+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
2 Апрель , 09:00

Өйрәтеүсе

Обходҡа йыйына инем. Брига­ди­рыбыҙ миңә:– Әхтәрҙән һора әле! Ҡайҙалыр ниндәйҙер знакмы, щитмы ҡуйырға, ти ине! Белмәйем! Әйтер үҙе! Беҙҙең тимер юлсылар теленән тәржемә итһәң, “щит”, “знак” тигәндәре ҡул көсө менән күсереп йөрөтөлә һәм ваҡытлыса ҡуйыла торған юл бил­дәләре, ә Әхтәр тигәне пенсия йәшенә етеп килгән бер эшсе була инде.

Өйрәтеүсе
Өйрәтеүсе

Уныһы был ваҡытта будка эсендә беҙҙең егеттәрҙең уртаһында йәйе­леп, тәмәкеһен көйрәтә-көйрәтә бо­рон-борон замандағы үҙенең йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын һөйләй булып сыҡты.
– Бөтәһен дә эшкә өйрәттем! Кәкре Хәкимде лә, Шакировын да, Илшатты ла...
“Хәтәр шәп!” – тип уйлар ине берәү, әлбиттә, сөнки уның һанап үткән исемдәре араһында беҙҙең хәҙерге ҙур түрә лә, элекке урынбаҫарҙары ла, бик башлы ғына монтёрҙар ҙа, белеме һайыраҡ булыуына ҡарамаҫ­тан, ҡа­сан­дыр беҙҙе лә эшкә өйрәткән кол­легаларыбыҙ ҙа байтаҡ.
Әхмәрович! – тип әңгәмәһен бүл­дер­­ҙем тегенең. – Мин киттем об­ходҡа, был яҡты ҡарап тикшереп киләм, ул теге ун алтынсы километрҙа нимә эшләргә кәрәк тигәнһең әле?
– Ә, әйе, әйе! Тыңла. Хәҙер! Мин Бүребаевҡа әйттем дә инде: “Унда бер саҡрым ярымға етмәй!”– тип. Һуңынан: “Ярар, һин – мастер, нисек ҡушаһың, шулай эшләрмен, тик үҙ өҫтөңә алһаң ғына!” – тип ризалаштым. Юғиһә, теге юлы минең: “Сик бағанаһын дөрөҫ ҡуймағанһың!” – тип теңкәмә тейҙе­ләр. “Өлкән мастер әйтте!” – тип тә ҡарайым, “Ә һинең, ҡартлас, үҙеңдең башың юҡмы!” – тиҙәр. Ә ул саҡта өлкән мастер Пушкин ине, уныһы: “Бер ни ҙә әйтмәнем”, – тип тик тора. Ә Бүребаев: “Ҡуй, һуңынан машинистар ошаҡ яҙа башлаясаҡ”, – тип тәки ҡуйҙыртты.
– Нимә эшләргә? Бер ҙә аңламаным бит әле, туҡтап тор, нимәне ҡайҙа ҡуйырға кәрәк? – тим тегегә.
– Мин бит бригадирға барыһын да аңлаттым.
– Ә ул һинән һорарға ҡушты бит әле. Бер ни аңламаған, буғай, ул да.
– Барыһын да үҙем ҡуйыр инем, ләкин мин икенсе яҡтан барғас, булманы. Сәғәт биш тулып килә, ә миңә малайҙы ҡаршы алырға кәрәк. Улым Мәскәүҙән ҡайтып килә, “Бише көнө”, – тип йөрөнө-йөрөнө лә, эше бөткәс, бер тәүлекккә алдан ҡайтырға булған да киткән. Элек ул Новосибирскиҙа эшләгән сағында, поезы етенсе яртыла килеп етә торғайны, ә хәҙер алтынсы ун-ун ике минут тирәһендә бында була...
– Әхмәрович, бысағыма миңә һинең ул Мәскәүең, әйт, нимә эшләргә кә­рәк? – тип тағы бүлдерҙем уны мин, ҡулымдағы аршин оҙонлоғондағы ти­мер асҡысты болғай-болғай.
