+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
9 Июнь , 17:45

"Йөҙ!" Иншар Асҡаров

Малай матай алдырҙы бит, йәмәғәт. Тегегә быға, көтөү көтөргә кәрәк, йәнәһе. Хәҙер ауылда ат тотҡан кеше һирәк, улар ҙа атын биреп бармай кеше ҡулына, уныһы хаҡ. Ауыл буйлап, саң туҙҙырып, йән фарман саба, иптәштәрен ултыртып малай, "обкатка" үткәрә матайына. Мин урам буйында күләгәлә ҡаҙ себештәрен көтәм, үҙем теге "уҙышсыларҙы" ҡарап ултырам. Ултыра торғас, иҫтәлектәргә бирелде уйҙарым...

"Йөҙ!"  Иншар Асҡаров
"Йөҙ!" Иншар Асҡаров
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдар аҙағы... Ауылда бер ике хәлле кешелә генә матай бар, (машина тураһында уй ҙа юҡ!) улар ҙа беҙҙең кеүек яланғас аяҡ малайҙарына космик караб кеүек күренә ине...
Минең иптәш, ике туған ағай Ринаттыҡы ла бар матайы. Атаһы иҫән саҡта беҙҙе бер ултыртып йөрөтһә, күккә олғашҡандай хис итә инек үҙебеҙҙе! Ҡапыл атаһы үлеп китте шул ауырыуҙан , Фәхерниса апай келәткә бикләп ҡуйҙы матайын, үҫкәс йөрөрһөң, бәләкәйһең әле, - тип...
Йыл артынан йыл үтте, матай ултыра бирҙе. Әсәһенән бер ике тапҡыр һорап ҡараны Ринат, тик ҡәтғи кире яуап алғас, бүтән был темаға һүҙ ҡатманы. Бына беҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланыҡ. Ҡалаға уҡырға китергә кейем , уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға, ә ауылдағы магазинда ундай нәмәләр юҡ. Апай үҙе колхоз эшенән бушамай, нишләһен инде, ыңһырлай-мығырлай теге келәттең ишеген асты был. Ана матай, бына аҡса, ипләп кенә Күндерәккә (Күндерәк - беҙҙән ун биш саҡырымдайҙағы ауыл, сельсовет та шунда, сельпо тигән һатыу ойошмаһының кантуры ла шунда) шунда сельпо магазинына барып ҡайтығыҙ, тине. Май - яғыулығын ҡарауға бер ун биш минут ваҡыт кәрәк булды, малайҙарға ни техника булһын ғына, бына беҙ инде әҙер!
- Ишетһен ҡолағың, ҡайтыу менән кире келәткә индереп ҡуй матайҙы! - тип мәтриләп, оҙатып ҡалды беҙҙе апайыбыҙ...
Ектереп пар ат, киттем Ҡазанға ҡарап тигәнме әле Туҡай? Туҡай беҙҙең осраҡта ял итә! Ялан аша тура юл, еппәрәбеҙ генә, малай. Ринат, килештереп, атаһынан ҡалған касканы кейеп алған, күҙлеген дә, хас киноларҙа күрһәткән нимес кеүек! Тағы колясканы ысҡыдырып ҡалдырҙы, йәнәһе, шаҡара, йөрөп булмай шәп итеп. Саң ғына борхоп ҡала артыбыҙҙан. Иж-49 иж инде ул, ҡеүәтле техника, Минәхмәт ағайҙың кәзә матайы (Минск тигән матайҙың беренсе сығарылышы, иң күбе сәғәтенә илле-алтмыш саҡрым менән йөрөй) түгел инде һәр хәлдә. Уның эскән, йомарт сағында күп йөрөнөк беҙ, ике малай ағайҙың матайында, бензин колхоздыҡы, ниңә йөрөмәҫкә? Ағай бригадирмы, хисапсымы ине колхозда, бензин иҫәпһеҙ ине, литры 15 тин...
Егерме минуттан Күндерәк урамында инек инде. Ана тора беҙгә кәрәк Сельпо магазины. Керһәк, ундағы әйбер! Полкалары һығылып тора, беҙҙең ауыл магазинында икмәк менән тәмәке лә, аҡ һәм ҡыҙыл араҡы, шырпы, шуның менән шөкөр...
Ринат сумка тутырып әйбер алды, әсәһе лә биргән заказдарҙы ла теүәлләне. Минең ата-әсәй миңә Салауаттан алып ҡайтҡайнылар кейем, куртка ҡара, үҙеңә оҡшағанын тип аҡса бирҙеләр. Әһә, ана баллон куртка тора, самый модалағы кейем! Алдым, алдым ғына түгел, кейеп алдым тегене, матур бит!
Ҡайтырға сыҡтыҡ. Ринат, матайҙың тиҙлеген тикшерергә булып , яңы һалынған Стәрлебаш - Ергән юлы менән ҡайтырға булды. Урау юл килеп сыҡһа ла, ауылға юл тигеҙ, ҡырсынташ тушәлгән, ел дә ел генә! Мин артта , яңы куртканың көләпәрәһен кейеп ултырам, Ринаттың сумкаһын артмаҡлағанмын, елдерәбеҙ бит әй! Ринат спидометр күрһәткән тиҙлекте миңә ҡысҡырып әйтеп бара:
- Алтмыш, Нур туған! Мин баш бармаҡты күрһәткән булам, шәп, йәнәһе.
- Етмеш! – Мин баш һелкәм, үҙем ,нығыраҡ тотонам, ҡырсын юл боҙлауыҡтан ҡурҡынысыраҡ тигәнде ишеткән бар.
- Һикһән! – тип әйткәндә, ел күҙҙәрҙе йәшләндерә ине инде, моторҙың да эшләгәне ишетелмәй, ел шаулай ҡолаҡтарҙа.
– Туҡһан! Матай, аҙаҡҡы ҡеүәттәрен эшкә егеп бара инде буғай, бүтән артырыр хәле лә юҡтыр инде. Мин инде башты йәшереп киләм, уның арҡаһына терәп , ул нисек түҙәлер, тип уйлап. Уңарсы булмай юл тау аҫтына китте, Мостафа ауылына етәрәк... уң тотҡаны ныҡлы борған Ринат:
- Йөҙ! - тип артҡа боролоп ҡысҡырып ебәреүе менән күк менән ер тоташты, матай тауышы ла юғалды ҡолаҡтан...
Күҙҙәрҙе асып ебәргәндә юл ситендәге кювейтта ята инем мин... минән бер егерме-утыҙ метрҙар алыҫлыҡта, юлда, матай ята алғы тәгәрмәсе әйләнеп.
- Ринат! - тип ҡысҡырырға иткәйнем, ауыҙ тулы ҡырсынташ ... тороп ултырҙым, өҫтө-башты ҡарайым. Танау һыҙырылған, ирендәр ярылған (нисә метр грейдер кеүек ҡырсын йыйып кил әле!) баш тулы тағы шул ҡырсын таш… Минең куртка?! Минең яңы куртка… көләпәрә менән ике еңе генә ҡалған тиһәң дә була ҡалған өлөштәрен ҡарау ҙа ҡурҡыныс, салбар индеецтар кейеме кеүек таҫмаларға бүленеп тора. Ҡырсын наждак кеүек бит инде ул, аяҡтың тиреһен дә арыу һыҙырған, ҡан һарҡый салбарҙың киҫәктәре аша.. өйгә ҡайтҡас ни булырын уйлаһаң, икеләтә ҡурҡыныс булып китә.
Туҡта, Ринат ҡайҙа? Сатанлай сатанлай матай янына барһам, биш метрҙай алдараҡ салҡан ята, кейем минең ише, баш иҫән (каска бит башында), күҙҙәре йомоҡ... Әллә үлгән??? Эргәһенә сүгәләп ҡулдарынан һелкетә башлағайным, күҙҙәр асылды:
- Нәмә, брат, баҫтыҡ бит йөҙгә! - тип йылмайып ята, эт талағыры! Минең дә, Ринат иҫән икәнен күргәс күңел күтәрелеп киткәйне, икәүләп юл уртаһында шарҡылдашып көлөштөк.
Өйгә ҡайтҡас ныҡ эләгәсәге лә, кейем дә, руле бер яҡҡа шаҡарылып ятҡан матай ҙа был мәлдә мөһим түгел ине беҙгә…
Автор:
Читайте нас: