-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Июль 2024, 17:00

Һабантуйҙан һуң

сәй! Сургутта кисә һа­бантуй булды. Эй, шәп үт­те! Кейәүең көрәшеп тә­кә алды. Шашлык бешерҙек дуҫтар менән. Беҙҙең районда һабантуй булдымы әле? – тип шылтыратты Фәри­ҙәгә ҡыҙы Рәйлә. – Һау ғынаһығыҙмы, ҡыҙым! Кейәү маладис икән! Көрәшкәндә бит көслө бу­лыу ғына әҙ, оһоллолоҡ кәрәк.

Һабантуйҙан һуң
Һабантуйҙан һуң

Беҙҙә ике аҙна элек үтте һабантуй. Кемдәр­гәлер бәлки ҡыҙыҡ булғандыр. Үҙеш­мәкәр­лектә ҡатнашып йөрөгәс, беҙ тир­мә тирәһенән китә алманыҡ. Иртә­нән кискә тиклем ҡунаҡ ҡарап бер булдыҡ, килеп торалар, китеп торалар. Һәр бер делегацияны таҡмаҡ әйтеп ҡар­шы алабыҙ, йүгереп йөрөп һый­лай­быҙ. “Хәҙерге һабантуйҙарҙың бер ҡыҙығын да күрмә­йем”, – тип, атайың барманы. Дөрөҫ эш­ләгән, үҙебеҙ, кеше ҡарап, ас­лы-туҡ­лы йөрөп ҡайттыҡ. Ҡырым сиреүе үткәнме ни – ҡунаҡ­тарҙан һуң тирмәлә бер тәғәм ризыҡ ҡалмаған.
– Әртистәр булдымы, әсәй? Беҙгә Өфө филармонияһынан килделәр. Татарстандан да бар ине. Матур булды сығыш­тары. Бик яратып ҡалдыҡ.
– Килде шунда берәү Өфөнән. Радионан көнөнә әллә нисә бирәләр үҙен. Ғәлим Ғәйбәтҡолов, шикелле. Сәхнәгә сығыу менән: “Хәлдәрегеҙ ни­сек? Мине һағындығыҙмы? Мине яра­таһығыҙмы? Мине гел һыҙғырып ҡар­шы алалар. Әй­ҙә, һеҙ ҙә шулай итегеҙ. Ҡулдары­ғыҙҙы күтәрегеҙ! Ҡул­дары­ғыҙҙы күрмәйем!” – тип ҡысҡырырға тотондо ҡолаҡ яңғы­ратып. Беҙҙең Ғәм­бәриә: “Һай, мәлғүн, йырыңды йыр­ла, аҡырып торғансы!” – тип ҡысҡырҙы үҙенә. Теге, әллә ишет­мәмешкә һа­лыш­ты, биш йырын йырланы ла, икен­се район һабантуйына тайҙы. Йөҙ мең түләгәндәр, ти, шикелле, үҙенә. Үҙе­беҙҙең район артистары унан күпкә матурыраҡ йырлай. Ул бахырҙарға көс төштө инде – ҙур сәхнәлә лә сығыш яһаталар, һарһылтып, ҡурайға ҡушы­лып, түрәләр һыйланып ултырған тирмәлә лә йырлап сығалар. Прастуй кешене яҡын юлатмайҙар тирмәләргә. “Мин – хеҙмәт ветераны, почетлы колхозсы”, – тип Кә­рә­мәт ҡарт кереп бара ине, ике полиция кешеһе ҡыуып ебәрҙе. Өфөнән кил­гән ми­нистр, депутат, яҙыусы­лар, район тү­рәләре тир­мәнән-тирмәгә йөрөп ҡунаҡ булды. Яңы­раҡ ҡына орден алған яҡ­таш шағир Хәйбүш Мәймүш беҙҙең тирмәлә ашап-эсеп сыҡты ла, ил­һамланып шиғыр сығарыр­ға тотондо:
“Һабантуйға ҡайттым әле,
Гөрләп тора һабантуй.
Киләһе йыл да гөрләһен
Тыуған яҡта һабан туй!”

Район гәзитенең баш мөхәррире Шәф­ҡәт Ғәрәфиев: “Әй! Хәйбүш ағай, бик шәп әйттегеҙ! Һеҙ – бөйөк шағир, беҙҙең ғорурлығыбыҙ! – тип маҡтарға то­тондо. – Был шәп шиғырығыҙға мот­лаҡ йыр яҙҙырырға кәрәк. – тигән була юхалап.
– Ярыштарҙа ҡатнашманығыҙмы, әсәй? Беҙҙең ауылдыҡылар әүҙем бу­ла торған.
– Миңә, йырлаған өсөн, кәстрүл бир­ҙеләр. Баҡанға (диал. – ҡолға) Һиҙиәт ҡарт үрмәләне. Менеүен менде лә ул, тик кире төшә алмай. Сытырман йәбе­шеп, ҡысҡырып тик ултыра. Автокран менән төшөрҙөләр үҙен. Ғәрифә әбей йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып яры­шыуҙа беренсе урынға сыҡты. Сәй сер­визы биргәндәр, приз итеп. Теш­тәре шәп бит уның хәҙер. Теш врачы булып эш­ләгән ейәне, Тайфур, бетонданмы, керамикананмы, протез эшләп ҡуйған өлә­сә­һенә. Ҡаты сәтләүектәрҙе шытыр­ҙа­тып теше менән генә вата хәҙер. “Мин – район чемпионы!” – тип маҡтанып йө­рөгән була әбей. Сәкинә килен бү­рә­нәлә тоҡ һуғышып еңеүсе булды. Уға бү­ләк­кә ҡаланың иң шәп матурлыҡ са­лонына сертификат бир­гәндәр. Оҙаҡ­ҡа һуҙмай барып, матурланып ҡайтты. Сәсен дә йүнләп тарай белмәгән һәпрә бисә ти­мәҫһең хәҙер. Сәстәрен киҫеп, һап-һа­ры­­ға буяған­дар. Ҡаш һыҙғандар, укол­­дар эшләп йыйырсыҡтарын шы­март­ҡандар. Хат­та аяҡ тырнаҡтарына хәтлем буяттырып ҡайтҡан Сәкинәне ире Ғөзәйер күргәс: “Еңел холоҡло ҡа­тын һымаҡ булғанһың!” – тип әрләп таш­лаған. Былай ҙа ыр ҙа быр йәшәйҙәр ине, талашып киткәндәр. Кисен килеш­кән­­дәр, буғай. Косметологтар Сәкинә­нең тағы ҡайһы ерен һөймәлекле ит­кән­­дер, бик татыу йәшәйҙәр хәҙер...

– Ярар, әсәй, шәп булған икән. Икенсе аҙнала кейәүеңдең ялы башлана. Балалар менән машинала ҡайтырбыҙ, тип уйлап торабыҙ.
– Ҡасанан бирле көтәбеҙ бит инде үҙе­геҙҙе. Әле ураҡ байрамына әҙер­лә­нергә ҡуштылар. Имен-һау ҡайтып етегеҙ.

Харис ШӘРИПОВ.

Автор:
Читайте нас: