+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Апрель , 12:00

Шәп килен

Света, иртәгә һине атай-әсәйем менән таныштырырға алып ҡайтам, — тине Ибраһим, һөйгәненең диңгеҙҙәй зәңгәр күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап. — Һин нимә, йөрәккәйем?! — тине Света егетәнә ҡото осоп ҡарап. Ибра­һимдың ҡуйы ҡара ҡаштары бындай һорауҙан төйөлөп китте. —Танышҡың килмәйме?.. — Нимә уй­ларға лә белмәне егет. — Беҙ бит инде өс ай йөрөйбөҙ... Ваҡыт...

Шәп килен
Шәп килен

—Беләм-беләм, — тине Света, бәғерен тынысландырырға тырышып. — Тик иртәрәк түгелме? Әҙерәк миңә өйрәнһендәр ине...
—Нисек инде өйрәнһендәр? — Ибраһим бөтөнләй юғалып ҡалды.
— Һуң ҡара беҙгә, — Света уны көҙгө алдына килтереп баҫтырҙы. — Мин һинән өс йәшкә өлкән!
Ибраһим аңлағандай итте. Ата-әсәһе был йәһәттән талапсан шул. Берҙән-бер улдарына кәләштең иң яҡшыһын, иң эшлеклеһен, иң сибәрен алып бирергә теләйҙәр.
— Мин һине яратам! — тине Ибра­һим. — Тимәк, кәләш итеп тә алам. Быға бер кем дә ҡаршы сыға алмай! Хәҙер үк атай-әсәйгә шылтыратам, әҙерләнһендәр! Ҡаршы булһалар, аралашыуҙан туҡтайым!
— Юҡ, йәнем, ҡабаланма, — Ҡыйыулана төшкән егет Светаны ишетмәне лә... Ибраһим әсәһенә шылтыратып та өлгөрҙө:
— Алло, әсәй! Иртәгә буласаҡ киле­не­геҙ­ҙе алып ҡайтам, әҙерләнеп тороғоҙ, — тине егет.
— Ярай, улым... Исеме кем тинең әле? Светамы әле? Теге, һинән өлкә­не­рәк ҡатын инде?.. — Бер аҙ аптыра­ған тауыш яуап бирҙе.
— Эйе! Света! Өлкән булһасы, быны­һы мөһим түгел! — тине Ибраһим ҡатыраҡ итеп.
— Э-э, — тип тамаҡ ҡырҙы әсәһе. — Улым... Буласаҡ килен тейешле кеше­нең номерын яҙып ебәр әле, үҙем шылтыратып, саҡырам.
Ираһим бындай яуап көтмәгәйне! Тимәк, бер ҙә ҡаршы түгелдәр! Шунда уҡ СМС менән ҡыҙының номерын ебәрҙе. Бер-ике минут та үтмәне, Све­таның телефоны зыңғырланы. Ҡыҙ күңелһеҙ һөйләшеүгә әҙерләнеп, икенсе бүлмәгә ҡасты, Ибраһимы тыңлап ҡуймаһын!
— Света, мин шуны һорарға шылтырата инем, — тине буласаҡ ҡәйнәһе үҙе менән таныштырғас, — ниндәй ризыҡтар яратаһың? Өҫтәлгә ултыр­тыр­ға тип һорауым...
— Уй, рәхмәт! — тип балҡып китте Света. — Мин бөтөнләй ит ашамайым. Онло ризыҡ та миңә ярамай, тиҙ һимерәм. Йәшелсә, емеш-еләк булһын ине.
— Ярай, аңлашылды, Света. Иртәгә күрешкәнгә тиклем, — тип хушлаштылар...
Ибраһим, күпме генә ныҡышһа ла, Света буласаҡ ҡәйнәһе менән нимә тураһында һөйләшкәне хаҡында әйтмәне. Әйҙә, ыҙалаһын! Әммә Иб­раһим, Светаның янған күҙҙәренән күреп тора, һөйләшеү бик матур барған, ахыры!..
Йәштәр ҡыуаныша-ҡыуаныша иртә­гәһенә Ибраһимдарға барып инде. Буласаҡ киленде шат-йылмайып ҡар­шы алдылар, хәлдәрен, ҡайҙа эшлә­үен, уҡыуын һораштылар. Үҙҙәре тураһында һөйләнеләр.
— Бынамы тигән ҡыҙ! — тип әсәһе улына күҙ ҡыҫты.
— Шәп, Ибраһим, шәп, — тип маҡ­таны улын атаһы!
Егет барыһы былай килеп сығыуына ифрат шатланды. Света буштан-буш көйәләнгән булған! И-и! Ҡатын-ҡыҙ заты!
Иң аҙаҡ инде сәй эсергә саҡыр­ҙылар. Ә өҫтәл һый-хөрмәттән һынып бара: билмән, манты, бәлештәр, сөсө икмәк, әсе икмәк, кәнфит-печенье­лар... Тик бына емеш-еләк, йәшелсә­нең бер нәмәһе лә күренмәй ине. Света күп уйлап тормай, ишекте шарт ябып,кейәү балаҡай йортонан сығып ҡасты, бүтән килмәне...
— Һа-ай, шәп килен ине! Ниңә улай итте икән? Әллә беҙҙе оҡшатманы инде, — тигән булып йыуатты Ибраһимды ата-әсәһе...

З. ХӘКИМЙӘНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: