+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Апрель , 17:00

ВАҠ ТАШ

Беҙгә шишәмбе шоссенан КПП-ға – контроль-үткәреү пунктына тиклем юлға таратырға ике “КамАЗ” ваҡ таш килтерҙеләр. Уны КПП алдына бушаттыҡ. Юлға һалырға команда бирҙеләр. Һалдыҡ, бер “КамАЗ” ваҡ таш етте, ҡалғаны КПП алдында тороп ҡалды.

ВАҠ ТАШ
ВАҠ ТАШ

Шаршамбы батальон командиры ҡалған ваҡ ташты ихатаға таратырға приказ бирҙе. Әйткәндәй, төндә туңдырғайны, шуға күрә ваҡ ташты башта кәйлә менән тырыша-тырыша бик оҙаҡ соҡорға тура килде. Кискә табан эште теүәлләнек, бик ҡәнәғәт булып, казармаға ҡайтып киттек.
Кесаҙна батальон командирына штаб начальнигы шылтыратып, ихатаға таратылған ваҡ ташты өйөргә ҡушты, йәнәһе, газондың йәмен ебәрергә ярамай. Көнө буйы ихатанан ваҡ таш йыйҙыҡ.
Бөгөн полк командиры эшкә сыҡты. “Ни бысағыма КПП алдында тауҙай ҡырсын өйөмө тора?” – тип һораны ла уны ихатаға таратырға ҡушты. Тараттыҡ, иртәгәһе көндө көтәбеҙ...

Ф. СӘЛИХОВ.

Автор:
Читайте нас: