+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"...33 йыл йәшәп ташлағас, беҙ, ниһайәт, НИКАХЛЫ"

- тип шатлығы менән бүлешкән Миләүшә ҠЫҘРАСОВА-ИШЕМҒОЛОВА. Тормошомдоң ошо матур ваҡиғаһын һеҙҙең менән уртаҡлаша алмай йонсоп йөрөйөм дә инде.(Нилектән никах яңыртыр булып киткәнде айышлыраҡ итәйем тигәнсе, бөтәгеҙҙе лә борсоуға һалып бөттөм, әллә ҡайҙа төпкә төшөп).  Алда әйтелгәндәргә, баяғы бағымсыға, уның "Ирең юҡ" тигәненә кире ҡайтып, дауам итеп яҙам инде бына.Шул, ҡайттым да, иргенәмә бәйләнәм: "Нишәп ул ирең юҡ тип әйтә? Һин воще, нишәп юҡ ул? Һин ҡайҙа ул?"Шыҡҡҡҡ! итеп башҡа барып етте: "Аһ, Әнәс, беҙҙең никах юҡ?!".Ишеткән дә, уҡыған да бар бит инде, ҡатын кеше уҡыған никах ҡабул булмай икәнде.

"...33 йыл йәшәп ташлағас, беҙ, ниһайәт, НИКАХЛЫ"
"...33 йыл йәшәп ташлағас, беҙ, ниһайәт, НИКАХЛЫ"

33 йыл элек, беҙ йәш саҡта, никах уҡыр бабайҙар ҙа юҡ ине, дин йәшерен генә тотолған, партия тарафынан инҡар ителгән атеизм осоронда башҡарылған ғәмәл булды бит инде беҙҙең никах.
Файза инәй (рухы шат булһын) белгәндәрен уҡыған булды. Үҙебеҙ унда булманыҡ та, ризалыҡ, мәһәр, ашау-эсеү - барыһы ла атай-әсәйҙәр тарафынан атҡарылды.

Ана шулай, 33 йыл, ирле көйө ирһеҙ йәшәгән дә ятҡанмын. (Әләү, ҡалай ҡурҡыныс яңғырай)
Без худа нет добра, урыҫ әйтмешләй. Елкәгә төрткөләп, шул ауырлыҡтар, ауырыуҙар, бағыныуҙар аша алып килеп, аңғартты Аллаһы Тәғәлә, никах яңыртырға кәрәклекте.
Өсөнсө тапҡыр өшкөрөлөргә икәүләп индек теге бағымсыға.
Минең бар икәнемде лә онотоп, иргенәмә ябырылды теге . Беҙҙәге зәхмәттәрҙе ҡыуып, үҙе быуыла-ҡарлыға, эләгә-тәгәрәй саҡ бағып бөттө, рәхмәт яуғыры, үҙе лә һау-сәләмәт булһын.
Шул сығыуҙан, мәсеткә йүгереп барып һорашып, һөйләшеп, никах көнөн килешеп ҡайттыҡ.
Бөтә нимә уң ғына килеп тора, күктән берәү алға килтереп теҙәме ни!
Кейәүгә сығам тип, мин киттем йәшәреп, бөтә һыҙланыуҙар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығып. Иргенәм китте, егеттәрсә һикертә баҫып. Мына һиңә никах бүләге көмөш алҡа, көмөш балдаҡ (минең алтын яратмағанды белә), мына һиңә, һыҙлаған тубыҡтарың ауыртмаһын өсөн, юрғандай йомшаҡ намаҙлыҡ. Үәәәәй, рәхмәт яуғыры!

Шаһиттарыбыҙ ниндәй матур әле ул! Шаһиттарыбыҙҙың йәнкиҫәктәрен инде, әйтә торғаны ла юҡ!
Изге йомала, Өфөләге иң яратҡан урыным - Туҡай урамындағы боронғо мәсеттә, иң яратҡан кешеләрем шаһитлығында, салт йылмайып торған ҡояшлы көндә, саф башҡорт имамының вәғәздәрен тыңлап һушланып, никахлы булдыҡ, Әлхәмдулиллаһ.
Күңелдәребеҙ яҡты яҡҡа боролоп, мөхәббәтебеҙ яңырып китте хатта-ки.
"Это всерьез или в шутку? У вас такие остро-романтические отношения, даже завидно стало! Киләсәктә шоколадлы-еләкле генә тормош теләйбеҙ һеҙгә"- тип, үҙебеҙ менән ҡуша "ҡартайышып" килгән балаларыбыҙ ҙа ҡотланы.
Ҡыуаныслы табында, көлөшә-шаярыша, исмаһам бер фотоға төшөү иҫкә инеп тә сыҡмаған әй.
Имен илдәрҙә, ауырыу-һыҙланыуһыҙ, бәхетле, бәрәкәтле, оҙон ғүмерҙәр насип әйләһен ине Бер Аллаһым.

Фото М. Ҡыҙрасованың сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: