+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Апрель , 15:00

Һыйыр ҙа һауа белмәйҙәр...

– Иҙән, һауыт-һаба йыумай ул. Эйелеп, билен ауырттырып, кер ыҡшығанын да күргәнем юҡ. Теге робот-пылесос менән кер, һауыт-һаба йыуыу машиналарын тоҡандыра ла вәссәләм.– Һай, ҡорҙаш, маладисһың да инде, замана техникалары алып биреп ҡыуандырғас, кәләшеңде бигерәк яратаһың икән.– Яратам, әлбиттә! Тик ул ғына, эш хаҡына һатып алырмын тигән вәғәҙәмде хөрмәт итмәй, кекыс-мекыс бешереп, килгән аҡсаһына Оҙон-моҙондан заказға әпкилдерткән. Ә эсвиткә кем түләй? Шул мин инде. Машинаһына ла бензинды мин ҡоям.

Һыйыр ҙа һауа белмәйҙәр...
Һыйыр ҙа һауа белмәйҙәр...

– О, ҡорҙаш, хәләл ефетеңде ҡорос арғымаҡлы ла иткән­һең, хәтәр әй!
– Һөйөклөмдө ыҙала­тып руль артына ултыртып ҡуяммы һуң инде, трамвайға ай һайын өс йөҙ һумды йәлләп тә тормаҫ инем. Алдына ал­ғанын ҡуямы ни ул. Күл­дәктәр тегеп, уларын аҡсаға алмаштыр­ҙы ла, күңеленә ятҡан “ҡарлуғасҡа” эйә лә булды. Эшеңә һуңламаҫһың хәҙер, тип тегенең өйҙә ятыуына төрттөрәм. Юҡ, ти, ул саҡта бөтөнләй ваҡытым ҡалмай, ти. Кирегә бөткән!
– Ҡатының да, ғаилә бюджетына өлөш индер­гәс, һинең өсөн өҙөлөп торалыр.
– Өҙөләме әллә көләме? Быныһы һорау, әлбит­тә. Сәсемде буяны бер көн – аҡтары күбә­йеп киткәс.
– Ниңә шәп түгелме ни? Һине йәшерәк күренеп йөрөһөн кеше араһында, тип ҡайғыртыуылыр.
– Атыу нишләп эштәге егеттәр алһыу футболка ла кейеп килһәң, тулыһынса образға инер инең, тип ирен ҡыйшайттылар икән? Кәләште лә әйтер инем инде, ҡара төҫ төҫ түгел­ме? Белә бит инде, артып ҡал­ғанды ҡый-һай биҙрәһенә осҡанын хупла­мағанымды. Всү-тәки – аҡса емеше, баҡса­ныҡы түгел!
– Ауылға ҡайтығыҙ һуң, һөт эш­кәр­теп, һатып ғүмер итерһегеҙ.
– Хәҙерге бисәләр һыйыр һауа бе­ләме ни, ирҙәрен генә һауа беләләр бит ул!
– Ҡорҙаш, элеккеләре лә ҡалыш­мағандыр, тим. Уйҙап ҡараһаң, анау егет йырлаған йырға ни заман – “Үҙем һыуалам икә-ә-ә-ә-ән....”.

Дилә СӘЛИХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: