыһы. Фәүәрис бисәһе. Ире эсеп үлгәс, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон бөтөрөп, өйөн юҡ ҡына хаҡҡа һатып, яңғыҙым донъя көтөү ауыр, тип райцентрға күсергә йыйынғайны.
– Ә-ә-ә, уны әйтәһеңме? Нишләгән? – Нәзирәнең ҡолағы ҡарпайҙы.
– Нишләмәгән, нишләткәндәр. Сбербанктан шылтыратҡандар, аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағаһың килмәһә, икенсе счетҡа күсерә һал, тигәндәр. Яңы счет биргәндәр. Бар мөлкәтенән алынған аҡсаһын юғалтыуҙан ҡобараһы осҡан Сәғирә тегеләр ни әйтһә, шуны эшләгән. Ҡыҙы килгәс, маҡтанған ишеү, ярай, йәһәт хәл иттем, аҡсаны һаҡланым, тип. Ҡыҙы эт итеп әрләгән. Банкыға барһалар, счетында нуль, ти. – Әхирәте кеткелдәне. – Ул ҡәҙәр аңра булырға, бала-саға түгел дә.
– Мин таныш булмаған номерға яуап бирмәйем.
– Һуң әле миллионлап кредит бирәбеҙ, әле почти бушҡа әйбер һатабыҙ, тип шылтыраталар. Ҡыҙыҡ бит. Уларын да тыңламайһыңмы?
– Юҡ. Бушлай сырҙың тәпелә генә булғанын беләбеҙ. Былай, кәрәк әйберемде магазиндан барам да алам. “ОzоN” тигәндәре лә арыу. Аҡсаны алдан таптырмайҙар. Һораған әйберең оҡшамаһа, ҡалдыраһың да китәһең.
– Һин башлы шул. Уҡыған кеше – уҡыған кеше инде, барыһын да беләһең. Беҙ ферманан ары китмәгәс, ғүмер буйы ризинкә итек һөйрәп, сирҙән баш сыҡмай, балнис юлын тапайым.
– Балнис... Унда ла һаҡ йөрө. Урлашалар.
– Духтырҙармы?
– Юҡ та. Сирлеләр. Дөрөҫөрәге, сирле булып ҡыланғандар. Ана, духтырға сират торғанда күрше әбейҙең көшөлөгөн сәлдергәндәр. Телефондан бабайы шылтыратҡас, башҡаларға ҡамасауламайым тип, бәлтәм менән сумкамды эскәмйәлә ҡалдырып, тәҙрә янына барып һөйләшкәйнем, ти. Шунда аптеканан дарыу алырға тиһә – көшөлөгө юҡ, ти. Кешеләрҙән һорашҡан, береһе лә күрмәгән дә, белмәй ҙә. Аптырағас, регистратураға барып, ни булғанын илай-илай һөйләп биргән. Видеокүҙәтеүҙән ҡараһалар, көшөлөгөнә үҙе кеүек бер әбей айыу майы һөрткән. Кинолағы кеүек күренеп тора ти нисек урлашҡаны.
– Ай, нисектәр ер күтәрә шундайҙарҙы.
– Өҫтөнә баҫтың, әхирәткәйем. Белгәндәй, уйымдағын әйттең, – тип мөһөр һуҡты Нәзирә.
– Теге ҡортҡаны тотҡандармы һуң? – Әхирәте төпсөндө.
– Әйтә алмайым. Әбей, эҙләйҙәр, тине. Тәк что, ни эшләһәң дә, ҡайҙа барһаң да, алдыңды-артыңды ҡарап йөрө.
– Дөрөҫ, әхирәт, рәхмәт. Һау бул әлегә. Ирҙең ҡайтыр ваҡыты етә шикелле, ашарға хәстәрләйһе бар.
Нәзирә һыуынған, әхирәте менән һөйләшерҙән алда киптерелгән еҫле үлән, тырнаҡ гөл сәскәһе һалып, томалап бешерелгән сәйенә үкенесле ҡараш ташланы:
– Пока, тағын һөйләшербеҙ әле!
Факил МЫРҘАҠАЕВ.