+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Июнь , 14:00

"Ихлас ҡотлайым!"

Һүҙҙе юбилярҙың өс туған ола­таһына бирҙеләр:– Хөрмәтле һеңлем, – тип аҡ һаҡал­лы бабай һүҙен башланы. – Иң тәүҙә юбилейыңа саҡырыуың өсөн рәхмәт әйткем килә. Атыу шундай кешеләр була, ярҙам кәрәкһә йүгереп килеп етәләр, ә байрам булһа, барлығың­ды оноталар. Бына, – тип ҡунаҡтарға ҡараш ташлап алды, – ҡатынымдың бер ағаһы ғүмер буйы шулай булды. Бер өмәһенән, бер бесәненән ҡал­дыр­маны, әммә берҙе лә ҡунаҡҡа әйткәне булманы, холҡһоҙ, – тип тамаҡ ҡырып алды ул.

"Ихлас ҡотлайым!"
"Ихлас ҡотлайым!"

– Иң тәүгеләр­ҙән булып һүҙ биргәнеңә лә рәхмәт. Ололарҙы хөрмәт итергә кәрәк. Бер юлы ҡоҙалар туйға саҡырҙы. Араларында иң өлкәне – мин. Миңә һүҙҙе етенсе генә итеп бирҙеләр! Ғәрле­гемдән бер ни әйтмәй сығып киттем. Минең кеүек тәрбиә алмағандар шул, олоно оло итә бел­мәйҙәр.
Ошолай туғандарҙы ла йыйып то­рор­ға кәрәк, – тип дауам итте ул, – күршем бар, өйөнә бер тере йән ингәнен күргәнем юҡ! Яңғыҙы һарай­ҙай өйөндә кеше ситләтеп ултыра шунда. Инеп сыҡҡайным, сәй ҙә эсермәне! Мин ингән әҙәмде түргә ултыртам, ҡоро сәй булһа ла тәҡдим итәм.
Өҫтәлең шәп, һеңлем. Үткән йәй апайымдың юбилейында булдым. Ашарлыҡ ризығы ла юҡ! Һаран иргә сыҡ­һаң шулай була. Үҙе лә йомарт­тар­ҙан түгел инде былай. Уларға барыр булһам, гел өйҙә тамаҡты туйҙырып сығам. Уларҙа атыу астан үлерһең. Мин ҡунағымды бер ваҡытта ла аслы-туҡлы ебәрмәйем! Шартлай яҙғансы ашатып ҡайтарам!
Матур ҡартая белергә кәрәк, һең­лем, – тине бабай ҡыҙа төшөп. – Ана, минең класташтарға ҡара! Ағинәй йәшенә еттеләр, кеше сәйнәүҙән баштары сыҡ­май. Эскәмйәгә һары таңдан сы­ғып ултыралар ҙа ҡыҙыл кискә тиклем ғәйбәт һаталар. Ә улар бит йәш­тәргә аҡыл өйрәтергә тейеш! Бына мин үҙем бер ва­ҡытта ла кәңәш би­рер­гә тартынмайым, тормошто күргән, белгән кешемен бит ни тиһәң дә!
Үҙеңә ҡарап торам, һең­лем, – тине ул юбилярға текләп, – затлы кейем кей­гәнһең. Әҙәмде сепрәк биҙәй шул. Ҡустымды, әй­тәм, ғүмер буйы һәпрәһе ҡойолоп йөрөй. Ошолай табынға саҡырыу түгел, уның менән урамда күре­шеүе лә оят. Мин гел бөх­тә, таҙа кейенәм, бер ҙә ҡыйын түгел бит инде!
Иртә кейәүгә сыҡтың бит инде. Дөрөҫ! Ана малайым һаман өйләнмәй йөрөй! Уға кем барһын? Йәше үтте бит инде! Мин йәшләй кәләш алдым, һин дә мин йәшәп ятабыҙ! Унда минең һымаҡ аҡыл ҡайҙан булһын инде... Ярай, һеңлем, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ихлас күңелдән ҡотлауымды ҡабул ит, – тип тамамланы ул телмә­рен. Юбиляр бындай ҡайнар ҡотлауҙы тәүге һәм һуңғы тапҡыр ошон­да ишетте.

З. Хәкимйәнова.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: