+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
23 Май , 16:00

Түҙермен нисек тә, һөйәркәне түҙеү түгел бит...

Күрше апай сәсрәткәнсе әйтеп, илатып сығып китте:- Ул нимәштәп диванда яҫтыҡ ҡосаҡлап, киналағы ирҙәргә текләп ятаң?! Ана, ҡустым бер зәрә лә һылыу бисә эләктереп алған. Машинағыҙға ултыртып ҡына алып йөрөй! Ул фигураһы ҡурсаҡтай, сәстәре ҡояшҡа яли-йолт килә! Һинең кеүек иҫке яулыҡ ябынып ятмай бисура кеүек!

Түҙермен нисек тә, һөйәркәне түҙеү түгел бит...
Түҙермен нисек тә, һөйәркәне түҙеү түгел бит...

Әйтте лә, айыуҙай гәүҙәһе менән яңы һалынған ламинатыбыҙҙы шығырлатып баҫып сығып та китте.
Башымды тотоп, илап ултырам, аптырап ултырам. Бабай ғынам менән 25 йыл йәшәйбеҙ! Ул ниндәй һөйәркә! Шулай ҙа шик төштө. Өлкән апай алдап йөрөмәй инде, үҙ күҙем менән күрҙем ти бит.
Башланды ирем артынан слежкам. Эшенә сығып китеү менән артынан эйәрәм ипләп кенә. Бағанаһына менеп китһә, тирә-яғын ҡарап йөрөйөм. Һөйәркәһе бағана янына свиданиеға килеп етмәҫме тип. Аҙна буйы йөрөнөм, хәлем бөттө. Бер барғанда бағаналағы иремә ҡарап барып соҡорға ҡолап төштөм. Сусҡа кеүек бысранып, саҡ сыҡтым, кеше күҙенә күренмәйем тип ҡаса-боҫа ҡайттым һыртҡы урам аша. Иремдең хыянатын уйлап ашамай-эсмәй башланым.
Ниһайәт, бабайым һиҙҙе:
- Ауырыйһыңмы әллә? Ашауыңдың рәте китте. Әллә анау яратҡан роллыңды заказать итәйемме?
Юҡ, тип баш ҡағам. Эй, илағы килә. Хыянат итмәҫ кәрәк ине, тип аҡырғы килә, әммә ләкин тотор кәрәк был сладкая парочканы.
Өс көндән бабай ғынам түҙмәй бальнисҡа алып китте. Барып туҡтағайныҡ күрше апай текләй-текләй, төкөрөнә-төкөрөнә үтеп китте. Һүҙ ҡушып та өлгөрә алманым.
Врач успокоительный таблетка яҙып бирҙе лә, йәһәтләп ҡайтарып ебәрҙе. Йөрөйҙәр шунда бушҡа ауырыу эҙләп, тигәне ишетелеп ҡалды.
Икенсе көнө ах та ух килеп күрше апай тағы килеп инде. Мине күреп ауыҙын асҡан ерҙән шып туҡтаны, унан тағы ҡысҡырып ебәрҙе:
- Килееен! Нимәгә башыңа теләһә нәмә кейеп тик йөрөйһөң ул албаҫты шикелле, - тине башымдағы алама шәлгә төртөп. Унан ҡул һелтәне лә:
- Ана, ҡустым тағы теге бисәне ултыртып йөрөй ине машинағыҙға!
Шул саҡ бабайымдың тауышы ишетелде:
- Кемде мин ултыртҡанмын?
Күрше апай ҡурҡып ишеккә ҡарай шыуыша башланы. Мин илайым:
-ҺӨЙӘРКӘҢДЕ!
Ир китте аптырап.
- Ҡасан? КЕМДЕ?! Ҡайҙа?!
- Бальнисҡа йөрөткәнһең, кисә тағы алып барғанһың!
- Һуң мин бит һине алып йөрөнөм!
Күрше апай ҡыҫылды:
- Алдама, уның сәсе ерән, елпелдәп тора ине!
Ирем:
- Һуң һинең сәсең ерән түгелме һуң?!
Мин башымдан алама шәлемде төшөрҙөм.
Күрше апай миңә ҡарап телһеҙ ҡалды.
- Килен, сәсеңде буятҡанһың бит. Ниңә йәшереп йөрөйһөң?
- Йәшермәйем мин! Сәсемде көн аша натуральный хна менән буяйым!
Эш нимәлә булыуы асыла башлағас ,күрше апайым айыуҙай гәүҙәһен күбәләктәй осороп ҡына ҡасып сығып китте.
Бабай ғынам:
-Һин шуға минең арттан эйәреп йөрөнөңмө нисәмә көн буйы! - тигәйне ултыра төштөм.
Күреп йөрөгән, өндәшмәгән бит әле! Әйтһә, исмаһам, соҡорға ҡолап, янбашым күгәреп йөрөмәҫ инем.
Бына хәҙер көн һайын бабай ғынамдың арҡаһына и табандарына массаж яһайым. Быға тиклем ул миңә өс көн рәттән, ә мин берҙе генә яһай торғайным. Хәҙер миңә массаж бөтөнләй эләкмәй. Наказанием шул.  (Тағы 28 көн генә ҡалды былай. Түҙермен нисек тә, һөйәркәне түҙеү түгел бит).
Ярай, елдерҙем мин массаж яһарға.

https://vk.com/bashdonya

Автор:
Читайте нас: