+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Август , 08:00

Сәйер ине был урман...

Кеше йыя тип мин дә бәшмәккә киттем... Урман буйлап йөрөй торғас, берәүҙе саҡ таптып. Бер аҙ барғайным, бер ҡойоға тап булдым. Эргәһенә барҙым, лифтҡа кереп, сәпиткә ултырҙым да, матайҙы ҡабыҙҙым.

Сәйер ине был урман...
Сәйер ине был урман...

Инде ҡуҙғалам ғына тигәндә, кондуктор килеп баҫты. “Минең урынға ултырғанһың бит, төш!” – ти.”Мин тәмәке тартмайым бит”, – тим. Ә ул бала һымаҡ иларға тотондо. Кәнфит бирәм тигәйнем, сумкамды тартып алды. Асыуым килде лә маңлайына бирҙем. “Арҡамды ауырттырҙың бит!” – тип һөрән һала. Әллә һантый инде, мин әйтәм. Тиҙерәк был электричканан сығыу яғын ҡараным. Ҡараһам, автобус тора. Килдем дә ике икмәк һораным. Бер күлем он бирҙе. Алдым да китмәксе булам, ә артымдан өс полиция хеҙмәткәре ҡыуа. “Туҡта, сдачаңды алманың бит!” – тиҙәр. Бер тоҡ алма тотторҙолар. Киттем баҙарға һатырға. Банандарҙы теҙеп ҡуйырға ла өлгөрмәнем, бер инәй персиктарыңды алам тип килеп тә баҫты. Сумкама һал әле, ти. Ә мин 20 ҡарбуҙҙы уның сумкаһына нисек һыйҙырырҙа тейештер? Аҡсаны алдым да өйгә ҡайтып киттем.

...Шунан бирле, урманға бәшмәк йыйырға барам тип ауыҙымды ла асҡаным юҡ.

Фото: www.drive2.ru

Автор:
Читайте нас: