Шулай йәйҙең хәтәр йәмле бер иртәһендә баҡсабыҙ уртаһындағы алмағас төбөнә өҫтәл йәйеп, рәхәтләнеп сәй эсеп ултырабыҙ. Эх, ул рәхәтлекте әйтеп бирерлек түгел: сут-сут ҡоштар һайрай, тирә-яҡта йәшеллек, матур гөлдәр сәскә атып, хуш еҫтәрен тарата. Был хозурлыҡты боҙоуҙан ҡурҡып, ирем менән һөйләшмәй генә баллы сәй һемерәбеҙ. Ҡапыл ҡапҡа асылып китте лә эттәрҙең яр һалып өрөүенән дә ҡурҡып тормай, урта йәштәге ир йүгерә-атлап яныбыҙға килде.
– Сәйегеҙ мәтрүшкәлеме әллә, еҫе юл буйына уҡ таралған. Бала саҡтар иҫкә төштө.
– Әйҙә, түрҙән уҙ, – тип улыбыҙ өсөн ҡуйған ултырғысҡа саҡырҙы иптәшем. – Беҙҙең мәтрүшкәле сәй генә түгел, бал да тәмле, ауыҙ ит.
Юлсы бит-ҡулын йыуып та тормайынса, тура өҫтәл янына үтте.
– Рәшит булам. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Себер яғына сығып киткәйнем, егерме йылдан ашыу ваҡыт уҙған да киткән. Бына саҡ ҡайтып барыуым. Яңғыҙ ҡалған әсәйемде һағындым.
– Ҡайтам, тип алдан хәбәр иттегеҙме һуң? Көтәләрме? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Хәбәр итеп торманым шул. Сығып киткәндә лә бер кемгә өндәшмәгәйнем, әле лә… – тип, башын аҫҡараҡ эйеп, күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы ҡунағыбыҙ.
– Ғаилә менән бергә ҡайтырға ине. Әсәйеңде лә шатландырыр инең, – иптәшем, үҙе күп балалы ғаиләлә үҫкәс, иң тәүҙә шуға иғтибар бирә.
– Юҡ, ғаиләм юҡ минең. Бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараным, уңманым. Яҙмышым үҙем йөрөгән яҡтарҙа булып сыҡманы.
– Былай, Себерҙә тормош нисек һуң? Кешенең аҡса ла аҡса тип шунда китеүенә аптырайым. Бында ла эшләһәң аҡса бар инде…
– Эйе, бер яҡтан уйлап ҡараһаң, һеҙ хаҡлы. Бөтәһе лә киткәс, тип эйәрәләрҙер. Ҡайҙа ла елкә кәрәк инде. Эшләмәгән кеше Себерҙә лә бер ней ҡыйратып йәшәмәй ул, дөрөҫөн әйткәндә. Бына мин эшләгән һәр тинемде әсәйем тип, банкка күсереп тик барҙым, буровойҙа тир түктем, – Рәшит маҡтанырға кереште. Ләкин өҫ-башына ҡарағанда, байып ҡайтып барған кешегә бер ҙә оҡшамаған һымаҡ. Машинаһы ла юҡ үҙенең, такси-фәлән дә ялламаған шикелле, йәйәүләп тәпәйләүе. Ҡулында сумка-фәләне лә күренмәй.
Сәй эсеп алғас, ҡунағыбыҙ юлын дауам итергә ашыҡманы. Иремдең артынан ҡалмай, ул ни эшләһә лә ярҙамлашырға тырышып йөрөүен белде. “Ярай, кискәрәк ҡуҙғалалыр, кешене нисек ҡыуып сығараһың? Етмәһә, белмәгән әҙәмде”, – тип шыбырлаштыҡ.
Бына төшкө аш та әҙер. Был юлы ашарға аласыҡҡа индек. Ҡояш та бик ныҡ ҡыҙҙыра, себендәр ҙә гөжләп тора, эстә тынысыраҡ булыр. Ят кеше булғас, етмәһә, тыуған яҡтарҙы һағынып килгән кеше тип, майлы ит һалып, бишбармаҡ бешерҙем. Боронғоса ҙур алдырға ауҙарып, уртаһына һуған турап төшөрөп, хәс тә ауылдағыса һый әҙерләнем. Ғәҙәттә, бындай аш ҡышын, һуғым мәлендә, ит күп саҡта була.
– Ай-һай, хужаларҙың уңғаны! Мул йәшәйһегеҙ. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең халыҡ шундай инде ул…
– Әйҙә, уңайһыҙланып торма, түрҙән уҙ. Бына, тултырманан ауыҙ ит, һатып алынғаны түгел, бөтәһе лә үҙебеҙҙеке. Ҡоротлап, майлап тәмлә барыһын да…
– Рәхмәт, рәхмәт. Бөтәһе лә бар, шөкөр, – тип ҡунағыбыҙ өндәшмәй генә бер туҫтаҡ ашты тын да алмайынса һемереп ҡуйҙы. Тағы ла өҫтәгәс, был юлы теле асылды:
– Тоҙон артығыраҡ төшөргән хужабикә. Аштың тәмен боҙған, кәнишне. Борон бит бөтөнләй тоҙһоҙ ашар булғандар. Шуға ла оҙаҡ йәшәгәндәр. Ит үҙе тәм бирә. Етмәһә, елек майының да үҙенә күрә хуш тәме бар. Ә тоҙ шуларҙы ҡаплаған да ҡуйған. Етмәһә, хужабикә һуған өҫтәгән. Һуғандың үҙен ашҡа ла һалмайынса майлы ит менән көйшәүе һәйбәт. Уның файҙаһы ла бар. Ә бында һурпала ҡурылғаны тағы ла аштың тәмен үҙгәртә. Бешкән һуғанды ла яратмайым… Минең әсәй ошо һалманы ҡалын итеп йәйә лә, оҙонса итеп киҫкеләй. Шулай итһәң, еңелерәк ауыҙ ителә.
Һеҙҙеке туҡмас ҡына түгел, ахыры. Теге бишбармаҡ тигәндәре ошо булалыр. Уны ашҡаҙан ауырыраҡ эшкәртә, кәнишне. Ни тиһәң дә ҡамыр ашы бит, етмәһә, күкәй ҡушып йәйгәнһегеҙҙер әле…
Өндәшмәй генә, ашарға ла ҡыймай ҡунағыбыҙҙың иҫкәрмәләрен тыңлайбыҙ. Мин ҡыҙарып-ҡыҙарып ҡуйғанымды ла һиҙә башланым. Эстән генә үҙемле шелтәләп ултырам:”Уй, Хоҙайым, быға тиклем берәү ҙә ашың тәмһеҙ, тигәне юҡ ине бит әле, ҡайһылай оят. Кулинария, аш-һыу китаптарын яңынан уҡып сығырға кәрәктер. Ҡартайыуым шулдыр, күрәһең, онотоламдыр ҙа… “
Шулай һөйләнә-һөйләнә тағы ике туҫтаҡ ашты бушатҡас, Рәшит өҫтәл артынан тормайынса ғына кирелде лә:
– Күрәһегеҙме, үҙегеҙ ашай ҙа алманығыҙ. Мине, ярай, тәм-том менән һыйлап берәү ҙә шаштырмаған. Ниндәйе лә бата. Аслыҡтан үлмәһәм булды, тип йәшәгән кеше. Үҙегеҙгә тип бешеренгәндә, минең әйткәндәрҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ бүтәнсә. Әйткәндәй, иртәнге сәйҙе һөтләп эсеү яҡшы. Үҙәк көймәй. Һеҙҙең сәйҙән һуң кикереүҙән баш сыҡмай.
Уның был һүҙҙәренән һуң иремдең түҙемлеге ҡалманы. Ул һикереп торғайны, саҡ тыйып өлгөрҙөм:
– Хәҙер мунса ла тоҡандырып ебәрербеҙ. Мунса һуңына тәмле итеп бешеренергә тырышырмын, һеҙ ашыбыҙға улай үпкәләмәгеҙ инде. Бар, бар, тиҙ генә утын ташып ҡуй, иртә яҡһаҡ, иртә инергә яҡшы булыр, – тип ҡарашы ут сәскән иремде эткеләп-төрткөләп тышҡа алып сыҡтым. Нисек тә тынысландырырға кәрәк үҙен . Әҙ генә борсолһа, ҡан баҫымы һикерә башлай.
– Ҡарале, үҙе ашыңды насарлай-насарлай биш табаҡ ашап ташланы ла баһаң! Ул тиклем итеп нишләп үҙең дә әҙерләнеп ташлаған булдың, йыраҡтан һағынып ҡайтҡан туғаныңдай итеп?
– Туған булмаһа ла йәлке бит, егерме йылға тәүгә ҡайтып килгән кешене. Ашаһын, ул ашағандан беҙҙеке кәмемәй, аллаға шөкөр. Әйтәм бит, кискелеккә яҡшылап табын әҙерләрмен. Мунсанан сығыуығыҙға…
– Ниндәй мунса тей ул, ахмаҡ! Ғүмерҙә күрмәгән кешегә шул тиклем итеп бөтөрөнөргә бында… Хәҙер, әҙерәк тынысланайым да, Шишмәгә үҙем илтеп ҡуяйым, әсәһенә ҡайтһын.
Умарталыҡ яғына сығып, шулай ҡултыҡлашып, яйлап йөрөп аласыҡҡа кире керһәк, ҡунағыбыҙ юҡ булған. Сәйгә тип әҙерләп ҡуйған бер көрөшкә бал, тәм-том кәнфиттәр, хатта яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәгебеҙҙән дә елдәр иҫкән.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.