– Ҡайһы эшкинмәгәне ташлап ҡуйған был таҡтаны, эй, хәйерһеҙ…
Фельдшер, әбейҙең ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән аяғын күргәс, баш сайҡаны: «Дауаханаһыҙ булмаҫ, Сәмиғә инәй. Яраң былай ғына уңалмаҫ, антибиотик кәрәк. Мин уны таҙартам, бәйләйем һәм һине дауаханаға оҙатам. Йәш кеше түгел бит һин, өйөңдә ҡалдыра алмайым».
Әбейҙең ай-вайына ҡарамай, ейәне участка дауаханаһына алып китте. Юлға сығыр алдынан мал-тыуарын, донъяһын ҡарау буйынса Сәмиғә инәй һәр бер балаһына әйтеп сыҡты. «Юҡҡа борсолма, әсәй, барыһы ла яҡшы булыр. Тыныс ҡына дауалан», – тип оҙатып ҡалды уны барыһы ла.
Ике көндән район үҙәгенән попутка тотоп ҡайтып төшкән әбейгә аптыраны ауыл халҡы. Баҡһаң, Сәмиғә инәй дауахананан ҡасҡан. «Ни эшләп балниста оҙағыраҡ ятманың һуң?» – тип белеште күрше-күлән. «Палатала тик әбейҙәр, унда нимә ҡарамаҡ кәрәк. Гел ауырыуҙарын һөйләйҙәр, ялҡып бөттөм», – тип яуапланы әбей.
– Һинән дә олораҡ инеме палаталаштарың?
– Береһенә – 57, икенсеһенә 62 йәш булды, ахырыһы.
Фото: triptonkosti.ru
https://ye102.ru/articles/litra/2017-12-14/balnistan-as-an-705221