+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Апрель , 09:00

СЫР

Ҡарға ағас ботағына ҡунаҡлаған, суҡышында – сыр. Төлкө килеп, ағас аҫтына ултыра ла, гәзитте асып, уҡырға тотона:– Беҙҙең урманда йәшәүселәрҙең тормошо көндән-көн яҡшыра. Урман халҡының килеме артҡандан-арта.– ???– Тиҙҙән беҙҙең урманда һәр ботаҡта сыр эленеп торасаҡ.– Ха! – ҡарға шулай тигәс, ауыҙынан сыры төшөп китә.Һығымта: хөкүмәт ҡарарҙарынан көлөргә ярамай.

СЫР
СЫР

ЭЛЕККЕ ЭШ
Келәт мөдире вазифаһына эшкә урынлашырға утыҙ йәштәр самаһындағы егет килде. Резюмеһын уҡыйым, бурыстары һәм эш шарттары тураһында һөйләйем. Һорайым:
– Һорауҙарың бармы?
– Бар. Өйҙән эшкә тиклемге юлға аҡса түләйһегеҙме?
– Юҡ.
– Кеҫә телефоны өсөн аҡса бүленәме?
– Юҡ.
– Төшкө аш бушмы?
– Юҡ.
– Элекке эшемдә быларҙың барыһы ла бар ине.
– Ни өсөн ундай шәп фирманан киттегеҙ һуң?
– Ул бөлгөнлөккә төштө.

Автор:
Читайте нас: