+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Май , 09:00

АҢЛАТМА

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ Бөгөн мин эшкә һуңлап килдем. Сөнки төндә тамсы ла йоҡлай алманым. Ни өсөн йоҡламаныммы? Сөнки уйланып яттым. Иртәгә нимә эшләрмен икән, тип уйландым. Мин башлаған эште алырҙар ҙа, икенсе кешегә ҡушырҙар, тип хафаландым. Ә үҙемә тапшырылған эште минең үҙемдең ослап ҡуйғым килә. Һеҙ бит беләһегеҙ, мин үҙем күпкә сифатлыраҡ һәм тиҙерәк эшләйәсәкмен. Минең борсолоуҙарым кемгәлер көлкө тойолор, әммә улар нигеҙле. Мин хатта сама менән минең эште тартып алып, кемгә бирәсәктәрен дә сырамытам. 

АҢЛАТМА
АҢЛАТМА

Шуға күрә лә интеллект кимәле уртасанан саҡ ҡына юғарыраҡ үҫешкән етәксе кеше минең ни өсөн йоҡлай алмағанымды һәм, шул сәбәпле, эшкә һуңлағанымды дөрөҫ аңларға тейеш.

Сәғәт иртәнге алтылар тирәһендә мин шулай ҙа йоҡоға талғанмын. Ярты сәғәт тирәһе серем итеп алғас, уяндым. Хәҙер инде уйланып ятырға ваҡыт һанаулы ине. Шуға күрә тороп, тиҙ генә йыуынып-сайындым да, бер аҙ тамаҡ ашап алғас, эшкә ашыҡтым. Урамға сыҡһам, томан. Газелгә ултырғас, мин үҙем өсөн көтөлмәгән асыш яһаным – юл өсөн түләргә кеҫәмдә аҡсам юҡ икән! Киләһе туҡталышта мине кондуктор, күмәк кеше араһында «ҡуян» тип мыҫҡыллап, автобустан төшөрөп ҡалдырҙы. Ваҡыт 4 минут 9-сы ине. Һуңланым, тигән уй бәғерҙе телә. Етмәһә томан. Аҡса артынан кире өйгә ҡайтыуҙан мәғәнә юҡ. Сөнки тағы әллә күпме ваҡытымды юғалтасаҡмын. Ул ваҡытта инде һуңлаған өсөн шелтә биреп кенә ҡалыуҙары икеле, арт һынға тибеүҙәре лә бар, хужыраҡ та булыуы ихтимал. Беләбеҙ бит инде тәртипте.

Эшкә йүгерәм. Томан. Нишләптер йөрәгем туҡтайым-туҡтайым, тип һулҡылдай. Ҡурҡыныс. Быға тиклем эшкә улай ҡурҡып йөрөмәй торғайным. Әйтерһең дә ваҡыт минән алда саба. Мин уны ҡыуып етергә ашығам.

Эшкә килеп еттем дә, ишекте асып эскә үтергә шөрләп, туҡтап ҡалдым. Керергәме-юҡмы? Ишектең теге яғында билдәһеҙлек, был яғында томан. Ярты сәғәт тирәһе уйланып торғас, сүтәки инергә булдым. Сөнки урамда тороп, елек майҙарыма тиклем ҡатты. Яйлап ҡына йылы коридор буйлап үҙемдең эш урыныма йүнәлдем. Ҡаймаҡ урлаған бесәй шикелле һаҡ ҡына баҫып киләм. Бәлки һуңлағанымды берәү ҙә күрмәҫ, һиҙмәҫтәр, бәлки. Хәҙер томан минең башымда.

Эш урыныма килеп, өҫ кейемдәремде һалдым да, ултырғысҡа ҡунаҡланым. Уф, һиҙмәнеләр шикелле. Шулай шатланып ултыра торғас, өҫтәлгә башымды терәп йоҡлап киткәнмен. Төшөмдә тағы томан араһында аҙашып йөрөнөм шикелле. Тик аҙағына ҡәҙәре күреп булманы, һеҙ килеп уятығыҙ, иптәш начальник.

Башҡаса эшкә һуңлап йөрөмәҫкә ант итәм, хөрмәтле иптәш начальник. Әгәр ҙә һуңлаһам, ял көндәре сығып эшләйәсәкмен.

Тәрән ихтирам менән,
Һеҙҙе яратып һәм
хөрмәт итеп, слесарь Сәғиҙуллин Сөнәғәт.

 

Автор:
Читайте нас: