-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Май , 12:00

Уңыш сере

Рәмил менән Сәриәнең, йәш ғаиләнең, фатирында ығы-зығы ҡупты: кемеһе йышып иҙән йыуа, кемеһе өҫтәл әҙерләй. Икәү­ләп орсоҡ һымаҡ әйләнәләр. Бөгөн уларҙың ҡалаһына ниндәйҙер эше буйынса Рәмилдең ағай тейеш кешеһе килгәйне. Кис, бер юлы бала саҡтарынан күрешмәгән туған­дарына, ҡустыһы менән килененә, инеп сығам тип хәбәр итте. Бик ҙур кеше ул. Һо-һо! Сәлим ағайҙары – төбәктә бик билдәле шәхес!

Уңыш сере
Уңыш сере

Йырсы ла, сәйәсмән, бейеүсе, яҙыусы, эшҡыуар ҙа – ҡулынан килмәгәне юҡ! Шуныһы ҡыҙыҡ, нимәгә тотонһа ла, иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә лә ҡуя. Һә­ләтле кеше бар яҡлап һәләтле тигән­дәре ошолор инде.
Оло шәхесте йәш ғаилә бар хәленсә иң оло хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алды. Башта Рәмил менән Сәриә бер аҙ юға­лып ҡалды: Сәлим ағаларылай хөрмәтле кеше менән аралашыуҙары тәүге тап­ҡыр. Уның алмаған наградалары, тағыл­маған миҙалдары, бирел­мәгән исемдәре юҡ. Ә Рәмил менән Сәриә – пүстәк кешеләр... Ағаһы, ана, ҡайһылай ҡылана: башы һәр саҡ күккә сөйөлгән, һәр хәрә­кәте ышаныслы. Уны затлы кейемдә­рен­дә анауы иҫке диванға ултыртыу ҙа әллә нисегерәк.
Шулай ҙа бер-икене “төшөрөп” алғас, Рәмил ҡыйыуланды. Ул күптән үрләп китә алмай ыҙалана. Ағаһы, аҡыллы, хөрмәтле туғаны, ҡустыһына тейешле кәңәшен йәлләмәҫ, моғайын...
– Сәлим ағай, – тип башланы һүҙен Рәмил. – Һинең интервьюларыңды уҡып, ҡарап барам. “Уңышҡа өлгәшер өсөн тырышлыҡ кәрәк”, – тиһең. Мин, күпме генә эшләһәм, тир түкһәм дә, начальник итеп ҡуйырға йыйынмайҙар... Ни сама тырышырға кәрәк ул?
Сәлим ағаһы ҡустыһына өҫтән генә һынаулы ҡараш ташланы.
– Ҡустым, – тип яйлап башланы ул һүҙен, – был һүҙҙәр тик журналистар өсөн бит ул. Уңыш сере икенсе нәмәлә – һәләт кәрәк.
– Нимәгә һәләт? Ниндәй? – тине Рәмил, түҙемһеҙләнеп. – Минеке бармы икән?
Ағаһы тынып ҡалды. Рәмил шунда уҡ уға өҫтәп йәнә ҡойҙо: теле ысҡына башлағас, йүнле кәңәшен бирер, моға­йын, өҫтәп һалырға ғына кәрәк, тип уйланы. Шунан ағаһы башлаған һүҙен дауам итте:
– Һинең һәләтең бар, малай, – тине ул бер ҡыярҙы һоғоноп. – Өҫтәлеңә ҡара­ғанда – урта ҡул етәксе сыға һинән, ҡустым.
Рәмил аптырап ҡалды. Өҫтәлде бит ул әҙерләмәне... Шунан ғына башына ба­рып еткәндәй булды. Ағайҙың тел төбөн дөрөҫ аңланыммы икән тип, тикшереп ҡарамаҡсы булды:
– Ағай, – тине ул ипләп кенә. – Мин бит баҡса алдым. Дачала бынамын тигән мунсам бар. Иртәгә үҙеңде шунда алып барып һыйлайым, рәхәтләнеп ял итер­һең!
Был һүҙҙәрҙән һуң ағаһы шат йылмайып ебәрҙе:
– Юҡ, ҡустым! Һинән урта ҡул ғына түгел, бик һәйбәт начальник сығасаҡ! – тип Рәмилдең арҡаһын тупылдатып ҡаҡты, йәнәһе, хупланы.
– Һәләтебеҙ ҡандан киләлер, – тине аға­һын дөрөҫ аңлағанға ҡыуанып бөтә алмаған Рәмил. – Иртәгә дирек­торы­быҙ­ҙы ла баҡсаға саҡырһам, ҡаршы түгел­һең­дер, ағай? – тип өҫтәне, мут йыл­ма­йып.
– Һәләтен үҫтерәм тигән ҡустыма аяҡ салып ултыраммы инде? – тип хахылданы Сәлим ағаһы...
Уңыш серен белеп ҡалған Рәмил киләһе аҙнала бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнде. Тиҙҙән һәләтле йәш егет директор урынына күҙ төшөрҙө лә, ҡатынына оло табын әҙерләргә ҡушты...

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: