+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Май , 11:00

Бүләккә - теш протезы

Гүзәл Уразованың был тарихын көлмәй уҡыу мөмкин түгел. Әгәр ҙә һеҙҙең менән шундай хәл булһа, ни эшләр инегеҙ?

Бүләккә - теш протезы
Бүләккә - теш протезы

"Ғәҙәти булмаған бүләк тураһында ҡыҙыҡ хәл һөйләгем килгәйне.
Күптән түгел Мәскәүҙә йәшәүсе әхирәтемдең тыуған көнө ине. Бүләккә нимә алырға икән тип оҙаҡ баш ваттым. Бар кейемгә лә килешә торған бер матур сумка алырға булдым. Шулай уны өйгә алып ҡайттым да, яҡын көндәрҙә Мәскәүгә барыусы булһа, улар аша ебәрермен тип уйланым. Ул көндө өй тулы ҡунаҡ ине. Улар араҺында оло йәштәге ағай-апайҙар ҙа бар.
Йыраҡтан килгән әбей, юлдан һуң арыпмы, иртә йоҡларға ятты. Йоҡлар алдынан, ғәҙәттәгесә, теш протезын стаканға һалып ҡуйған. Ике йәшлек Самир быны аптырап ҡарап торған. Һәм, әбей йоҡоға китеү менән, протезын алып, беҙгә күрһәтмәй, рәхәтләнеп уйнаған. Уйнап туйғас, береһе лә күрмәһен өсөн был протезды әхирәтемә бүләккә тип алған сумка эсенә һалған.
Әбей иртән уянды, протез юҡ. "Әбей, һинең протезың кемгә кәрәк инде?" - тибеҙ, тынысландырабыҙ. Тапманыҡ, әбей өйөнә тешһеҙ ҡайтып китте...
Бер нисә көндән Мәскәүгә баруыусы булды ла, уның аша әхирәтемә бүләкте ебәрҙем. Кис шылтырата: "Сумка өсөн ҙур рәхмәт, оҡшаны. Әммә протезы әлегә кәрәкмәҫ ине, иртәрәк миңә", - ти.
Бына шулай: әбейҙең Татарстандан сыҡҡаны ла юк, әммә протезы Мәскәүҙәрҙе күреп, самолетта иҫән-һау әйләнеп ҡайтты".

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-8323790_29442%2F49762a7c72c61454d0

Фото: ВКонтакте

Автор:
Читайте нас: