– Арағыҙҙа иң олоһо булараҡ, бер-ике һүҙ генә әйтеп ебәрәйем, – өҫтәл башында ултырған Ҡәҙерниса инәй ҡалтыранып ҡына ҡул күтәрҙе.
– Бөтәгеҙ ҙә белеп тораһығыҙ, мин ғүмерем буйы ошо клубтың иҙәнен йыуҙым. Бер үҙем өс ҡыҙ үҫтерҙем. Ҡхм- ҡхым...
– Ҡәҙерниса апай, былтыр шулайтып уртансығыҙға, Гөлнисағыҙға, премия бирҙек бит инде, унан алда Әлмисаға! Һуң, кисә генә һөйләштек шул турала... – комиссия етәксеһе ҡыҙа башланы...
– Зинһар, бүлдермәгеҙ. Кем белә, бәлки мине һуңғы тапҡыр күрәһегеҙҙер, көйәләнһәм, ҡан баҫымым күтәрелә лә китә. Шуға һүҙемде һүҙ итегеҙ, Зәбирәмә бирегеҙ инде быйыл. Яңғыҙыма уларҙы үҫтереү еңел булманы. Холоҡтары холоҡмо, һәр береһе биҙун. Ижад кешеләре һымаҡ ҡыланалар әле. Апайымдар алғанды, мин ни ерем менән кәм, тип илап ултырып ҡалды Зәбирәм. Ни тиһәң дә мин ғүмерем буйы һеҙҙең ултырыштарҙан һуң ҡалған бысраҡты йыуғанмын. Бында ниҙәр булғанын, нимә тураһында һөйләшкәндәрегеҙҙе яҙып алып йөрөнөм. Әгәр бәләкәсемә бирелмәһә, иптәштәр, былтырғы "теге эш" тураһында районға хәбәр итеүе ауыр булмаҫ.
– Һуң, Ҡәҙерниса апай... Улай пландан тыш ҡыҫылыр булһағыҙ, шиғыр кәрәк. Районға нимә тип отчет бирәйек?
– Шиғыр ни, ана, интернет тулы! Шуларҙан алып-йолҡоп отчетын да бирегеҙ һуң! Былай, "теге эш" буйынса яҙмам әҙер ул, сығарһаммы...
– Ярай, өндәшмә, Ҡәҙерниса апай, аңланыҡ инде, – Факил Ҡыям улы тиҙерәк кенә сәркәтибе яғына ҡарап алды:
– Протоколдың был өлөшөн һуңынан яҙырбыҙ, ҡалдырып тор! – тине етди генә итеп. Шунан алдында торған стакандағы һыуҙы күтәреп эсте лә, ҡарлыға яҙып:
– Нишләп бүтәндәр өндәшмәй? Быйыл премия аҡсаһы дүрт кешелек кенә. Улары ла комиссия ағзаларына эш өсөн бүленмәй! – тине.
– Улайһа, рөхсәт итегеҙ! – Карам ҡарт тороп баҫты. – Мин ни, ғүмерем буйы тракторҙа йөрөһәм дә, шиғыр уҡығаным бар. Ҡайһылары көйләп уҡыла, ҡайһыларын уҡығанда эләгеп йығылаһың, тигәндәй.
– Тәк, ошондай матур фекерҙәрҙе протоколға индер зинһар, Ҡотлобикә, – тип ҡыҫтырылды Факил Ҡыям улы. – Ғәфү итегеҙ.
– Ҡхм... Ҡайҙа туҡталдым әле? Ә-ә, эйе, теге кем әле, анау шағир, баяғы премия исемендәге кеше бит әле, шуның районкала сыҡҡан шиғырын уҡыйым тип, трактор менән ошо клуб баҡсаһына бәрелгәйнем бит, хәтерегеҙҙәлер. Шунан алып, уҡығаным юҡ. Егерме йыллап барҙыр. Шуға, мәйтәм, Ҡәҙернисаның, баяғы, бәләкәй ҡыҙына бирәйек, тием. Шиғыры табылыр ул, иң мөһиме – үҙебеҙҙең ҡулда саҡта исем биреп ҡалайыҡ. Ул ғүмерлек.
Карам ҡарт Ҡәҙерниса инәй яғына ҡарап күҙ ҡыҫҡан булды ла, урынына ултырҙы.
Комиссия ағзалары аҫтыртын ғына бер-береһенә ҡарашып алды.
– Улайһа, минең дә ҡыҙҙарыма бирәйек! – Вәсилә апай түҙмәне. – Гел Ҡәҙерниса апайҙың балаларын ҡарағансы. Ул барыбер премия аҡсаһын ошонда ултырғандарға үҙенсә таратып сыға инде. Йәшерен-батырын түгел. Ә минең ҡыҙҙарым, исмаһам, бер күлдәк алып кейеп ҡыуаныр. Ҡыҙҙарға нимә инде ул? Эт күңеле баяғы ней бит әле...
– Ә шиғыр? – Факил Ҡыям улы тағы ҡалҡты. – Протокол яҙмай тор, –тип, тағы сәркәтип яғына өндәште.
– Интернетта күп, ти ҙә баһаң! Ҡәҙерниса апайҙың бисураһына булғаны, минекеләргә табылмаҫ, тиһеңме? Отчет өсөн, тием. Әгәр юҡ икән, Факил ағай, теге ваҡытта мәктәптәге нейегеҙҙе ҡатынығыҙға һөйләйем!
– Атаҡ! Шундайға китһә, премия ала торған дүртенсе кеше итеп минең ысын шағир ҡустымды, Дәүләтте, яҙып ҡуйығыҙ! Уның урлап алмаған, үҙе ижад иткән шиғырҙары аҙна һайын берәй журналда, гәзиттә баҫылып тора! – өҫтәлдең бер мөйөшөндә аптырап ҡына ултырған Рима апайға йән кергәндәй булды.
– Баҫылһа һуң! Нишләп беҙ ҡапыл, бер һүҙһеҙ уны исемлеккә индерергә тейеш әле?! Ул былай ҙа шағир, премияһыҙ ҙа исемен бөтәһе лә белә! Ана, лутсы Мәймүнә инәйҙең улына бирәйек. Егәрле бит! Ауылдағы бөтә ололарға утынын ярышһынмы, һыуын килтерһенме! Уның өсөн хаҡын да ҡайырып ала, шулай ҙа кешегә файҙаһы тейә бит. Ә һинең шиғыр яҙған ҡустыңдан ни файҙа? Ауылға йылына бер ҡайтып киткәнендә лә бер кем дә күрмәй ҡала! – Карам ҡарт һикереп тороп, ҡыҙыу һөйләргә кереште.
– Атаҡ! Беҙ бында шағир исемендәге премия бирергә йыйылмағанмы?! Улайға китһә, мин дә кәрәк урынға хәбәр итә алам... – уҡытыусы Рима апай аптырауын йәшерә алманы.
– Шулайын-шулай ҙа, әммә ләкин... – Факил Ҡыям улы тағы тотлоҡто.
– Ә-ә, уның килемен бүлешергә тип килешелгәнме? Юҡ инде, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, беҙҙең менән улай килеп сыҡмаҫ! Шағирға – шағир исемендәге премия булырға тейеш!
Комиссия ағзалары дәррәү һикереп торҙо. Хатта Ҡәҙерниса инәйҙең ултырғысы ҡолап китте.
– Ошо комиссияла үҙ кешеләребеҙ генә ултырған һымаҡ ине, уҡыған кеше булһын, тигән булышып... Рима килен, өндәшмәгән кеше, тинегеҙ ҙә һуң! Уҡығандар, ана, шулайта башлай. Конкурсанттар араһында ысын шағир булырын кем белгән дә, эштәрен кем уҡып ҡараған, тигәндәй... Ярай, үткәрәйек егетте. Яҙһын, ижад итһен, – өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, Факил Ҡыям улы сәркәтибе яғына йылмайып ҡараны. – Тап шул егет тураһында протоколға тулыраҡ итеп яҙ инде, улайһа...
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.