– Һуң мин бит һиңә әле генә шуны аңлаттым. Будкала щиттар ҙа, знактар ҙа юҡ ине. Мин аҫҡы юл буйлап киттем. Тегендә ни һары щит та, хәүеф билдәләре лә юҡ, ни бары ике ҡыҙылы ғына ята. Ә һарыһы бар барлыҡҡа, әммә уның һабы ҡыҫҡа, метр самаһы ғына булыр. Тегендә иһә, юл сите тәпәш кенә, йә ҡая-фәлән яҡын түгел. Электриктар бағаналарына хәҙер бәй­ләп ҡуйыуҙы тыйҙылар ҙа инде. Ә ми­нең йә ломым юҡ. Үҙе беҙҙең лом­­дарҙы тимерлеккә алып барып ырғыт­ты ла, әллә кемдең йүнһеҙ ҡо­ра­мал­дарын алып ҡайтҡан. Һин бындағы теге бәләкәй ломды ал. Һары щит та бында бар. Ә тегендәгеһен алып ҡуярһың...
– Ниндәй щитты? Һин миңә ҡыҫ­ҡа­раҡ һәм ябай ғына итеп аңлата алаһыңмы, лом бағанаһы? – тим мин сығырымдан сығып.
– Ниндәй, ниндәй! Ябай квадрат, бер яғы һары, икенсе яғы йәшел төҫтә булған ғәҙәти щит инде, – тип аҡыл һата башланы теге.
– Шунан? Мин уны былай ҙа беләм! Ҡайҙан алырға, ҡайҙа ҡуйырға? – минең тауыш күтәрелде, ә ҡулымдағы оҙон асҡыс өҫтәлде төйә башланы.
– Мин бит һиңә барыһын да аңлат­тым!
– Етәр! Һөйләмә миңә артығын! Һин миңә, зинһар өсөн, шуны ғына әйт, тиҙлекте ҡайҙа сикләнеләр һәм ҡайһы юлды? Ҡалғанын мин үҙем белермен! – был һүҙҙәрҙе нисек булһа ла күңе­лемдән тынысыраҡ һығып сығарыр өсөн һуңғы тынымды йәлләмәнем.
– Кисә мин уны үҙем дә ҡуйыр инем, әгәр аяҡ ҡына ауыртмаһа. Мин шул тиклем шәп һәм оҙаҡ йөрөй алмайым да баһа. Мин Бүребаевҡа әйткәнмен: “Оҙаҡламай больничныйға китәм”, – тип. Киләһе ай аҙағына Аязов, теге ни хирург өлкә үҙәгенә ебәрәм, тине. Күрше егет үткән аҙнала ғына барып ҡайтҡан, ул депола эшләй. Уға ла операция яһарға тейеш булғандар...
– Әхтәр! Ҡәһәр генә һуҡҡыры, эт йыҡҡан кәзә тәкәһе! Күпме минең мейене ҡороторға була! Ҡороғор ит бү­кәне! Шунда аяғың менән бергә телеңде лә киҫеп ҡайтарһалар ҙа, үсем ҡанмаҫ, Хоҙайым!
Мин будканың ишеген тибеп, тышҡа атылып сығыуға, алдымда бригадир баҫып тора ине.
– Булат, унда машинистар иҫкәртеү яҙалар инде. Һары щит бик яҡын тора, күсереп ҡуйырға кәрәк. Ун етенсе саҡрымда тулыһынса йоп юл буйынса тиҙлек сикләнгән.
– Аңлашылды. Ун бишенсе кило­метр­ҙың аҙағында ҡуйырмын.
– Эйе, әйе. Күперҙең алдына ҡаҙа­һаң да була инде.
Мин лом алдым да, тимер юлды ҡа­рарға киттем. Беҙҙең будка эргәһенән үткәндә Әхтәр ҡарттың көн дә лы­ҡылдаған һүҙҙәре ишетелеп ҡала ине:
– Өйрәтәһең уларҙы, өйрәтәһең! Бер нәмәгә лә төшөнөп етмәйҙәр. Барыһын да өйрәттем мин ваҡытында: Кәкре Хәкимде лә, Шакировын да, Илшатты ла...

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: