Бына ире кис ҡайтып ингән дә туҙына башлаған, ҡатын һыуҙы ҡабып тора ти, ауыҙ тултырып. Ир ҡатын өндәшмәгәс, тиҙ генә һыуынған. Бер нисә ҡат шулай ҡабатланғас, һыу бөткән. Ҡатынҡай тағы йүгергән муллаға.
- Эй, мулла абзый, һыуың шундай файҙалы булды! Ирем тынысланды, хатта асыуланмай ҙа хәҙер! Тағы ла шул өшкөрөлгән һыуыңды бир әле, - тигәс, мулла:
- Үҙ өйөңдәге крандан аҡҡан һыуҙы ҡабып торһаң да була ул ир туҙынғанда! - тип әйткән ти.
Фото: stroitel76.ru