+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Апрель , 11:00

НЫҠЫШ

(Юмореска) улыр-булыр ҙа, Усман кеүек ныҡыш кеше булмаҫ. Берәй нәмәне алдына алһа, өҙмәй ҙә ҡуймай. Мин үҙемдең уй­лағанды әйтәм – бәхәс­ләшәбеҙ ҙә китәбеҙ.Йәшерәк саҡта һүҙ аҡ­са­лы­раҡ эш табыу, кә­йеф-са­фа ойоштороу ти­­рә­­­һен­­дә ҡу­йыртыла ине. Олоғая килә, хәбәр күберәк һаулыҡ тирәһендә өйөрөлә.– Һин бит ҡытай сәйе эсмәйһең! – тип тәнҡитләй башланы был, йөрәк сәнсеүенә, ҡан баҫымы күтәрелеүгә зарлана башла­ғас. – Минең һымаҡ көн дә эс шуны, иртән дә, кисен дә – ҡан тамырҙары киңәйер, аҡ сәс­тәрең ҡабат ҡарайыр, бер ун йәшкә йәшәреп китерһең.

НЫҠЫШ
НЫҠЫШ

Һис тә йыбанмай үҙе, аҫып алған рюкза­гынан ҙур ҡап сәй сығарып, миңә уның файҙаһын тәфсирләп аңлатырға тотондо.
– Етәр! – мәйтәм, – ҡытай сәйенең фай­ҙаһы тураһында әкиәт... әй, мәғлүмәтте урын­дағы телевидение, радио аша инде биш-алты йыл тыңлайбыҙ, инде ятлап бөттөк, тик халыҡ элеккенән дә күберәк ауырый.
– Рекламаға ҡолаҡ һалып сәй эсһәләр, ҡырылмаҫтар ине, – ти был ныҡыш.
Ҡыҙыҡ, үҙебеҙҙә үҫкән үлән сәйҙәре хаҡында һүҙ алып барһа, аңлашылыр ине, йәһәннәм аръяғындағы сәй генә бөтә бәләләрҙән нисек ҡотҡарһын!
– Һин бит һыу эсмәйһең! – тип битәр­ләй башланы Ус­ман икенсе күрешкән­дә. – Һәр оло кеше көнөнә ике-өс литр һыу эсергә тейеш. Крандан һемер­мә тағын, бына мин йөҙ мең һумлыҡ махсус ҡоролма алдым әле – һыу­ҙы та­ҙарта, һин дә шуны ал – аҡ сәстәрең ҡабат ҡарайыр, бер ун йәшкә...
– Ат һыуҙы биҙрәләп эсә, барыбер мәңге йәшәмәй, – мәйтәм. – Һәр кемдең организмы үҙенсә, мин көсләп тә өс литр эсә алмайым.
Ваҡыт үтә торҙо, Усмандың маҡтаған ризыҡтары ғына үҙгәрә барҙы. Һарымһаҡ, имбирь, ҡарабойҙай, ҡыяр... ҡалманы, тик Усман ғына нишләптер йәшәрмәне.
Ауырып киткән тип ишеттем әле. Хәлен белергә дауаханаға барғас, аптыраным: һау сағында гел һытыҡ йөҙ менән күргән, бер туҡтауһыҙ ҡайҙалыр ашыҡҡан Ус­мандың кәйефе шәп, үҙе шундай тыныс, эргәһендә дин китабы ята.
– Был донъяла үҙ-үҙең, намыҫың менән килешеп тормош көтөүгә ни етә, – тине ул ауыр тын алып. – Яман уйҙарҙан, ҡылыҡ­тарҙан һаҡланып, һәр нәмәлә сама белеп йәшәһәң ине ул!
Беренсе тапҡыр Усман менән бәхәскә инге килмәне. Ныҡыш кеше ныҡыш инде, дөрөҫ йәшәү ысулын барыбер тапты, буғай.

Марат Һабаев.

Автор:
Читайте нас: