+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Апрель , 13:00

“КҮҘҘЕ ЯҢЫРТАМ!..”

Күптән түгел урамда бала саҡ дуҫымды осраттым. Скандинавса атлап, ҡулына ике саңғы таяғы тотоп, мине күрмәй ҙә, йән фарман үтеп бара ине, һөрәнләп, туҡтатып алдым. Мансур бик теремек, мөләйем, яғымлы, алсаҡ. Әммә эсендә сер тормай шул, уңыштары менән шапырынмай ғына маһайып ала торған ғәҙәте бар үҙенең.

“КҮҘҘЕ ЯҢЫРТАМ!..”
“КҮҘҘЕ ЯҢЫРТАМ!..”

Был осрашҡанда ла теле телгә йоҡмай тәтелдәне:
– Ике йыл элек катарактаға бушлай операция эшләткән инем, – тип башланы ул һүҙен. – Табиптарға рәхмәт инде. Быйыл икенсе күҙемә лә шундай операция эшләтеү ниәте менән мөрәжәғәт иткәйнем. Килеп сыҡманы. Буштың атаһы үлгән. Ошо ике йыл эсендә учреждение шул уҡ бинала ҡалһа ла, исемен үҙгәрткән һәм хужаһын алыштырып өлгөргән. Хикмәттең ғилләһе шунан ғибәрәт – яңы хужа операцияға кәрәкле хрусталикты һатып алмай икән. Уны һәр ауырыу үҙе һатып алырға мәжбүр. Хаҡы – 62 мең тора, ти! Миңә хәҙер пенсиямдан ай һайын мең һум өҙөп һалып барған хәлдә, 62 ай, йәки 5 йыл да 2 ай кәрәк була. “Алда ғүмер бар әле, Сафия” – тип өмөтләнергә һәм, күреп тораһың, һаулыҡты һаҡларға ҡала. Миңә быйыл 75 тула... Биш йылдан, Аллаһы Тәғәлә насип итһә, һикһәнгә аяҡ баҫам да, күҙҙе яңыртам! Йәшәргә кәрәк, дуҫ, йәшәргә! Аяҡ йәшәтә кешене! Бүрене тәпәйҙәре туйҙыра! Бынауы, йөрөгәне бирле, тындарым иркенәйҙе, ҡан баҫымы ипкә килде, дуҫ. Күҙҙән һуң яңы теш ҡуйҙырам әле!.. Ун йылдан.

Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,

Автор:
Читайте нас: