Ун йәшлек Регина әхирәттәре менән күрше йорт подъездары буйлап йөрөргә әүәҫләнде. Почта йәшниктәрен тикшереп, ундағы журнал-гәзиттәрҙе тартып сығарып, стенаға йәбештереү өсөн матур һүрәттәрҙе ҡырҡыу менән мауығып китеүҙәрен ҡыҙҙар һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә хаттар уларҙы ҡыҙыҡһындырманы, подъезд иҙәндәрендә сәселеп ятып ҡалды...
Ялтырауыҡлы журналға ҡушып бер йоҡа ғына хатты ла эләктергәнен ҡыҙ өйҙә генә абайланы. Регина, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, күрше ҡалала йәшәгән сит егеттең эргәләге подъездағы ҡыҙға яҙған хатын уҡымайынса булдыра алманы. Егеттең һөйөү, һағыныу тойғолары, ялҡынлы хистәре, һөйгәненән ғәфү үтенеүе, уны үҙенә саҡырыуы ун йәшлек ҡыҙҙа көлкө, битарафлыҡ тыуҙырыуы ғәжәп тә түгелдер. Бала ғына көйөнә үҙе кисермәгән мөхәббәт хистәрен, юҡһыныу тойғоларын нисек аңлаһын инде... Йорт ишегенең ҡапыл асылғанын ишетеп, ҡыҙ йәһәт кенә ахырынаса уҡып бөтөлмәгән хатты өҫтәл өҫтөндәге китап эсенә йәшерә һалды...
Бөгөн ошо хат йәнә 19 йәшлек Регинаның ҡулына килеп эләкте. Осраҡлы рәүештә, көтмәгәндә. Ҡыҙ китап кәштәһендәге туҙанды һөрткәндә онотолоп бөткән хатҡа яңынан юлыҡты. Был юлы ул яйлап хат юлдарына күҙ йөрөттө, көлөмһөрәргә һис уйы булманы. Кеше яҙмышын үҙенең уңышһыҙ мөхәббәт тәжрибәһе, йөрәге аша үткәрҙе. Күршелә йәшәгән Айһылыу уға нисек йәл хәҙер, утыҙ йәшлек белемле, баҫалҡы, сибәр ҡыҙ һаман да яңғыҙ, ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Ҡыҙҙарҙың бала саҡтағы шаянлыҡтары, мутлыҡтары сәбәпсе түгелме икән? Тулҡынланыуҙан Регинаның йөҙҙәре ҡыҙарып китте, нисек уңайһыҙ күршеһе алдында! Ғәйепте аҡларлыҡ бер сәбәп юҡ, бәлки, ауыр булһа ла, барыһын да Айһылыуға түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергәлер? Юҡ, быға көс юҡ, аҙаҡ ут күршеһенең күҙенә нисек күренер, нисек ғәфү үтенер? Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ кеше хатын уҡыған, яҙмышына ҡыҫылған кешене ғәфү итмәйәсәк бит ул. Байтаҡ ҡына уйланғандан һуң Регина асылған хатты Айһылыуҙың почта йәшнигенә төшөрөргә булды.
...Бер ай үткәндән һуң институттан ҡайтып килешләй, күрше подъезд төбөндәге туй кортежын күреп, Регина ҡыҙыҡһынып туҡтап ҡалды: “Кем өйләнә икән? Ҡарайыҡ әле!” Кейәү менән кәләштең фатирҙан сыҡҡанын ул да башҡалар менән күҙәтергә булды. Бик күңелле шул туйҙар! Бәй, кәләш тигәне, туй күлдәгендәге сибәркәй күршеһе Айһылыу икән дә! Бығаса күҙгә әллә ни ташланып бармаған ҡыҙҙың һылыуланып, көләсләнеп, ҡыйыуланып китеүен Регина ла һиҙҙе. Бына тигән матур пар. “Мин бөгөн шул тиклем шатмын, Айһылыу! Бәхетлемен, - тип шыбырҙай мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле ир кәләшенә. - Тик ҡайҙан таптың минең ун йыл элек яҙған хатымды, аптырарлыҡ хәл бит был, һаман ышана алмайым...”
“Быныһы хәҙер мөһим түгел инде, Заһир, - ти тегенеһе тыйнаҡ ҡына йылмайып. - Иң мөһиме, мин уны уҡыным. Ярай әле, йәшәгән урыныңды алмаштырмағанһың, нисек эҙләп табыр инем үҙеңде...”
Д. Арыҫланова.
Фото: Моя Индия.ру