+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Июль , 11:00

Ҡайһы яҡтан килтереп һуғыр...

Бер көн ферма хужаһы сысҡанға тип тоҙаҡ ҡуйған. Быны белеп ҡалған сысҡан тауыҡҡа, һарыҡҡа, һыйырға әйткән. Тик уларҙың барыһы ла: “Тоҙаҡ — ул һинең проблемаң, беҙгә ул ҡурҡыныс менән янамай”, — тигән.

Ҡайһы яҡтан килтереп һуғыр...
Ҡайһы яҡтан килтереп һуғыр...

Бер аҙҙан тоҙаҡҡа йылан килеп ҡапҡан да ул фермерҙың ҡатынын тешләгән. Ҡатынын һауыҡтырыр өсөн барыһын да эшләргә әҙергә булған хужа тауыҡ һурпаһы бешерер өсөн тауығын салған. Унан сирлене күрергә килгән туғандарын һыйлап ҡайтарыр өсөн һарығын һуйған. Ә ҡатыны үлеп киткәс, уны ерләргә килгәндәрҙе ашатыр өсөн һыйырын да һуйып ҡуйған. Был мәлдә һарай тишегенән барыһын да күҙәтеп ултырған сысҡан “беҙгә ҡурҡыныс менән янамай” тигән әйберҙәр хаҡында уйланып ултырған.

Әҙәп шунда: был бер ҡасан да беҙгә ҡағылмаясаҡ тип һауалы йөрөргә ярамай. Тормоштоң ҡайһы яҡтан килтереп һуғырын беҙ белмәйбеҙ.

Фото: https://ataisal.com/

Автор:
Читайте нас: