Ҡасандыр бер мәктәптә уҡыған Маҙһар осраны ла, ҙур проблеманы бер минутта хәл итте лә ҡуйҙы. Баҡһаң, эштән китергә йыйына икән, урынына мотлаҡ рәүештә кеше табырға ҡушҡандар. Минең хәлде ишеткәс, сат йәбеште:
– Урынлаш шунда! Һинең генә урының ул! Эше юҡ, аҡсаһы күп, етәксеһе алтын!
Бығаса үҙемде әллә ни алға ла сапмаған, бик артта ла ҡалмаған ғәҙәти әҙәм тип уйлай торғайным. Был Маҙһар аҡыл эйәһенән, шәптән һалдыра башлағас, уйға ҡалдым. Бәлки, күптән хыялланған эш урыны тап шулдыр, тормошом да яҡшырыр. Етәксеһе лә алтын, ти бит, шуныһын ҡат-ҡат ҡабатлай.
Яңы эшкә өйрәнеп тә барам инде. Етәксем дә бик ипле, кешелекле күренә. Иң яҡын кешеһен күргәндәй ҡосаҡлап күрешә, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Алтын тирәсле күҙлек кейә, тештәре лә шул ҡиммәтле металдан, “Алтын балыҡ” тигән эргәләге ресторанға төшкө ашҡа йөрөй. Уныһын аванс алған көндә белдем. Шеф үҙе шунда саҡырҙы, яҡындан танышайыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ, ти. Матур ултырҙыҡ, күңел булды, авансым ғына ҡалманы. “Ярай, ҡустым, һыйлауың өсөн рәхмәт, минең командаға инеүең менән ҡотлайым”, тип ҡулды ихлас ҡыҫып, сығып киткәс, үҙемә иҫәпләшергә тура килде.
Эш хаҡы алған көндө саҡ еткерҙем. Бурыстар йыйылып китте, әмәлгә ҡалғандай, йә һыуытҡыс боҙола, йә машина. Карточкаға мул ғына сумма килеп төшөүенә ҡыуанып та өлгөрмәнем, бүлмәгә секретарь ҡыҙ инде. Баҡһаң, ойошмала эшләүселәр ай һайын миһырбанлыҡ фондына аҡса йыя икән. Йәнә ошо аҙнала бөтә коллектив менән мөһим сарала ҡатнашабыҙ, киләһе ялда турбазаға барабыҙ, шунда алтын түрәбеҙҙең юбилейын лайыҡлы үткәрәсәкбеҙ, имеш. Секретарь ҡыҙ әйткән күләмдә аҡсаны сығарып биргәс, үҙемдә әпәй-тоҙлоҡ та ҡалманы.
Әле йәнә эш эҙләйем. Хәҙер һайланып тороу юҡ, ҡайҙа саҡырһалар ҙа барам, тик түрәһе алтын булған ергә ике аяғымдың береһен дә баҫмаясаҡмын.
Марат ӘМИНЕВ.