Туйҙың икенсе көнөнә үк ҡайным Ҡыпсаҡҡа мәктәпкә эшкә төшөрҙө. Төшөрҙө тием, сөнки эйәртеп алып барҙы ла, мин иҫемә килгәндә, елкәмә һалып ҡуймайым инде, эшләп ашаһындар, тип директорға әйтеп тора ине.
Шунан миңә заочно уҡырға күсергә кәрәк булғас, Рәмис менәнт Уфаға киттек. Барып, йомоштарҙы йомошланыҡ, туйға 20 мең тирәһе аҡса төшкәйне, шул төшкән аҡсаның нисәлер һумына мин электрическая мясорубка алып ҡайттым. Ит турағысы, тёркаһы, еще әллә нимәләре бар ине. Ҡайтып еттек тә, йоҡлап торғайныҡ, ҡайным туйға төшкән ҡалған аҡсаны Рәмистән һорап алды. "Драй һуғып бында, аҡса туҙҙырышып, мясорубка өҫтөнә мясорубка алып,"- тип әрләне-әрләне лә беҙҙең туй аҡсаһын һалып алып сығып китеп, бер машина итеп магазинға продукты тейәп ҡайтты ла ҡуйҙы. Ул саҡта магазин тота инек. Ҡайҙан инде хәҙерге йәштәр кеүек "баллы ай" тип сығып китеү. Сығырһың сыҡмай ҙа. Августың 25-е туй булды, 1 сентябрь мин уҡытыусы булып эшкә барҙым. Эш өҫтөнә эш эшләп, ҡунаҡ өҫтөнә ҡунаҡ саҡырып, бала өҫтөнә бала табып башкөллө тормош көтөп алып киттек.
Күпләп ҡош аҫрайбыҙ, мал-тыуар тотабыҙ, иген сәсәбеҙ. Фермерство тота инек. Бер осор һауынсы ла булып йөрөнөм, ферма быҙауҙарын көттөм, бейемдәр өйҙә булмағанда магазинда һатыусы булып тора торғайным. Өҫ- баш туҙырап, мискәләй булып һимереп, тамам ауыл бисәһенә әүерелеп, бер шулай магазинда һатып торам. Студент саҡта Өфөлә бер осорҙа уҡыған таныш егет магазинға килеп инде. Мин уны тәҙрәнән күргәс тә таныным. Килеп инде лә, алыр нәмәһен һорай-һорай, мине таныр китеп ипләп кенә ҡарай- ҡарай торҙо ла: "Зөлфирә, һинме ул?"- тигәйне, ер тишегенә инеп китерҙәй булып оялдым. Шул тиклем кеше танығыһыҙ булып торамдыр инде. "Юҡ, һеҙ яңылыштығыҙ!"- тинем дә ҡуйҙым әле.
Шулай итеп, ирле, балалы, ғаиләле булып йәшәп ятам. Әлхәмдүлилләһ. Тормош булғас йырлап та ебәрәһең, илап та алаһың, көләһең дә... Кеше танығыһыҙ булып һимереп тә китәм, шунан бер ергә көс етмәй башлаһа ябығып алам. Аллаһҡа шөкөр, күңелле, матур тормош. Йәм табайыҡ, йәнле итеп йәшәйек барыбыҙ ҙа, ин шаа Аллаһ , амин!