+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Апрель , 16:00

Кәлей бабай ҡаҡ ағасҡа ултыртты

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында булған бер ҡыҙыҡлы хәл тураһында .

Кәлей бабай ҡаҡ ағасҡа ултыртты
Кәлей бабай ҡаҡ ағасҡа ултыртты

Ауылда йәш күңелле Кәлей бабайҙың барыһын да тишек кәмәгә ултыртып ебәрерлек холҡо менән дан алған. Уға үпкәләп тә булмай, сөнки уның алдашыуы яуыз да түгел ине. Бер ваҡыт ул беҙгә килеп, "Мунса яҡҡайныҡ, эҫеһе шул тиклем ныҡ, әрәм була, барып ҡына инегеҙ әле. Тик һыуыҡ һыуы әҙ, үҙегеҙ менән алығыҙ" тине. Беҙ тиҙ генә йыйынып, ҡышҡы һыуыҡта күнәк тултырып һыуыҡ һыу менән мунса ишеген асып ебәрҙек. Тик... Аҙналап яғылмаған мунса түбәһенән боҙҙар эленеп тороуын күреп, беҙ ҡыҙҙар көлөшә көлөшә кире ҡайтырға сыҡтыҡ 

Бер мәл Ришат ағай уға ат башынан төшмәйенсә генә :
–Кәлей ағай! Һине бөтәһен дә алдайың тип ишеттем. Йә, мине алдай алаһыңмы? - тип мәкерле йылмайҙы.
–Ҡуй инде ҡустым, оло кеше менән булышма! Хәҙер олоғайғаным инде, күңел асырға ваҡытым юҡ. Әбейем йомош ҡушты, күршеләргә йүгерәм, бурысҡа аҡса алып торорға ине. Кибеткә ниһәйәт сәй һауыт-һабаһы килтергәндәр, кеше алып бөтмәҫ элек өлгөрәйем! " тип шәп шәп атлап күршеләргә инеп китте.
Рәшит ағай атын бороп, ҡатынын ҡыуандырырға тип, кибет яғына сапты. Килеп инеү менән тыны ҡурыла-ҡурыла һатыусыға :
–Миңә һауыттарҙың иң ҡиммәтлеһенән бир әле, тип өндәште.
–Ришат ағай, беҙгә ярты йылдай ундай тауар килгәне юҡ, ҡайҙан алып бирәйем икән?! тип йәш ҡыҙ йылмайҙы. Шунда ғына Кәлей ағайҙың уны ҡаҡ ағасҡа ултырҡанын аңланы...

Ауырлыҡтарға ҡарамай, шундай шут күңелле кешеләр беҙҙең тормошто биҙәй, йылмайырға мәжбүр итә. Ул бабай хәҙер юҡ инде, тик ҡыҙыҡлы хәлдәр иҫтә ҡала.

Сығанаҡ: Ауылым мәҙәктәре - һеҙҙең ҡыҙыҡ хәлдәр

Автор:
Читайте нас: