-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Май , 13:00

УЛТЫРҒАН

Харис ШӘРИПОВ Ниһайәт, Фәнис, ваҡыт табып, ауылына ҡайтты. Күстәнәстәрен бушатып, әсәһе менән ултырып сәй эсте лә, баҡсаға ер ҡаҙырға сыҡты. Бер түтәл ҡаҙырға өлгөрмәне, күршеһе Хәми­ҙулла күренде:– Фәнис ҡусты ҡайтҡан икән. Шунан, шәп йөрөшмө?– Шөкөр әле, ағай. Үҙегеҙ ни хәлдә?

УЛТЫРҒАН
УЛТЫРҒАН

– Беҙҙең шул ҡарттарса инде. Ауылда шул мал тотабыҙ ҙа, яҙ етеү менән баҡсала соҡона баш­лай­быҙ инде. Күптән ауылға ҡайт­ҡаның юҡ, шунан Өфө гөрләйме?
– Өфө ни, гөрләй инде ул. Бына Мәскәүҙә һаҡта ултырҙым да, ҡай­тыу менән ауылға тайҙым, һағын­дыр­ған.
– Улай икән, – тип ҡуйҙы Хәмиҙулла. – Һаҡта ултырҙым тиһең инде. Күптән ҡайттыңмы?
– Кисә Мәскәүҙән киске поездан төштөм дә, өйҙә бер кис йоҡлап, ауыл­ға ҡайттым. Ҡатындың ваҡыты юҡ.
– Ҡайҙа булдың инде?
– Шул Мәскәүҙә инде. Вахтала.
– Улай икән! – Хәмиҙулла ҡарт, Фә­нискә шикле ҡараш ташланы ла, өйөнә инеп китте.
Өйҙә ҡатыны Миңлеямалға хәбәрен теҙҙе:
– Фәнис ҡайтҡан икән. Һаҡ аҫтында ултырып ҡайттым тисе. Әйтәм ауылда күптән күренмәне. Мәскәүҙә үк ултырҙым ти. Кисә поезд менән ҡайтҡан.
– Ай әттәгенәһе икән! – тип ҡуйҙы был хәбәрҙе ишеткән Миңлеямал. – Мәскәүҙә ултырып ҡайтырлыҡ булғас, ниндәй эш ҡылды икән инде. Беҙҙә енәйәт ҡылған кешене Мәләүез, йә Салауат төрмәһенә ябалар түгелме һуң?
– Ҡылғандыр инде шунда бер нәмә. Фәнистең Өфөлә йәшәгәненә лә байтаҡ инде. Уңайһыҙлап, төпсөнөп торманым инде. Һаҡ аҫтына юҡҡа ғына алмайҙар инде.
Был яңылыҡ менән Миңлеямал кеҫә телефонынан ауылдың икенсе осонда йәшәгән ҡоҙағыйы Зәлифә менән бүлеште.
– Ҡоҙағый, бынау Өфөлә йәшәгән күршебеҙ төрмәлә ултырып сыҡҡан икән. Мәскәүҙә ултырған. Үҙе бөгөн минең Хәмиҙуллаға һөйләп торған.
Зәлифә үҙ сиратында телефон аша был яңылыҡты бөтә таныш-белеше, күрше-күләне менән бүлешеп сыҡты. Иртәгәһенә “Фәнис ултырып сыҡ­ҡан икән”, тигән хәбәр бөтә ауыл­ға таралды. Төрлөсә хәбәр­ҙәр йөрөнө. Һин дә мин йөрөгән Фәнис, тиҙ арала ауыл кешеләре алдында, енәйәтсегә әй­ләнде. Хәбәр участковый Сәлим Миңлебаевҡа барып етте.
– Улым, беҙгә участковый Миң­ле­баев инеп киләсе. Ҡустың кисә килен менән Салауатҡа машина алабыҙ тип киткәйне, берәй хәл булдымы икән әллә?
Ул арала участковый Сәлим килеп ин­де. “Әле һаумыһығыҙ!” тип иҫән­ләш­те.
– Һаулыҡтабыҙ әле ҡустым, – тине Фәнилә. – Берәй хәл килеп сыҡтымы әллә?
– Йомош Фәнис ағайҙа ине, – тине күрешкәс. – Ағай, һин Мәскәүҙә ултырып сыҡҡан, тип ишеткәс, килдем әле. На всякий, теркәп ҡуйырға кәрәк булыр.
– Эйе, мин Мәскәүҙә һаҡта ултырып ҡайттым, йәғни охранала. Вахтам бөттө лә, ҡайттым әле бына. Ауылда ла күптән булғаным юҡ.
Миңлебаев, Фәнистең һөйләгәнен тыңлап бөттө лә, рәхәтләнеп көлөргә тотондо.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: