-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Июль 2024, 20:00

РАДИО-МАҺИРА

            “Һеңлекәшегеҙҙең исеме кем... Ине?”... Еңел машинамда алдағы пассажир урынында шым ғына ултырған күршем, Фәтих ҡарт, минең был һорауҙы әллә ишетмәне, әллә һаңғырауға һалышты ғына – бер тип тә өндәшмәне. Ҡабатлап торманым, былай ҙа ауыр кешегә. Ҡарындашын һуңғы юлға оҙатырға ҡайтып бара ул. Маһира апай ғына, әбейе, үҙенең “радио” ҡушаматына тап төшөрмәй, һөйләй ҙә, һөйләй бирә: – ... Һиңә әйтә бит... Ишетмәй ул. Дундук. Яуап бирә лә, һораша ла белмәй. Аңғыра. Ғүмер генәм әрәм үтте... Бер әҙәм рәтле йәшәмәнек... Донъяны бер үҙем теүәләнем, эште лә яңғыҙым эшләнем, баҡсаны ла төҙөттөрҙөм... Һеңлеңдең исеме кем, тине бит, һаңғырау ҡарт!.. Ю-уҡ, йүнле кеше түгел был, эшкинмәгән. Семьялары менән шулайҙар. Нисек кенә барып ҡаптым бит үҙҙәренә.

РАДИО-МАҺИРА
РАДИО-МАҺИРА

– Йә, ҡысҡырма әле. Ҡолаҡты тондораһың... – Фәтих ҡарт, ишетә икән, бер генә әйтте лә, йәнә ауыҙын ҡымтыны.

– Кеше һымаҡ ярата ла белмәне бит, эсеүҙән башы сыҡманы, алкаш. Хәҙер генә, ҡартайғас, йүнле кеше булып йөрөй. Йәшерәк сағына тура килмәнең, урамда аунап йөрөп эскән сағына... Йөрәкте генә бөтөрҙө. Хәҙер мин – нервынный! Элек тауышым да сыҡмай ине. Тормош өйрәтте! Хәҙер тауыш – во! “Жириновский” тиҙәр үҙемде, “радыя”! – көлөп ала, –Илдар, ишетәһеңме?..

– Ыһы, ишеттем...

– Ишетәһеңме, тимен?

– Эйе, тием, Маһира апай, ишеттем.

– Бәйләнмә водителгә, юлдан отвлекайт итәҫең бит, – ҡарт телгә килде. Уның ҙур, ҡыҙарыбыраҡ торған күҙҙәре әллә йәшле, әллә дымлы... Аңламаным. Ауылдарына килеп еткәнебеҙсә, өндәшмәне тиерлек, бары юл күрһәткән сағында ғына яртылаш ым-ишара ҡушып әйткеләне. Ә радио-әбей, әҙ-әҙгә генә тәнәфескә туҡталды ла, йәнә кереште һөрәнләргә.

Артҡы ултырғыс уртаһында ҡунаҡлап, күҙҙәрен секерәйтә биреп юлды күҙәтеп, һәр боролошҡа, күренешкә үҙ баһаһын, аңлатмаһын биреп, берсә көйәләнде, берсә ҡыт-ҡыт итеп көлөп алды.

Тәүҙә мәйет сыҡҡан өйгә барҙыҡ. Һуңлағанбыҙ икән. Фәтих ҡарт, тиҙ генә өйгә инеп сыҡты ла:

– Зыяратҡа алып киткәндәр, – тине.

– Кем әйтте? – тине ҡарсығы.

– Таныманым...

– Һин кеше таныйһыңмы ни, аңғыра баш! Ултыр, ултыр тиҙерәк! Ишекте яп! Ярай, минән бурыс төштө, ике аҙна элек килеп киттек, улына биш йөҙлөк, ҡыҙына биш йөҙлөк ҡалдырып киттек. Хәҙер ҡәберлек янында хәйер таратам да, бөгөнгө тбурыстан да ҡотолам.

            Зыяратҡа барып еттек, тимер ҡойма менән кәртәләп алынған, эсен күрерлек түгел. Машина-фәлән ултырған ерҙе эҙләп киттек. Көнбайыш яҡлап бер ҡапҡа алдына туҡтағас, Фәтих ағай һикереп төштө лә, эскә үтте. Зыяраттың был яғында бүтән кеше күренмәй. Бер аҙҙан уның артынан киттем. Илле метр самаһы төпкәрәк ингән күршем кире миңә табан килә башланы.

– Таптыңмы? – тинем.

– Эйе, андалар икән, – тип ары яҡҡа ымланы ағай.

– Әйҙәгеҙ, – тинем машинаның ишеген асып, Маһира апайға.

– Таптығыҙмы? – тип йылдам ғына сыға башланы бығаса машина һаҡлап ултырған ҡарсыҡ.

– Ыһы...

            Мин, Фәтих ағайҙы күҙҙән яҙҙырмайым тип ҡабаланып алға киттем, Маһира әбей арттараҡ ҡалды. Ана, алда кешеләр төркөмө күҙгә салынды. Ир-ат күп кенә икән. Фәтих ағай ҡабаланғаны күренеп тора, кире беҙҙең яҡҡа атлап килә башланы. Миңә 30-40 метр етмәйерәк:

– Маһира ҡайҙа? – тине.

– Арттараҡ килә.

            Бына тегеһе күренде:

– Бар, атла, эх, дундук, енем һөймәй һине, – тине тәнтерәкләп был яҡҡа атлаған Маһира әбей.

– Ҡысҡырма, ниңә ҡысҡыраһың ул? – тине лә Фәтих ағай, дүрт йыл түшәктә ятып, өсөнсө көн гүр эйәһе булған һеңлекәшенең ҡәбере өйөмө эргәһендә ҡайнашҡан туғандары, яҡындары, ауылдаштары араһына инеп юғалды.

            Тамамлап та баралар икән, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән ер өйөмөн яңы ҡәбер өҫтөнә күсереп һалдыҡ. Өйөмдө тигеҙләгәс, түбәтәйле бер аҡһаҡал килеп етте, шартына килтергәндер, аят уҡыны. “Миңсара ниндәй кеше ине?” – тине. “Яҡшы кеше ине”, – тиеште кешеләр. Мәрхүмәнең исеме Миңсара булған икән. Иренең барлыҡ туғандарын да яманлап килгән радио-Маһира әбей, хәйер таратҡан ыңғайына, бер апайға: “Мин – Фәтихтең ҡатыны булам, – тине...

– Ҡара әле, Фәтихте ҡырҡ йыл күргәнем булманы, – тине эргәмдә торған бер ҡарт икенсеһенә шыбырлай биреп.

– Был егет улдарымы, ейәндәреме икән? – тине икенсеһе, мине әллә ишетмәҫ, әллә аңламаҫ тип уйлауҙанмы...

– Юҡ, – тип ҡуйҙы бер апай, – балалары юҡ аларҙың.

Маһира апай хәйер таратып бөткәнсе, бүтән өндәшмәне. Унан һуң да бер нисә йәш-елкенсәк, бер нисә ошо кеше хәйер таратты.  Аҙағынан имам аят уҡыны ла, барыбыҙҙы ла ашҡа саҡырҙылар. Өҫтәлдәр артында  мәрхүмә тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйттеләр. Маһира әбей ҙә бикәсенең донъялыҡтан бик иртә китеүе тураһында әсенеп һөйләп алды, күҙҙәрен һөртөштөрҙө, матур ғына хәтирләргә төшөп китте.

Ҡуҙғалыр алдынан, оҙата сыҡҡан хужаларға бик оҙаҡ ҡул болғаны апайым. Тәҙрәне асып: “Туғанҡайҙарым, ныҡ булығыҙ инде, ҡәҙерлеләрем, йәл, иртә китте бикәскәйем, прямы мына йөрәгем һыҙа”, – тигәнерәк һүҙҙәрен теҙҙе. Ҡайғылы йорт арттараҡ ҡалғас, беҙҙең ҡала янындағы бәләкәй ауыл уртаһынан ағып ятҡан йылғасыҡ аша һалынған алама күпер аша үтеп барышлай, әллә башын түбәгә төкөнө, әллә стенаға бәрҙе – “радиоһы” көйһөҙләнде:

– Бахыр, Миңсара бикәсте күрергә барғайныҡ, ике аҙна элек булғандыр, әрләшеп ятты әле минең менән... Шап-шаҡтай ине. Анауы, апайың, кискә тиклем ҡалмайһығыҙмы ни, – тип тора, мәлғүн, бутты, мин яҡын ерҙән килгәнмен.

– Ыһы, – тип әбейенең һүҙен йөпләне лә Фәтих бабай, әллә йәшле, әллә дымлана биргән уйсан ҙур күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәне.

            Мин ниңәлер юл буйына бер һүҙ ҙә өндәшә лә, алманым күршеләремә. Тамаҡҡа бер төйөр килеп тығылды ла... Әле яңы ысҡынды.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: